Йыназа (хикәйә)
Йыназа — А. П. Чехов хикәйәһе. 1886 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр Новое время гәзитенең 3581-се һанында 1886 йылдың 15 февралендә баҫтырыла.
Йыназа | |
Жанр | |
---|---|
Автор | |
Төп нөхсә теле |
рус |
Ижат ителгән ваҡыты | |
Тәүге тапғып нәшер ителгән |
1886 йылдың 15 февралендә |
Баҫмалар
үҙгәртергәХикәйә тәүге тапҡыр Новое время гәзитенең 3581-се һанындағы Субботники бүлегендә 1886 йылдың 15 февралендә Ан. Чехов ҡултамғаһы аҫтында баҫтырыла.
1887 йылда хикәйә, әҙ генә үҙгәртелеп, «В сумерках» гәзитендә баҫыла. Автор тарафынан бик әҙ генә үҙгәртелеп, 1899—1901 йылдарҙа нәшерсе Адольф Маркс сығарған Чехов әҫәрҙәре йыйынтығының өсөнсө томына индерелә.
Чехов тере саҡта хикәйә венгр, немец, румын, серб-хорват һәм фин телдәренә тәржемә ителә.
Фон
үҙгәртергәБыға тиклем А. П. Чехов үҙ әҫәрҙәрен А. Чехонте исеме аҫтында сығарһа, «Новое время» гәзитенән ул 27 (14 иҫке стиль буйынса) февралдә хикәйәне яҙыусының ысын исемен талап иткән телеграмма ала. А. С. Лазарев-Грузинский үҙ мемуарҙарында: «Чехов быға рөхсәт бирә, ләкин бик ныҡ үкенә, сөнки медицина журналдарында ҡайһы бер мәҡәләләр сығарырға уйлай һәм ысын исемен етди мәҡәләләр өсөн һаҡлай»- тип яҙа.
Суворинға яуап хатында Чехов 6 мартта (21 февраль иҫке стиль буйынса): «Минең эштәрем тураһында Һеҙгә минең турала маҡтау һүҙҙәре әйткәнегеҙ һәм әҫәремде бик тиҙ арала баҫтырғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт‹…› Минең хикәйәмдең аҙағын Һеҙҙең алып ташлағанығыҙ һәм файҙалы кәңәшегеҙ менән мин килешәм»,- тип яҙа.
Хикәйәнең ҡулъяҙмаһы юғала, бары тик Новое время гәзитендәге версия ғына һаҡланып ҡалған.
Сюжет
үҙгәртергәКибетсе Андрей Андреевич урындағы ауыл сиркәүенә Хоҙай инәһе Одигитрияның иконаһына яңы вафат булған ҡыҙы Мария өсөн доға ҡылырға килә. Андрей Андреевичтың Мария тураһында урындағы ауыл сиркәүе руханийына доға ҡылыуҙы һорап яҙған ҡағыҙында ҡыҙын уйнашсы тип атап яҙғаны өсөн дин әһеле уны бик ныҡ тиргәп ташлай. Кибетсенең ҡыҙы билдәле актриса булған була, шунлыҡтан атай кеше руханиҙың әрләгәненә аптырап ҡала, сөнки уның ҡыҙы сәхнәлә уйнап йөрөгән дә инде. Доға ҡылған сағында Андрей Андреевич үҙенең төҫкә сибәр, аҡыллы, нескә күңелле ҡыҙын күҙ алдына килтерә һәм ул «актерка» булғас, ниңә уны уйнашсы, йәғни уйнаусы тип атарға ярамай икән тип иҫе китә.
Был һүҙе өсөн уны кесе рухани-дьякон да әрләй: «Һиңә был һүҙең өсөн епитимья (ҡаты дини яза) һалырға кәрәк, бушҡа-юҡҡа аҡыл һатып йөрөүеңде туҡтатыр өсөн! Һинең ҡыҙың билдәле әртис булды. Уның тураһында гәзиттәрҙә маҡтап яҙҙылар… Ә һин әллә ниндәй әшәке һүҙ менән ҡыҙыңды атап яҙғанһың! Эх, һин — меҫкен филозоф!»- тип.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Чехов А. П. Панихида // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Рассказ Панихида 2017 йыл 5 май архивланған.
- Панихида, оригинальный русский текст
- Реквием, перевод на английский язык