Перушина-Гавих йорто
Перушино-Гавих йорто — Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһы Петров урамында берләштереп һалынған өс ҡатлы йорт. Башта ул айырым йорттарҙан торған. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты. Бойороҡ 124-се. 31.12.02.
Иҫтәлекле урын | |
Перушина-Гавих йорто
| |
Ил | Рәсәй |
Урыны | Ростов өлкәһе, Таганрог ҡалаһы, Петр урамы, 79, 81. |
Төҙөлгән ваҡыты | XIX быуат урталары |
Статус | Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ һәйкәле. |
Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Перушина-Гавих йорто | |
Мемориаль таҡта |
Адресы: Таганрог ҡалаһы, Петров ур., 79, 81.
Тарих
үҙгәртергәТаганрог өсөн типик булмаған йорт йәки элек ике айырым торған биналар комплексы Петров урамы, 79 һәм 81-се һанлы йорттар XIX быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән.
Һул яҡтағы ике ҡатлы йорт 1871 йылдың 2-се гильдия сауҙагәренең тол ҡатыны Матрена Никитична Баташева аҡсаһына һалына. Ире үлгәндән һуң ул иренең коммерция эшен дауам итә — шәкәр һатыу менән шөғөлләнә, улын һәм ҡыҙын тәрбиәләй, ҡаланың хәлле кешеләре менән бәйләнеш тота. Ул төҙөткән таш йорт бик зауыҡлы архитектуралы булған. Йорттоң икенсе ҡатында, бинаның һул яғында ҡунаҡ күтәрмәле ишек. Йорттоң ике яғында ла ишек алдына инеү өсөн көмбәҙле ҡапҡалар.
Төҙөлөш тамамланғас, Перушина йортонда «Дон» ҡунаҡханаһы барлыҡҡа килә, ә ярым подвалында Линицкийҙың китапханаһы һәм китап магазины була. Линицкийҙың ҡатыны — протоирей Федор Покровскийҙың апаһы яҙыусы Антон Чеховҡа Чехонте ҡушаматын биреүсе кеше.
Йорт комплексының уң яғында, элекке Гавих йортонда, КФУ Таганрог техник университетының ғилми-тикшеренү бүлексәләре урынлашҡан. Ә XIX быуат аҙағында бында «Франция» ҡунаҡханаһы була. Был ҡунаҡханала 1894 һәм 1898 йылдарҙа Таганрогҡа килеүсе А. П. Чехов туҡтаған.
Ике ҡунаҡхана йорттары унда йәшәүселәрҙең әҙәпһеҙ ҡыланыуҙары арҡаһында ябылған. ХХ быуат башында I-се гильдия сауҙагәре Отто Котович Гавих (1853—1911) күҙәтеүе аҫтында «Франция» ҡунаҡханаүы урынында уңайлы "Европа" ҡунаҡханаһы асыла.1911 йылдың апрелендә уның хужаһы үҙе теләп йәшәүҙән туҡтай.
Беренсе бөтә донъя һуғышы йылдарында ҡунаҡхана лазаретҡа әйләндерелә, ә һуңыраҡ — прапорщик мәктәбенә әүерелә.
Хәҙерге ваҡытта йорттоң һул өлөшөндә «Ростовграждан проект» һәм «Стандартлаштырыу һәм метрология Үҙәге урынлашҡан», уң яҡ өлөшөндә — Калмыков исемендәге радиотехник университетының микропроцессорҙар системаһы кафедраһы. Подвалында «Русский чай» кафеһы. Йорт төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объектына ҡарай. (Бойороҡ 124-се. 31.12.02 йыл).
Әҙәбиәте
үҙгәртергәГаврюшкин О. П. Вдоль по Питерской (хроника обывательской жизни). Таганрог, 2000.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Таганрог ул. Петровская, 79, 81 2013 йыл 10 октябрь архивланған.