Первомайка (Ҡыҙыл районы)
Первомайка — Рәсәйҙә Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районындағы ҡасаба[4]. Гранит ауыл биләмәһе составына инә.
Первомайка | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Ҡыҙыл районы |
Административ-территориаль берәмек | Гранитное сельское поселение[d][1] |
Урын | Силәбе өлкәһе |
Халыҡ һаны |
253 кеше (2002)[2], 228 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 457617 |
ОКАТО коды: 75232820006
ОКТМО коды: 75632420126
Тарихы һәм исеме
үҙгәртергәПервомайка ҡасабаһы Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Күрше тораҡ пункттар менән Первомайка ҡасабаһын грунт юлдары бәйләй. Район үҙәгенә тиклем (Ҡыҙыл ауылы) — 57 км, ауыл биләмәһе үҙәгенә тиклем (Гранит ҡасабаһы) — 12 км. Ҡасабаға 1930 йылдар башында «Уралец» совхозының бер бүлексәһе төҙөлөү менән, 1 Май байрамы алдынан нигеҙ һалына, ҡасабаның атамаһы ла шул ваҡиға менән бәйле. Яңы барлыҡҡа килгән ҡасабаға землянкаларҙа йәшәүсе бер нисә ғаилә күсеп килә. 1936 йылда беренсе трактор һатып алына. Бүлексә иген етештереүҙә һәм һөт малсылығында махсуслаша (һуңғараҡ — һарыҡ үрсетеү буйынса)[5]. 1954 йылда ҡасабаға сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү өсөн йәштәр күп килә. Торлаҡ йорттар, малсылыҡ биналары, социаль мәҙәни көнкүреш объекттарын төҙөү әүҙем башлана. Хәҙер Первомайка ҡасабаһы биләмәһендә «Уралец» ауыл хужалығы производствоһы кооперативының 2-се бүлексәһе урынлаша; 4 крәҫтиән-фермерлыҡ хужалығы эшләй. Башланғыс мәктәп, китапхана, клуб, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн механизатор К. И. Лящук (Ленин ордены), агроном В. М. Гарейнов (Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены), һауынсы Н. Л. Хәмзина («Хөрмәт билдәһе» ордены) дәүләт наградаларына эйә була; Чечня Республикаһы территорияһының хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнашыуы өсөн А.Г. Прытков «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены, Р.Ш. Әһлиуллин Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә. Ҡасабала йәшәүсе 10 бала тәрбиәләп үҫтергән Г.К. Ибраһимова 1-се дәрәжә «Әсәлек миҙалына» лайыҡ була[5].
Географияһы
үҙгәртергәҠасаба Силәбе өлкәһенең көньяғында, Көньяҡ Урал тауы итәге сиктәрендә[6], дала зонаһында урынлашҡан. Райондың административ үҙәге Ҡыҙыл ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан туранан 30 километр алыҫлыҡта ята. Диңгеҙ кимәленән абсолют бейеклеге 405 метр тәшкил итә[7]. Рельефы — ярым тигеҙлек; иң яҡын бейеклектәр — 428, 448 һәм 464 м. Ландшафты — ҡылғанлы-бүтәгәле дала.
- Климаты
Климаты эҫе, ҡоро йәйе һәм ҡырыҫ ҡышы менән ҡырҡа континенталь. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм күләме — 266 мм, күп йыллыҡ күҙәтеүҙәр буйынса иң һалҡын айҙа (ғинуар) уртаса температура -17,9°С, уртаса температура иң йылы айҙа (июлдә) — 19,9°С тәшкил итә[6].
Халыҡ
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[8] | 2010[9] |
253 | ↘228 |
Ҡасаба халҡы 253 кеше тәшкил итә (1970 йылда — 395, 1983 йылда — 302, 1995 йылда 326 иҫәпләнгән).
- Гендер составы
2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, гендер структурала ир-егеттәр 47,4 %, ҡатын — ҡыҙҙар 52,6 % тәшкил итә.
- Милли составы
2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, Первомайка ҡасабаһында халыҡтың милли структураһында башҡорттар 59 % тәшкил итә[10].
Урам
үҙгәртергәҠасаба урам селтәре өс урамдан тора:[11].
Үҙәк урам
Беренсе май урамы
Мәктәп урамы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Ҡыҙыл районы
- ↑ 5,0 5,1 Первомайка. Кизильский район
- ↑ 6,0 6,1 Туристический паспорт Кизильского муниципального района . Официальный сайт Администрации Кизильского муниципального района Челябинской области.
- ↑ Pervomayka . GeoNames.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Коряков Ю. Б. База данных «Этно-языковой состав населённых пунктов России» .
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Кизильский р-н → Первомайка п.