Пермь дәүләт мәҙәниәт институты
Пермь дәүләт мәҙәниәт институты —Рәсәй Федерацияһы Пермь ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто. Пермь крайы территорияһында берҙән-бер музыкаль юғары уҡыу йорто.
Пермь дәүләт мәҙәниәт институты | |
Нигеҙләү датаһы | 1975[1] |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Пермь |
Урын | Пермь руханиҙар училищеһы[d] |
Уҡыусылар һаны | 1814[2] |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы[3] |
Рәсми сайт | psiac.ru[1] |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели ПГИИК[d] |
Пермь дәүләт мәҙәниәт институты Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1975 йылдың 26 мартында Пермь мәҙәниәт институты булараҡ[4][5] Киров һәм Пермь өлкәләре, шулай Удмурт АССР-ы һәм Коми АССР-ы китапхана һәм клуб хеҙмәткәрҙәре өсөн булдырыла.
Башта Пермь мәҙәниәт институтында берҙән-бер музыка һөнәре була — халыҡ ҡоралдары. Һуңынан фортепиано һәм башҡа һөнәрҙәр буйынса бүлектәр асыла.
1975 йылдан институт бер нисә тапҡыр исемен алмаштыра:
— 1991 йылда Пермь дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт институты (ПГИИКА) итеп үҙгәртелә.
— 2013 йылда Пермь дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһы итеп үҙгәртелә'
— 2015 йылда Пермь дәүләт мәҙәниәт институты итеп үҙгәртелә
2013 йылдан Пермь мәҙәниәт институтында «Консерватория» эксперименталь факультеты эшләп килә, унда мөмкин булған барлыҡ музыкаль һөнәрҙәр буйынса бүлектәр асылған. Факультет деканы — Роман Феликсович Козлов.
Һөнәрҙәр исемлеге:
1) Махсус фортепиано кафедраһы (мөдире — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Л. И. Дробышева—Разумовская);
2) Ҡыллы һәм тынлы инструменттар кафедраһы (мөдире — Стратулат Олег Васильевич);
3) Яңғыҙ йырлау кафедраһы (мөдире — Марий Эл Республикаһының атҡаҙанған артисы Людмила Хохлова);
4) Хор дирижелығы кафедраһы (мөдире — Иванова Татьяна Валентиновна).
5) Музыка теорияһы һәм тарихы кафедраһы (мөдире.— Петрусева Надежда Андреевна).
6) Халыҡ уйын ҡоралдары һәм оркестр дирижерлығы кафедраһы (мөдире — Козлов Роман Феликсович).
Структураһы
үҙгәртергә- Культурология һәм социаль-мәҙәни технологиялар факультеты
Культурология факультеты 1975 йылда мәҙәниүағартыу эше факультеты булараҡ Институт ойошторолған саҡта уҡ асыла. 1990 йылда мәҙәни-ағартыу эше факультеты 2 факультетҡа бүленә: мәҙәниәт фәне һәм һәм художество-педагогик.
— Культурология кафедраһы
— Социаль-мәҙәни өлкәһе иҡтисады һәм идара итеү кафедраһы
— Социаль-мәҙәни эшмәкәрлек кафедраһы
— Театрлаштырылған тамашалар режиссураһы кафедраһы
— Информатика кабинеты
Әлеге ваҡытта факультетта идара итеү, туризм, ресторан, арт-менеджмент, ҡунаҡхана эштәре, киң коммуникациялар, режиссура өлкәһе өсөн белгестәр, фестивалдәр һәм байрамдар ойоштороусылары, буласаҡ менеджерҙар һәм продюсерҙарҙы әҙерләйҙәр.
- Документаль-мәғлүмәт коммуникациялар факультеты
Факультет составныа ике кафедра инә:
— Документтар фәне, китапхана фәне һәм библиография кафедраһы
— Информатика һәм информацион технологиялар кафедраһы
Факультет юғары квалификациялы белгестәрҙе киләһе һөнәрҙәр буйынса әҙерләй:
— Китапхана-мәғлүмәт эшмәкәрлеге
— Социаль-мәҙәни өлкәлә ғәмәли информатика
— Документтар фәне һәм документация тәьминәте
Әлеге факультет 1976 йылда асыла.
- Сәнғәт факультеты
Сәнғәт факультеты — иң йәш факультет, 1991 йылда ғына асыла. Уның асылыуы сәнғәт өлкәһендә юғары квалификациялы профессиональ кадрҙар менән тәьмин итеү ихтыяжы менән бәйле.
— Ҡыллы һәм тынлы оркестр инструменттары кафедраһы
— Махсус фортепиано кафедраһы
— Музыка теорияһы һәм тарихы кафедраһы
— Яңғыҙ йырлау кафедраһы
— Һынлы сәнғәте кафедраһы
- Художество- педагогия факультеты
Художество-педагогия факультеты 1990 йылда ойошторола.
— Хореография кафедраһы
— Режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы
— Сәхнә телмәре кафедраһы
— Хор дирижерлығы кафедраһы
— Халыҡ инструменттары һәм оркестр дирижерлығы кафедраһы
- Өҫтәмә һәм инновацион белем биреү факультеты
Факультет төрлө йәштәге тыңлаусылар өсөн программалар әҙерләй: уҡыусы балаларҙан алып юғары звено етәкселәренә тиклем.
- Дөйөм институт кафедралары
Ректорҙар
үҙгәртергә- Воробьева Зинаида Егоровна (1975—1996)
- Малов Евгений Анатольевич (1996—2013)
- Дробышева-Разумовская Людмила Ивановна (2013 йылдан алып)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
- ↑ https://books.google.ru/books?hl=ru&id=_eEpAQAAMAAJ&dq=Perm+State+Institute+of+Culture&focus=searchwithinvolume&q=Perm++
- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ Об организации института культуры в Перми: Постановление Совета Министров РСФСР от 26 марта 1975 г. // Собрание постановлений правительства РСФСР. 1975. № 5. Ст. 38.
- ↑ Материалы Свода памятников истории и культуры РСФСР: Пермская область / Сост., науч. ред. Л. С. Рафиенко. — М.:Научно-исследовательский институт культуры Министерства культуры РСФСР, 1978. — С. 30.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Журавлёв С. …И зазвучал «Гаудеамус» // Звезда, 01.10.1975.
- Брумарова Н. Р. Высшие и средние специальные учебные заведения России : справочник. — М.: Арбат-Информ, 1997. — 468 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт 2020 йыл 1 декабрь архивланған.