Павниси сиркәүе
Павнисиҙа Георгий сиркәүе (грузин: გიორგის წმინდა ფავნისის ეკლესია), көнсығыш Грузияла, Шида Картли төбәгенең Каспи муниципалитетында урынлашҡан грузин православ сиркәүе. 9-10 быуаттарҙа төҙөлгән. Сиркәү 12 быуаттың икенсе яртыһындағы фрескалары менән билдәле. Грузияның милли әһәмиәттәге күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡыһы исемлегенә индерелгән[1]
Павниси сиркәүе | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Шида-Картли[d] |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Павниси сиркәүе Викимилектә |
Павниси сиркәүе тарихта Павниси булараҡ билдәле булған төбәктең хәҙерге Гарикула исемле ауылдан көньяҡҡа ҡарай иҫке зыяратта урынлашҡан. 12,4 × 10,8 м күләмендәге бина ҡомташтан төҙөлгән, көнсығышта ярым түңәрәк апсиданан тора, ярым цилиндрик көмбәҙ менән ябылған. Бинаға көньяҡ яҡтағы ишек аша инергә мөмкин. Көньяҡ фасады менән йәнәш ярым емерек өҫтәмә часовня тора[2]
Эске яҡтан һыланған һәм яҡынса 1180 һәм 1190 йылдар араһында буялған диуарҙарында юғары художестволы фрескалар урын алған. Төҫтәр гармонияһы һәм линияларының таҙалығы менән билдәле булған картиналары байтаҡ өлөшөндә уңған, әммә өлгөләре сағыштырмаса һәйбәт һаҡланып ҡалған. Сиркүәҙең эске диуарының үҙәк өлөшөндә апостолдың 12 бюсы һүрәтләнгән, ә аҫҡы өлөшөндә 10 сиркәү башлығының һәм ике диакондың һүрәттәре урынлашҡан. Көнбайыш диуарҙа христиан тарихын һүрәтләүсе картиналар урынлашҡан
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «List of Immovable Cultural Monuments» (PDF) (Gürcüce). National Agency for Cultural Heritage Preservation of Georgia. Erişim tarihi: 25 July 2019.
- ↑ Dolidze, V; Kintsurashvili, S; Sidamonidze, U; Tskitishvili, G, (Edl.) (1990). საქართველოს ისტორიისა და კულტურის ძეგლთა აღწერილობა, ტ. 5 [Historical and cultural monuments of Georgia: Summa, vol. 5] (Gürcüce). Tbilisi: Metsniereba. s. 146.