Пермь дәүләт медицина университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Академик Е. А. Вагнер исемендәге Пермь дәүләт медицина университеты (ПГМУ) — Пермь ҡалаһындағы юғары медицина уҡыу йорто. Бөгөн Академик Е. А. Вагнер исемендәге Пермь дәүләт медицина университеты — юғары медицина белем биреүҙең танылған фәнни-тикшеренеү үҙәге, Рәсәй Федерацияһының алдынғы медицина вуздарының береһе.

Пермь дәүләт медицина университеты
Нигеҙләү датаһы 1916
Рәсем
Исем Пермскі медыцынскі інстытут һәм Пермская дзяржаўная медыцынская акадэмія імя акадэміка Я. А. Вагнера
Рәсми атамаһы Пермский государственный медицинский университет им. академика Е. А. Вагнера[1]
Нигеҙләүсе Василий Николаевич Парин[d]
Ректор Ирина Петровна Корюкина[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Пермь
Уҡыусылар һаны 3400
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы[2]
Рәсми сайт psma.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели ПГМУ[d]
Карта
 Пермь дәүләт медицина университеты Викимилектә

Пермдә юғары медицина белеме биреү 1916 йылда Пермь дәүләт университетындағы физика-математика факультетының медицина бүлегенән башлана. Киләһе йылда бүлек үҙ аллы факультетҡа әйләнә, ә 1931 йылда Пермь медицина институты асыла.

1994 йылда институт Пермь дәүләт медицина академияһы[3] тип үҙгәртелә.

2006 йылда — университетҡа күренекле ғалим, лауреата Государственной премии РФ Дәүләт премияһы лауреаты, РФ фәненең атҡаҙанған эшмәкәре, РФ атҡаҙанған табибы, Уралда беренсе СССР Медицина фәндәре академияһы академигы — Евгений Антонович Вагнер исеме бирелә.

Юғары уҡыу йортона Пермь крайында һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф өлкәһендә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа төп роль бирелә.

1992 йылдан башлап университетта IFMSA сиктәрендә халыҡ-ара студенттар менән алмашыу программаһы эшләй. Шул осорҙа Яҡын Көнсығыш, Африка һәм Азия сит илдәрендәге дауалау учреждениеларында уңышлы эшләүсе 100-ҙән ашыу белгес әҙерләп сығарылды.

2007 йылда күп йыллыҡ уңышлы ғилми, педагогик һәм табип эшмәкәрлеге өсөн Рәсәй Федерацияһы Президентының рәхмәт хатына лайыҡ булды.

2014 йылда академияға университет статусы бирелә[4].

 
Академик Е. А. Вагнер исемендәге Пермь дәүләт медицина университеты. Административ корпус

Университетта фән кандидаты һәм фән докторы дәрәжәһен биреү хоҡуғына эйә 4 диссертация советы эшләй.

Йыл һайын университетта 3 400-ҙән ашыу студент уҡый. 22 һөнәр буйынса 365 клиник интерн, 40 һөнәр буйынса — 264 клиник ординатор, 20 специальность буйынса — 94 аспирант белем ала. Бер йылда 80 специальность буйынса 2 меңдән ашыу табип һөнәри квалификацияһын күтәрә. Университет йыл һайын төрлө профилле 500-ҙән ашыу юғары квалификациялы табип һәм урта һөнәри белем биреүсе 50 белгес сығара.

Юғары уҡыу йорто сит ил граждандарын вузға тиклемге, диплом һәм юғары уҡыу йортонан һуңғы белем биреү программалары буйынса уҡытыу алып бара. Әлеге ваҡытта университетта 21 яҡын һәм алыҫ сит илдән сит ил граждандары белем ала.

Юғары уҡыу йорто етәкселәре

үҙгәртергә
  • Большаков Николай Филиппович (1931—1934) — тире һәм венерик ауырыуҙары кафедраһы ассистенты, Пермь медицина институтының беренсе ректоры.
  • Сумбаев Пётр Петрович (1935—1950) — доцент, кафедра мөдире хәрби-медицина әҙерлеге кафедраһы мөдире.
  • Мамойко Сергей Фёдорович (1951—1952) — профессор, нормаль анатомия кафедраһы мөдире.
  • Косицин Иван Иванович (1953—1959) — профессор, нормаль анатомия кафедраһы мөдире.
  • Ивановская Татьяна Владимировна (1960—1969) — фармакология кафедраһы доценты.
  • Вагнер Евгений Антоновича (1970—1995) — хирург, Пермь дәүләт медицина академияһы ректоры, Киров дәүләт медицина академияһына нигеҙ һалыусыларының береһе, медицина фәне докторы, профессор, СССР Медицина фәндәре академияһы академигы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.
  • Черкасов Владимир Аристархович (1995—2005) — медицина фәндәре докторы, профессор, РФ Тәбиғи фәндәр академияһы академигы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы.
  • Корюкина Ирина Петровна (2005—2020) — рәсәй ғалим-табибы, медицина фәндәре докторы (1992), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Структураһы

үҙгәртергә

Университет составында 7 факультет һәм медицина-фармацевтика училищеһы, 72 кафедра һәм 4 үҙ аллы курс, көслө ғилми-тикшеренеү лабораторияһы һәм фундаменталь китапхана бар.

