Ленин скверында Ленин һәйкәле (Өфө)
Ленин скверындағы Ленин һәйкәле (Ѳфѳ). Өфө ҡалаһының үҙәгендә, Коммунистик һәм Ленин урамдары киҫелешендәге Ленин скверында урынлашҡан. Постаментта «ултырған» Ленин һәйкәленән ғибәрәт. Уның артында Ер шары менән стела күтәрелә.
Ленин скверында Ленин һәйкәле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Урын | Өфө |
Һүрәтләнгән объект | Ленин Владимир Ильич һәм Ер |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Ленин скверында Ленин һәйкәле (Өфө) Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәЛенинға беренсе һәйкәл 1924 йылдың 7 ноябрендә ҡуйылған. Был һәйкәлдең авторы И. А. Менделевич. Был илдәге тәүге Ленин һәйкәлдәренең береһе була[1]. Ленин тулы кәүҙәһе менән һүрәтләнгән була. Постаментта «В. И. Ленинға, Өфө ҡалаһының хеҙмәтсәндәре. 1924 йылдың 1 майы» тигән яҙыулы мемориаль таҡта ҡуйылған була[2]. Һәйкәл проектының авторы һәм төҙөлөш етәксеһе техник-төҙөүсе (һуңынан Өфө, Ташкент һәм Куйбышевтың баш архитекторы) Д. М. Ларионов була.
Киләһе йылда уҡ һәйкәл тирәләй сквер эшләнә, бының өсөн Ленинградтан махсус рәүештә Таврида баҡсаһы баҡсасыһы саҡырыла.
1939 йылда Өфөлә скульптор, Ленин һәйкәлдәренең торошон тикшереү буйынса дөйөм Рәсәй комиссия рәйесе С. Д. Меркуров булып китә. Уның ҡарары буйынса Менделевич скульптураһы Меркуровтың үҙе эшләгән һәйкәлдең типовой бетон күсермәһенә алмаштырыла, ә оригиналы хәҙерге «Гидравлик» заводының производство биләмәһенә күсерелә.
Һәйкәл авария хәленә килгәс, уны 1987 йылда граниттан эшләнгәнгә алыштырырға ҡарар ителә. Лениндың теүәл күсермәһен эшләүгә Ленинград скульпторҙарына заказ бирелә. Әммә үҙгәртеп ҡороу осороноң финанс ҡатмарлыҡтары арҡаһында скульптура һатып алынмай. Скверҙа ике тиҫтәнән ашыу йыл дауамында стелала, бөтә донъя буйынса марксизм-ленинизм идеяһын раҫлаусы символ булараҡ, бер глобус ҡына күренеп тора. Ер шарын уратып торған символик сылбыр СССР территорияһы өҫтөндә өҙөп ташлана.
Ҡала советы депутаттары, граждандар мөрәжәғәттәренә яуап итеп, 2011 йылдың 27 апрелендә Ленин һәйкәлен элекке тарихи урынына ҡайтарыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Монумент бағыусы аҡсаһына тергеҙелә. Яңыртылған проект авторы Өфө скульпторы Хәлит Ғәлимуллин.
2011 йылдың 31 октябрендә яңыртылған Ленин һәйкәле урынына ҡуйыла.
2011 йылдың 2 ноябрендә һәйкәлде рәсми асыу тантанаһы була. Был сарала Өфө ҡалаһының рәсми кешеләре һәм ҡайһы бер сәйәси эшмәкәрҙәре, шул иҫәптән КПРФ етәксеһе Геннадий Зюганов ҡатнаша[3].
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Сквер Ленина
- ↑ Скверы и парки Уфы 2016 йыл 20 сентябрь архивланған.
- ↑ Памятник Ленину открыл Зюганов
- ↑ Памятник Ленину на proufu.ru
- ↑ Памятник Ленину репортаж канала Россия 1(недоступная ссылка)
- ↑ 1-й канал Открытие памятника Ленину
- ↑ Уфа | Пропавшие надгробия в основании памятника Ленину — БезФормата. Ru — Новости 2014 йыл 22 май архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Открытие памятника Ленину в Уфе на 1-м канале
- Открытие памятника Ленину в Уфе на ИТАР-ТАСС 2012 йыл 6 ғинуар архивланған.
- КП:Памятник Ленину открыл Зюганов
- Памятник Ленину 2016 йыл 13 октябрь архивланған.. Башкирская энциклопедия.