Иркутск дәүләт университетының педагогия институты

Иркутск дәүләт университетының педагогия институты (ПИ ИДУ) — Иркутск дәүләт университеты составындағы педагогик йүнәлештәге институт, Иркутск ҡалаһында урынлашҡан.

Иркутск дәүләт университетының педагогия институты
Нигеҙләү датаһы 1909
Рәсми атамаһы Педагогический институт Иркутского государственного университета, Иркутский учительский институт, Восточно-Сибирский институт народного образования, Педагогический факультет Иркутского государственного университета, Иркутский государственный педагогический институт, Иркутский государственный педагогический университет һәм Восточно-Сибирская государственная академия образования
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Иркутск
Урын Иркутск
Рәсми сайт igpu.ru
Карта

Исемдәре

үҙгәртергә

Иркутск дәүләт университетының педагогия институты үҙенең тарихында бер нисә тапҡыр исемен үҙгәртә<[1]..

  • 1909 — Иркутск уҡытыусылар институты
  • 1918 — Көнсығыш-Себер халыҡ мәғарифы институты
  • 1921 — Иркутск дәүләт университетының педагогия факультеты
  • 1931 — Иркутск дәүләт педагогия институты
  • 1997 — Иркутск дәүләт педагогия университеты
  • 2009 — Көнсығыш-Себер дәүләт мәғариф академияһы
  • 2014 — Иркутск дәүләт университетының педагогия институты

2008 йылдың 27 ноябрендә Иркутск дәүләт педагогия университеты уға Ҡояш системаһындағы бәләкәй планетаның исеме бирелеү тураһында сертификат № 2585 ала. Ирпедина астероиды (Иркутский педагогический институт) юғары уҡыу йортон тамамлаусылар — Николай һәм Людмила Черныхтар тарафынан 1979 йылдың 21 июлендә асыла, исемен Халыҡ-ара астрономия союзы 1984 йылда раҫлай[2].

Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән министрлығы 2013 йылда вузды Көнсығыш-Себер дәүләт мәғариф академияһының Иркутск дәүләт университетына структур бүлек сифатында ҡушыу юлы менән үҙгәртеп ҡороу тураһында приказға ҡул ҡуя[3][4].

Етәкселәре

үҙгәртергә
  • 1909—1913 — Жданов, Петр Николаевич (директор)
  • 1913—1916 — Тереховский, Павел Михайлович (директор)
  • 1917—1920 — Ремезов Александр Михайлович (директор)
  • 1920—1923 — Рубинштейн, Моисей Матвеевич (ректор, декан)
  • 1923—1931 — Одинцов, М. В. (декан)
  • 1931—1932 — Обичкин, ГД. (?)
  • 1932—1933 — Хан Менше, АА. (?)
  • 1933—1937 — Воскресенский, Н. Н. (?)
  • 1937 — Александров, Аршак Семенович (?)
  • 1937—1939 — Зотов, А. Ф. (?)
  • 1939—1961 — Прозоровский, Николай Григорьевич (ректор)
  • 1961—1978 — Буравихин, Виктор Анатольевич (ректор)
  • 1978—1985 — Русов, Глеб Иванович (ректор)
  • 1985—? — Серебряников, А. М. (ректор)
  • ?-1990 — Кичатинов, Леонид Петрович (ректор)
  • 1990—1994 — Кутищев, Николай Егорович (ректор)
  • 1994 — Волокитин Степан Степанович (ректор вазифаһын башҡарыусы)
  • 1994—1995 — Афонин, Валерий Петрович (ректор)
  • 1995—2011 — Гаврилюк Александр Викторович (ректор)
  • 2011—2012 — Федотова, Елена Леонидовна (ректор вазифаһын башҡарыусы)
  • 2012—2014 — Перязев, Николай Алексеевич (ректор, директор)
  • 2014— — Семиров Александр Владимирович (директор)[5]


Структураһы

үҙгәртергә

Институттары

үҙгәртергә
  • Психология институты
  • Өҫтәмә белем биреү институты

Факультеттары

үҙгәртергә
  • Махсус һәм инклюзив белем биреү факультеты
  • Мәктәпкәсә педагогика һәм психология факультеты
  • Технология һәм эшҡыуарлыҡ факультетын
  • Математика, физика, информатика факультеты
  • Компьютер фәндәре факультеты
  • Тәбиғи-география факультеты
  • Гуманитар-эстетик белем биреү бүлеге
  • Музыка факультеты

Билдәле тамамлаусылары

үҙгәртергә

- Дулов, Александр Иванович (1918—2005) — тарих фәндәре докторы, профессор; Мәскәү оборонаһында ҡатнашыусы, уҡсылар взводының командиры, кесе лейтенант.

- Дулов, Всеволод Иванович — тарих фәндәре докторы, профессор, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты.

- Мисюркеев, Иван Васильевич — математик, профессор.

- Рождественский, Игнатий Дмитриевич — шағир.

- Черных, Людмила Ивановна — астроном.

- Шестакова, Юлия Алексеевна — яҙыусы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә