Пари (А. П. Чехов хикәйәһе)

«Пари́»(«Әкиәт») — А. П. Чеховтың бай банкир һәм йәш юрист араһында ғәҙәти булмаған пари (ставка — ҡуйылған аҡсаны отоу) -тотоу хаҡындағы хикәйәһе. Тәүге тапҡыр 1889 1889 йылда баҫыла.

Пари
Жанр

хикәйә

1888 йылдың 17 декабрендә Чехов С. Н. Худековтан «Петербург гәзите» өсөн заказ ала, һәм был турала А. С. Суворинға хәбәр итеп, әҫәрҙе тиҙ генә яҙа башлай. 1888 йылдың 22 декабрендә «Итексе һәм ҡара көс» хикәйәһе тамамланған һәм 1888 йылдың 25 декабрендә ул «Петербург гәзите»ндә баҫылып сыға [1].

Чехов был хикәйәне уның «Яңы ваҡыт» гәзите өсөн яҙмағанын белгәс, Алексей Суворин ҡаты үпкәләй. Һөҙөмтәлә, Чехов «Яңы ваҡыт» гәзите өсөн 1889 йылға яңы әкиәт яҙырға вәғәҙә бирә.[2] 23 декабрь 1888 йылдың 23 декабрендә Чехов Суворинға «кисә кис менән» әкиәтте яҙа башланым тип хәбәр итә, ә 1888 йылдың 30 декабрендә Чехов Суворинға әҙер әкиәтен ебәргән дә инде. 1889 йылдың 1 ғинуарынан өс өлөштән торған «Әкиәт» хикәйәһе «Яңы ваҡыт» гәзитендә баҫылған (№ 4613, 1-2 б.)[3].

Чехов 1901 йылда А. Ф. Маркс нәшриәтендә хикәйәһен нәшергә әҙерләгәндә, әҫәренең исемен «Пари» тип үҙгәртә, тәүге ике бүлегенә ҡыҫҡартыуҙар индерә[4]. Мәҫәлән, ул тотҡонлоҡта ултырғанда, юрист кемдең әҫәрҙәрен уҡыған, шул яҙыусыларҙың, бер һүҙ менән әйткәндә, «классиктарҙың» (Шекспир, Байрон, Гомер, Вольтер, Гёте) исемен алмаштырған; "Уның һуңғы уҡыған китабы Сервантестың "Дон-Кихот"ы булған; ә унан алдағыһы — гр. Толстойҙың «Минең иманым нимәлә». Әммә үҙгәрештәрҙең иң ҙуры — хикәйә мәғәнәһен тулыһынса үҙгәрткән һәм бөтөнләй алып ташланған өсөнсө бүлегендә. 1903 йылда Чехов, ни өсән былай эшләгәнен шулай аңлата: "Корректураны уҡығанда миңә бындай тамамланыш бик оҡшаманы […], ул саманан тыш һалҡын һәм ҡырыҫ күренде.[5]

А. П. Чехов тере саҡта уҡ уның хикәйәһе болгар, венгр, поляк һәм серб-хорват телдәренә тәржемә ителгән[2].

Ҡарт банкир ун биш йыл элек, 1870 йылдың 14 ноябрендә булған ваҡиғаны хәтерләй. Ҡунаҡтар саҡырылған бер кистә, нимә гуманлы — үлем язаһымы йәки ғүмерлек төрмәгә ябыумы тигән бәхәс ҡорғандар? Банкир үҙе үлем язаһы гуманлыраҡ тип һанай, ә ҡунаҡтар араһында булған бер юрист, «егерме биш йәшлек йәш кеше», төрмәләге тормош үлемдән яҡшыраҡ тип ныҡлы ышана. Һөҙөмтәлә улар әгәр юрист, яңғыҙ камерала теүәл ун биш йыл сыҙап ултыра ала икән, банкир уға ике миллион һум бирергә тейеш була тигән шарттарҙа үҙ-ара пари төҙөй.

Юрист банкирҙың баҡсаһында төҙөлгән флигелдә ҡаты күҙәтеү аҫтында, үҙ ирке менән тотҡонлоҡта ултыра. Юрист бик аҫтында китап уҡый, яҙа, пианинола уйнай, белем ала, шарап эсә, үҙен-үҙе тәрбиәләү менән шөғөлләнә. Яҙыусы уның тотҡонлоҡтағы төрлө тормош осоро этабын һүрәтләй.

II бүлеге

үҙгәртергә

Ун биш йыл тотҡонлоҡ тамамланыуға бер нисә сәғәт ҡалған саҡта банкир, әгәр отолһа, банкрот буласағын аңлай. 15 йыл элек ваҡ-төйәк кеүек тойолған аҡса суммаһы ла хәҙер уның өсөн ифрат мөһим була. Һәм ул, юрист отҡан аҡсаны түләмәҫ өсөн, уны үлтерергә ҡарар итә. Ҡарауылсылар киткәнен көтөп тора ла, флигелгә үтеп инеп, йоҡлап ятҡан юристы күрә һәм уның эргәһендә яҙмаларын таба. Юристы үлтерер алдынан, тәү сиратта. банкир ошо яҙмаларҙы уҡый. Юрист тотҡонлоҡта ултырыу дәүерендә матди байлыҡты күрә алмай башлауы һәм белемдең аҡсанан ҡәҙерлерәк булыуын аңлауы хаҡында яҙған була. Шунан сығып ул награданан баш тартырға ҡарар итә.