  • Дауалау факультеты
  • Стоматология факультеты
  • Педиатрия факультеты
  • Медик-иҫкәртеү факультеты
  • Психологик-социаль эш һәм шәфҡәт туташтарына юғары белем биреү факультеты
  • Өҫтәмә профессиональ белем биреү факультеты
  • Юғары уҡыу йортона уҡырға ингәнгә тиклемге һәм маҡсатлы уҡыу факультеты

Профессор-уҡытыусылар составы

үҙгәртергә

Университетта 569 юғары квалификациялы уҡытыусы, шул иҫәптән 143 медицина фәндәре докторы һәм 354 медицина фәндәре кандидаты уҡыта.

Улар араһында Дәүләт премияһы лауреаттары, РФ фәненең атҡаҙанған эшмәкәрҙәре, РФ юғары уҡыу мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре, РФ атҡаҙанған табиптары, Пермь өлкәһенең күренекле ғалимы профессор П. А. Ясницкий исемендәге өлкә премияһы лауреаттары, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының почёт грамоталарына лайыҡ булыусылар, Рәсәйҙең күренекле ғалимдарына һәм һәләтле йәш ғалимдарына бирелә торған дәүләт стипендияһын алыусылар, Пермь өлкәһе стипендиаттары.

Университет штатындағы уҡытыусыларҙың 87,7 % ғилми дәрәжәгә эйә. Был Пермь крайы вуздары араһында иң юғары күрһәткес һәм ил медицина вуздары араһында юғары күрһәткестәрҙең береһе.

ПГМУ ғалимдары Пермь крайы өсөн һәм РФ һаулыҡ һаҡлау системаһында көнүҙәк һаналған ғилми программалар өҫтөндә: кардиология, педиатрия, хирургия, неврология, стоматология, эпидемиология һ. б. йүнәлештәр буйынса уңышлы эшләй[5].

Төбәктәге юғары уҡыу йорттары араһында университет уйлап сығарыуҙарға һәм файҙалы моделдәргә алынған патент һаны буйынса йыл һайын алдынғылыҡты бирмәй.

Фәнни-мәғариф үҙәктәре

үҙгәртергә

Университетта ғәмәли күнекмәләр һәм оҫталыҡ үҙәге, электрон уҡыу залы, заманса компьютер класы бар. Интернет-технологиялар, электрон мәғлүмәт системалары әүҙем индерелә һәм интерактив мультимедиа миҫал-мәсьәлә сисеүҙәр йәйелдерелә. Абитуриенттар һәм сит ил уҡыусылары өсөн әҙерлек бүлеге һәм дистанцион уҡытыу үҙәге эшләй.

Болон процесы һәм халыҡ-ара бәйләнештәрҙең киңәйеүе контексында университет базаһында һәм ПДМУ хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында йыл һайын халыҡ-ара фәнни һәм фәнни-ғәмәли конференциялар һаны арта.

1997 йылдан Пермь медицина университеты — Европа медицина мәктәптәренең Европа ассоциацияһы (AMSE) ағзаһы.

Рейтингтары

үҙгәртергә

2008 йылда вуз күренекле һөнәри ҡаҙаныштары һәм йәштәргә мәғрифәтселек-ағартыу, белем биреү һәм рухи-әхлаҡи тәрбиәләүгә өлөш индергәне өсөн «Рәсәйҙең мәғариф элитаһы» рубрикаһында «Рәсәйҙең иң яҡшы йөҙ юғары уҡыу йорто» Бөтә Рәсәй милли регистрына яҙылды һәм почёт грамотаһы менән бүләкләнде.

2010 йылда университет һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге белем биреүҙең ГОСТ талаптарына ярашлылығын раҫлаусы сифат менеджменты системаһы сертификатына лайыҡ булды. «Волга буйы округының иң яҡшы юғары уҡыу йорто» конкурсы лауреаты булды.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://www.psma.ru/files/academy/prikaz_ob_utv-ii_ustava_27.10.2014.pdf
  2. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  3. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  4. Приказ Министерства здравоохранения Российской Федерации от 27 октября 2014 г. № 666
  5. https://vuzopedia.ru/vuz/2577 Сайт для абитуриентов ПГМУ

Һылтанмалар

үҙгәртергә