Пенза дәүләт аграр университеты
Пенза дәүләт аграр университеты (ПДАУ) — Пенза ҡалаһындағы дәүләт университеты, 1951 йылда нигеҙ һалынған.
Пенза дәүләт аграр университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1951 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Пензенский сельскохозяйственный институт, Пензенская сельскохозяйственная академия һәм Пензенский государственный аграрный университет |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Пенза |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалыһы министрлығы[d][2] |
Рәсми сайт | pgau.ru |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Пензенского аграрного университета[d] |
Тарихы
үҙгәртергәСССР Министрҙар Советының 1950 йылдың 21 сентябрендәге 15192/Р номерлы ҡарары менән Юғары белем министрлығына, Пенза ҡалаһында урман техник техникумы базаһында, Пенза ауыл хужалығы институты [3] ойошторорға рөхсәт ителә. 1995 йылдың 16 ноябрендә институт Пенза дәүләт ауыл хужалығы академияһы итеп үҙгәртеп ҡорола. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының 2016 йылдың 1 декабрендәге 536-сы бойороғо менән Пенза дәүләт ауыл хужалығы академияһы Пенза дәүләт аграр университеты итеп үҙгәртелә.
Факультеттары һәм кафедралары
үҙгәртергә- Агрономия факультеты (1952 йылда төҙөлгән)[4]:
- «Тупраҡ ғилеме, химия һәм агрохимия» кафедраһы;
- «Дөйөм игенселек һәм ер төҙөлөшө» кафедраһы;
- «Селекция, үҫемлектәр биологияһы һәм орлоҡсолоҡ» кафедраһы;
- «Үҫемлекселек һәм урман хужалығы» кафедраһы;
- Инженер факультеты (1952 йылда нигеҙ һалынған):
- «агросәнәғәт комплексында технологик процестарҙы механизациялау» кафедраһы;
- Кафедралар «Машиналарҙың һәм механизмдарҙың конструкцияһын төҙөү нигеҙҙәре» кафедраһы;
- «Машиналарҙың техник сервисы» кафедраһы;
- «Тракторҙар, автомобилдәр һәм йылылыҡ энергетикаһы» кафедраһы;
- «Математика һәм физика» кафедраһы;
- «Философия, тарих һәм сит телдәр» кафедраһы;
- Технология факультеты (1951 йылда нигеҙ һалынған):
- «Биология, биологик технологиялар һәм ветеринария-санитария экспертизаһы» кафедраһы;
- «Ветеринария» кафедраһы;
- «Малсылыҡ продукцияһы етештереү» кафедраһы;
- «Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү» кафедраһы;
- «Физик тәрбиә» кафедраһы;
- Иҡтисад факультеты (1979 йылда нигеҙләнгән):
- «Бухгалтер иҫәбе, анализ һәм аудит» кафедраһы;
- «Производствоны ойоштороу һәм мәғлүмәтләштереү» кафедраһы;
- «Идара итеү, иҡтисад һәм хоҡуҡ» кафедраһы;
- «Финанстар» кафедраһы;
Әҙерлек йүнәлештәре
үҙгәртергәЙүнәлеш коды | Йүнәлештең атамаһы | Профилле |
---|---|---|
21.03.02 | Ер төҙөлөшө һәм кадастр | Ер төҙөлөшө |
23.03.03 | Транспорт-технологик машиналарҙы һәм комплекстарҙы эксплуатациялау | Автомобиль һәм автомобилдәр хужалығы |
35.03.01 | Урман эше | Урман хужалығы |
35.03.03 | Агрохимия һәм агротупраҡ ғилеме | Агроэкология |
35.03.04 | Агрономия | Агрономия
Агробизнес |
35.03.06 | Агроинженерия | Агробизнеста техник системалар |
35.03.07 | Ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү технологиялары | Малсылыҡ продукцияһын етештереү, һаҡлау һәм эшкәртеү технологиялары
Үҫемлекселек продукцияһын эшкәртеү һәм һаҡлау технологиялары |
36.03.01 | Ветеринария-санитария экспертизаһы | Ветеринария-санитария экспертизаһы |
