Переславль-Залесский кремле
Кремль Переславль кремле — боронғо рус ҡалаһы Переславль-Залесскиҙың үҙәк өлөшө.
Переславль-Залесский кремле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Переславль-Залесский[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Ярославская область/Переславль-Залесский[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | улица Валовое кольцо |
Переславль-Залесский кремле Викимилектә |
XII быуаттағы кремль
үҙгәртергәПереславль кремле барлыҡҡа килеүҙең алдында XI-XII быуаттарҙағы Плещеев күленең янында торған Клещина ҡалаһының ҡыҫҡа тарихы тора. 1152 йылда Юрий Долгорукий ҡәлғәне иркен урынға , Трубеж йылғаһы тамағына күсерә. Яңы ҡәлғә көньяҡ урыҫ Переяславле хөрмәтенә шулай атала (тәүҙә ул шулай Переяславль тип, һуңыраҡ Переславль формаһы нығынған). Тәбиғи кәртә булып — Трубеж, Мурмаж йылғалары торған (хәҙер күмелгән), шулай уҡ махсус Гробля соҡоро ҡаҙылған (хәҙер быуаһы ғына тороп ҡалған). Шулай итеп, ҡәлғә бөтә яҡтан һыу менән уратылға була.
Кенәздең бойороғо буйынса ҡәлғә 2 саҡрымдан ашыу оҙонлоҡтағы, бейеклеге 10-12 метрҙан ашыу, киңлеге — яҡынса төбө 30 метр, түбәһе 6 метр тәшкил иткән валдар менән уратып алынған. Валдарҙың төбөнөң нигеҙендә өс таж имән һәм уҫаҡтан терәтеп һалынған нигеҙ тора. Улар бер-бер артлы ҡуйылған, һәр береһе эстәге стеналар менән ике ситлеккә бүленгән һәм ер менән күмелгән.
Борон вал һыртында икешәр ҡатлы, манаралы ағас диуарҙар торған. 1194 йылда Юрий Долгорукийҙың улы Всеволод Большое Гнездо Владимирҙа кенәзлек иткән осорҙа Переславль кремленең ағас стеналарын һәм башнялары яңыртып төҙөлә.
XII быуат-XIII быуаттарҙа был ҡәлғә Владимир кремленән ҡала, ҡеүәте буйынса Владимир-Суздаль еренең икенсе ҡәлғәһе була. Ҡапҡа манараларына күперҙәр терәлеп торған. Переславль кремле башняларының тәүге һаны билдәһеҙ. Стена буйлап, моғайын, галерея булған, ул «заборола» (бруствер) менән һаҡланған, кремль һаҡсылары брустверҙар артында ҡамаүҙан ҡасып ҡала алған.
Берҙән-бер таш ҡоролма кремлдең эсендә төҙөлгән Спас-Преображенский соборы, ул беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған. Собор эргәһендә, моғайын, монголдар баҫып алыуына тиклем кенәздең ағас күркәм йорто торған.
Кремль XIII—XVI быуаттарҙа
үҙгәртергәКремлде бер нисә тапҡыр монголдар баҫып алған һәм талаған. Һәр бер һөжүмдән һуң кремлдең стеналары һәм башнялары ҡайтанан тергеҙелгән.
XVII быуаттағы кремль
үҙгәртергәПереславский кремле Бола ваҡытында ҙур зыян күрә. 1608 йылда ҡәлғәне поляк-литва интервенттары баҫып ала, әммә 1 сентябрҙә 1609 йылдың 1 сентябрендә ҡала тулыһынса М. В. Скопин-Шуйский ғәскәрҙәре тарафынан азат ителә. 1611 йылда кремлде гетман Сапега ғәскәрҙәре һөҙөмтәһеҙ штурмлай.
1659 йылда кремль эсендә Сретенский Новодевичий монастырына нигеҙ һалына.
1666 йылда кремль стенаһында ике ҡарауыл башнялары төҙөлә. Кремлгә бер нисә үткәүелле ҡапҡа алып бара (Спас ҡапҡаһы — төньяҡтан, Раштыуа ҡапҡаһы — көньяҡ-көнбайыштан һәм башҡалар.)
XVIII—XX быуаттарҙа кремль яҙмышы
үҙгәртергәXVIII быуатта Сретенский Новодевичье монастырында Божья Матерҙың Владимир иконаһы сиркәүе һәм Александр Невский сиркәүе төҙөлә — улар 1740 йылда Переславль сауҙагәре һәм фабриканты Ф. Угримов аҡсаһына төҙөлә. Шулай уҡ монастырь кәртәләренең ҙур булмаған өлөшө һаҡланған, һәм ҡалған өлөшө 1930 йылда емерелгән. Монастырҙар XVIII быуатта бөтөрөлгән.
Кремлдең ағас стеналары 1759 йылда туҙғанлыҡтан һүтеп алына.
Һаҡланған тарихи ҡомартҡылар
үҙгәртергә- Спас-Преображенск соборы (XII быуат)
- Ер валдар (XII быуат)
- Митрополит Петр сиркәүе (XVI быуат)
- Богородицко-Сретенский монастырының ҡайһы бер биналары (XVIII быуат)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Горицкий монастырь
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Л. Б. Сукина. Древняя крепость Переславля 2022 йыл 21 ғинуар архивланған..
- Васильев, С. Д. Улицы, на которых мы живём: Исторические очерки / С. Д. Васильев, К. И. Иванов. — Переславль-Залесский, 2005. — (Переславская быль).
- Васильев, С. Д. Памятники зодчества XII века в Переславле-Залесском / С. Д. Васильев, К. И. Иванов. — Ярославль: Верхне-Волжское книжное издательство, 1966.
- Валовое кольцо (см. также № 29 на карте)
- Сурмина И. О. Самые знаменитые крепости России. М.: Вече, 2002.
- ↑ Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960