Песковатская Лопатина урманы

Песковатская Лопатина урманы — Ростов өлкәһенең Үрге Дон районындағы төбәк әһәмиәтендәге комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы. Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе категорияһына ҡарай. Тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлауҙы Ростов өлкәһенең тәбиғәт ресурстары һәм экологияһы Министрлығы тәьмин итә[1].

Песковатская Лопатина урманы
Төп мәғлүмәт
Майҙаны90 йәки 92 га 
Урынлашыуы
49°59′ с. ш. 41°19′ в. д.HGЯO
РФ субъектыРостов өлкәһе
Рәсәй
Точка
Песковатская Лопатина урманы
Ростов өлкәһе
Точка
Песковатская Лопатина урманы

Һүрәтләнеш

үҙгәртергә

Песковатская Лопатина урманы Үрге Дон районының иң үҙәгендә урынлашҡан. Көнсығышта ул Песковатская Лопатина хуторы менән сикләнә. Урман Үрге Дон урмансылыҡ территориаль бүлеге Еремин участка урмансылығының 55-се квадратын биләй. Бер мәғлүмәт буйынса Песковатская Лопатина урманы 90 гектар тәшкил итә, икенсе мәғлүмәттәр буйынса — 92 гектар[2]. Ростов өлкәһенең 2006 йылдың 18 октябрендә ҡабул иткән № 418-се һанлы «Ростов өлкәһенең тәбиғәт ҡомартҡылары тураһында» Ҡарарына ярашлы эшләүсе тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора[1].

Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы

үҙгәртергә

Песковатская Лопатина урманы биләмәһендә ҡоштарҙың төрлө төрҙәре йәшәй. Урмандың көньяҡ өлөшө — ҡара саған, ялан сағаны, татар сағаны, ҡорос ағасы, йүкә кеүек ағас төрҙәре үҫкән биләмә. Уның биләмәһендә Ростов өлкәһенең Ҡыҙыл китабына ингән үҫемлектәр үҫә: тайтояҡ, платан һымаҡ саған, йыла, күп йыллыҡ үръяпраҡ. Һаңғырау кесерткән һымаҡтар ғаиләһенә кергән үләндәренең бер төрө еҫлекәй Clinopodium vulgare L таралған[1]. Уның тураһында мәғлүмәт Көньяҡ федераль университеттың электрон гербарийында бар[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Песковатско-Лопатинский лес//ООПТ России
  2. Леса Нижнего Дона, Георгий Матвеевич Зозулин, В. В. Федяева Изд-во Ростовского университета, 1992 — Всего страниц: 200 c. — C.37
  3. Электронный гербарий ботанического сада ЮФУ 2017 йыл 19 февраль архивланған.