Был банкирға шундай көслө тәьҫир итә һәм ул йоҡлап ятҡан юристы ҡалдырып, илаған килеш шым ғына флигелдән сыға. Иртән ҡарауылсылар уға, пари тамамланыуын көтөп тормай юрист төрмәне ташлап китте, тип хәбәр итә. Банкир үҙ-үҙен күрә алмай, ә ваз кисеү хатын (ҡулъяҙмаһын) янмай торған шкафҡа бикләй.

III бүлеге (Чехов 1901 йылда алып ташлаған)

үҙгәртергә

Ваҡиғалар юрист тотҡонлоғо тамамланыуына бер йыл үткәндән һуң бара. Банкир, ҡунаҡтар саҡырылған бер кистә тағы ла бәхәс ҡора. Ул ниндәйҙер бер ҡарт миллионер менән фәҡир кеше принцип өсөн генә миллион һумдан ваз кисә алырмы тигән 3 миллионлыҡ яңы пари төҙөй. Пари төҙөлгәндән һуң, юристың ваз кисеү ҡағыҙын килтереп күрһәтергә теләп кабинетына бара. Был ваҡытта уны ниндәйҙер әфәнде һорағанын хәбәр итәләр. Ҡабул итеү бүлмәһенә сыҡҡас, алдына тубыҡланған һәм илаған юристы осрата. Ул былай ти: «Мин шул хәтлем яңылышҡанмын! […] Китап — ул тормоштоң көсһөҙ күләгәһе һәм был күләгә мине таланы! […] Мин һеҙҙән ике миллион һорамайым, мин уларға хоҡуҡлы түгел, ләкин мин һеҙҙән үтенеп һорайым, миңә йөҙ йәки ике йөҙ мең бирегеҙсе! Юҡһа, мин үҙемә ҡул һалам!». Банкир уға был сумманы вәғәҙә итә һәм ҡунаҡтары эргәһенә кире килә. Унда хәлһеҙлектән креслоһына шыуып ултыра ла: «Һеҙ оттоғоҙ! Мин бөлгөнлөккә төштөм», — ти.

Альбовтың әйтеүенсә[6], Чехов 1880-се йылдар аҙағында «өмөтһөҙ яманһыу кәйефле» булған, һәм уның «Пари» хикәйәһенең геройы ла бөтә кешелекте яратмай. А. Б. Гольденвейзер 1901 йылдың 16 сентябрендә үҙенең көндәлегендә, Л. Н. Толстойға «Пари» хикәйәһе «төп фекеренең оригиналлеге һәм яҙыу оҫталығы менән» оҡшаны, тип яҙҙы[7].

Экранлаштырыуҙары

үҙгәртергә
 
Ж. Реноның «Весь мiръ» журналындағы «Сәйер пари» хикәйәһе, 1911
 
Рассказ Ж. Рено «Странное пари» в журнале «Весь мiръ», 1911
  • «Лишённый солнца» (1912, режиссёр В. Кривцов). Фильм снят по рассказу «Странное пари» Жозефа Рено, который в свою очередь основан на рассказе А. П. Чехова «Пари»[8].
  • «Молчание (инг.)баш.» (1961, режиссёр Б. Сагал; 25-й эпизод 2-го сезона сериала «Сумеречная зона (телесериал, 1959)[9].
  • «Невероятное пари, или Истинное происшествие, благополучно завершившееся сто лет назад» (новелла «Невероятное пари») (1984, режиссёр В. Я. Мотыль).
  • «Пари» (2004, режиссёр А. Боярских).
  • «Пари» (2008, режиссёр Н. В. Петрова).
  • «Пари» (2011, режиссёр Каро Сарикян).
  • «Пари» (2014, режиссёр Иван Перекатов).
  • «Пари» (2015, режиссёр Юлия Каплун).

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Соколова М. А. Примечания к рассказу «Сапожник и нечистая сила» 2017 йыл 15 май архивланған.. // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем в тридцати томах. Сочинения. Т. 7. — М.: Наука, 1977. С. 665.
  2. 2,0 2,1 Соколова М. А. Примечания к рассказу «Пари». // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем в тридцати томах. Сочинения. Т. 7. — М.: Наука, 1977. С. 666.
  3. Novoe_vremya_1889_01_01_N4613.pdf Ан. Чеховъ «Сказка». (Первое издание рассказа) // Газета «Новое время», № 4613 от 1-го (13-го) января 1889 года. С. 1-2.
  4. Сравнения текста рассказа в издании Маркса и в газете «Новое время». // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем в тридцати томах. Сочинения. Т. 7. — М.: Наука, 1977. С. 561—566.
  5. Прохоров Г. История одного рассказа. Неопубликованное письмо А. П. Чехова. — «Литературная газета», № 88 от 14 июля 1934.
  6. Альбов В. Два момента в развитии творчества Антона Павловича Чехова…. // «Мир Божий», 1903, № 1.
  7. «Вблизи Толстого». — М., 1959. С. 98.
  8. Сысоев Н. Случай с рассказом(недоступная ссылка). // «Огонёк», № 28, 1954. С. 32.
  9. The Silence (1961). // IMDb.com