Паровоз-һәйкәл (Батайск)

Паровоз-һәйкәлРостов өлкәһенең Батайск ҡалаһында урынлашҡан.

Паровоз-һәйкәл
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Батайск
Карта

1987 йылда Батайск ҡалаһында Вокзал яны майҙанында Су 252-20 паровоз-һәйкәл ҡуйыла. Был 1-3-1 төрөндәге пассажирҙар паровозы СССР-ҙа 1924 йылдан алып 1951 йылға тиклем сығарыла. Паровоз Түбәнге Новгородта 1949 йылда Сормовский заводында етештерелгән. Унда яҙыуҙар менән ҡара табличка беркетелгән: «Батайск тимер юлсыларының хәрби һәм хеҙмәт батырлығы тураһындағы иҫтәлек өсөн. 1987».

Паровозды ҡуйыу 1987 йылда Тимер юлсыларҙың байрамына тап килә. Батайск тимер юлы узелының ветерандар советы инициативаһы менән ҡуйыла. Яңы һәйкәлде ҡуйыу өсөн халыҡ депутаттарының Батайск ҡала Советы башҡарма комитеты аҡса бүлә.

Паровозды Төньяҡ-Кавказ тимер юлы идаралығы начальнигы Ф.М. Котляренко бирә. Паровозды урынлаштырыу өсөн майҙанға тиклем ваҡытлыса тимер юлы төҙөлә һәм ошо юл буйлап паровозды алып киләләр.

Паровоздың һуңғы машинисы Н. И. Сороченко була, һуңынан ул юлдың Батайск дистанцияһы начальнигы урынбаҫары була.

2015 йылда Төньяҡ-Кавказ тимер юлының етәкселеге паровозды пьедесталдан алып төҙөк хәлгә килтерергә ҡарар итә. 2015 йылдың декабрь айында паровозды тергеҙеү өсөн Тихорецкая станцияһының депоһына алып китәләр. Уның урынына Л-3155 серияһы паровозын ҡуялар.

  • Баленко Г. В защиту паровоза и не только: [о Батайском памятнике железнодорожникам] / Г. Баленко // Газета Вперед. – 2007. – 21 сент.
  • Цветкова К. Паровоз на пьедестале: [о памятнике батайским железнодорожникам] / К. Цветков // Вперед. – 1999. – 15 сент.

Һылтанмалар

үҙгәртергә