36.03.02 | Зоотехния | Малсылыҡ продукттары етештереү технологиялары |
38.03.01 | Иҡтисад | Бухгалтер иҫәбе, анализ һәм аудит
Финанс һәм кредит |
38.03.02 | Менеджмент | Производство менеджменты |
- Специалитет йүнәлештәре:
Йүнәлеш коды | Йүнәлештең исеме |
---|---|
23.05.01 | Ер өҫтө транспорт-технологик саралары |
36.05.01 | Ветеринария |
38.05.01 | Иҡтисади хәүефһеҙлеге |
- Магистратура йүнәлештәре:
Йүнәлеш коды | Йүнәлештең исеме |
---|---|
23.04.03 | Транспорт-технологик машиналарҙы һәм комплекстарҙы эксплуатациялау |
35.04.03 | Агрохимия һәм агротупраҡ ғилеме |
35.04.04 | Агрономия |
35.04.06 | Агроинженерия |
36.04.02 | Зоотехния |
38.04.01 | Иҡтисад |
38.04.02 | Менеджмент |
- Аспирантура йүнәлештәре:
Йүнәлеш коды | Йүнәлештең исеме |
---|---|
06.06.01 | Биология фәндәре |
35.06.01 | Ауыл хужалығы |
35.06.04 | Ауыл, урман һәм балыҡ хужалығында технологиялар, механизация саралары һәм энергетик ҡорамалдар |
36.06.01 | Ветеринария |
38.06.01 | Иҡтисад |
Университет ректорҙары
үҙгәртергәТөрлө йылдарҙа университет менән етәкселек иткән ректорҙар (директорҙар)[5]:
- Виденин Кирилл Федорович (1950—1955);
- Гуляев Григорий Владимирович (1955—1965);
- Жарков Федор Андреевич (1965—1968);
- Николай Муса улы Ибраһимов (1969—1973);
- Гальдин Геннадий Борисович (1973—1994);
- Блинохватов Александр Федорович (1994—2004);
- Коротнев Владимир Дмитриевич (2004—2013);
- Кувайцев Виктор Николаевич (2013—2014);
- Кухарев Олег Николаевич (2015 йылдан).
Диссертация советы
үҙгәртергәУниверситет янында ике диссертация советы бар:
- Диссертация советы Д 220.053.01
Түбәндәге һөнәрҙәр буйынса фән кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеүселәрҙең, фән докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеүселәрҙең кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҡлауҙы ҡабул итә:
- 06.01.01 — Дөйөм игенселек, үҫемлекселек
- 06.01.05 — ауыл хужалығы үҫемлектәре селекцияһы һәм орлоҡсолоҡ
- Диссертация советы Д 220.053.02
Түбәндәге һөнәрҙәр буйынса фән кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеүселәрҙең, фән докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеүселәрҙең кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҡлауҙы ҡабул итә:
- 05.20.01 — ауыл хужалығы технологиялары һәм механизациялау саралары
- 05.20.03 — ауыл хужалығында технологиялар һәм техник хеҙмәтләндереү саралары
Белем сифатын баһалау
үҙгәртергә«Рәсәй бөгөн» халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығы тарафынан Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында үткәрелгән тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, белем биреү сифатын бойондороҡһоҙ баһалау күрһәткесе кимәле буйынса, университет Рәсәйҙең 503 юғары белем ойошмаларының дөйөм рейтингында 23-сө урында, һәм Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы 54 юғары белем ойошмалары рейтингында 3-сө урында
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ Пензенская энциклопедия, 2001
- ↑ Пензенский государственный аграрный университет - Главная . pgau.ru. Дата обращения: 14 декабрь 2017.
- ↑ История университета . Дата обращения: 6 декабрь 2018. 2018 йыл 7 декабрь архивланған.