Павлов Посад тарихы
Павлов Посад тарихы — Павлов Посад ҡалаһы һәм тирә-яғының тарихы тураһында мәҡәлә.
Боронғо тарихы
үҙгәртергәКрайҙың тарихын өйрәнеү неолит осороноң б.э.т. 2000-3000 йылдарына ҡараған археологик табылдыҡтар менән бәйле. Археологтар Е. И. Диков һәм Ф. Ф. Сидоров Клязьма һәм Вохна йылғалары ҡушылған ерҙә тәүтормош кешеләре йәшәгән ике торлаҡ урынын таба.
1845 йылда ҡала статусы алғанса тиклем, Павлов Посадтың эргә-тирәһе Вохна олоҫо, ә кешеләр йәшәгән өлөшө — Вохна (Вохна йылғаһының атамаһы), Вохонка тип йөрөтөлә. Көнсығышҡа ҡарай алты километр алыҫлыҡта ике ҙур Казанское һәм Грибаново ауылдары урынлашҡан. Тәүгеһе XIX быуаттың уртаһына ҡәҙәр Меря, XX быуат башына Казанская Меря, икенсеһе XVI быуатта уҡ «Старая Меря» атамалары менән билдәле.
Яҡында Нерская (Мерская) йылғаһы аға. 1577 йылғы Коломен иҫәп яҙмаһы китабында йылға башҡа исемдәр менән дә күрһәтелгән: Мерка һәм Мерская. «Мерская» атамаһы документтарҙа XVIII быуат аҙағына ҡәҙәр һаҡланған, ошо осорҙан бер үк ваҡытта «Нерская» атамаһы ла ҡулланылышҡа инә башлай (1784 й. Генераль межалау материалдары). Был атамалар крайҙың Владимир өлкәһе һәм Мещера ятҡылығына яҡын меря тамырҙарына бәйлелегенә ишара.
Казанское (Меря) ауылы янында 1880 йылдарҙа А. П. Богданов XI—XIII быуаттарға ҡараған иң ҙур 100 ҡәберлектәрҙең икәүһен таба. 1915 йылда уларҙы өйрәнеү эшен мәскәү археологы В. Д. Калитин, ә 1925 йылдан — Е. Н. Липеровская һәм В. П. Левина алып бара. Табылдыҡтарҙан шул билдәле була: Подмосковьены XI—XII быуаттарҙа вятичтар һәм кривичтар, шулай уҡ әлеге Павлов Посад районында йәшәгән, ләкин славяндар тарафынан йотолған фин-уғыр ҡәбиләләре (меря, муром һ.б.) биләп торған.
Бөйөк Мәскәү кенәзлеге тураһында тәүге мәғлүмәт
үҙгәртергәВохна ауылы тураһында тәүге документаль мәғлүмәттәр XIV йөҙйыллыҡ башына ҡарай. Бөйөк кенәз Иван Данилович Калитаның (1288—1340)[1] грамотаһында Вохна иҫкә алынған. Был грамота Иван Калитаның улдары менән бергә 1339 йылда Ордаға сәйәхәт ҡылыуы миенән бәйле яҙылған[2].
Калитаның аҫаба ерҙәре бик күп, шулар араһында Вохна ла, була. Әммә был урындарҙа күршеләш йәшәгән ҡәбиләләрҙең үҙ-ара даими бәрелештәре һөҙөмтәһендә тарихи һәм иҫтәлекле урындар емерелеп тороуо сәбәпле, уның ерҙәренең сиген аныҡ билдәләп булмай. Вохна тип Вохонка һәм өлөшләтә Клязьма йылғалары буйында урынлашҡан ауылдар теҙмәһе атала, әммә ҡайһы бер акттарҙа Власьевск һәм Павлов ауылы биләмәһе тип тә күрһәтелә. Сиркәү-административ ҡарамағында ла Вохна айырым әһәмиәткә эйә: тиҫтәләгән сиркәүҙәре менән бергә был ерҙәр «Вохонская десятина» тип йөрөтөлгән.
Вохна олоҫона Вохна, Степурино, Улитино, Теренино, Рохманово, Казанское, Малыгино, Кавригино һәм Храпуново ауылдары инә. Ерҙәр кенәздеке булып һаналғанға күрә, уның өсөн ҙур күләмдә оброк түләнелгән.
1340 йылда Иван Калита улы Иванды Вохна олоҫоноң вариҫы итеп ҡалдыра. Артабан 1389 йылғаса был ерҙәргә ейәне Дмитрий Донской хужа була. Уныһы Вохна ауылында йыш була һәм шунда ағас сиркәү төҙөтә. 250 йыл дауамында Вохна олоҫо бер-бер артлы мәскәү кенәздәренә күсә килә. Иван Грозный уларҙың иң һуңғыһы була. 1547 йылда Мәскәү кенәзе Иван IV Васильевич батша титулына эйә була.
1582 йылда 50 йәштән уҙған һәм ауырыу Иван Грозный Вохна олоҫон Троице-Сергиевск монастыренә бүләк итә. Был турала килешеү 1582 йылдың 11 майында Иван Грозныйҙың грамотаһы менән раҫлана. Троице-Сергиев монастыренә бирелгән документ буйынса, Вохна саҙаҡа рәүешендә бирелгән тип иҫәпләнһә лә, уның ҡасан монастырь биләмәһенә әйләнеү ваҡыты аныҡ түгел, сөнки был турала яҙма рәүештә теркәлмәгән. Мәскәү өйәҙе буйынса 1577 һәм 1578 йылдарҙағы иҫәп яҙмалары китаптарында теркәлеүенсә, Дмитрий Солунский сиркәүе менән бергә Вохна йылғаһы буйындағы Дмитровский погосы һәм Христостың мученигы Изге Георгий сиркәүе Троице-Сергиев монастыре аҫабалығында һанала.
Һуңғараҡ Троице-Сергиев монастыре кенәздәрҙе берләштереү, татар-монголдарға ҡаршы көрәштә ҡатнашыусы булараҡ һәм ҙур мәҙәни үҙәк вазифаһында Рустең сәйәси тормошонда мөһим роль уйнай. Иван Грозный һәм башҡа батшалар монастырҙе байыта торалар.
Екатерина II Секуляризацияһы
үҙгәртергә1764 йылда батшабикә Екатерина II тарафынан сиркәү ерҙәрен секуляризациялау ғәмәле бойомға ашырыла. Вохна олоҫо Дәүләт ҡарамағындағы һаҡсыллыҡ коллегияһы ҡарамағына күсерелә. 1781 йылдың 5 октябрендә Екатерина II Указы менән Богородский өйәҙе булдырыла, һәм Вохна олоҫо ла шунда инә. Павел I, мәрхүмә әсәһенең алдағы административ бүленештәргә индергән яңылыҡтарын кире ҡағырлыҡ указы менән 1796 йылдың 31 декабрендә Богородск өйәҙен (шулай уҡ Воскресенск, Подольск, Никитск, Бронницк) тарҡата. Вохна олоҫо Коломенск өйәҙенә беркетелә. Әммә Павелдың үҙенең вафатынан һуң, уның улы Александр I 1802 йылдың 12 февралендә бөтәһен дә кире урынына ҡуя, һәм Богородск өйәҙе кире тергеҙелә.
Наполеондың баҫып алыуы
үҙгәртергәНаполеон ғәскәре Мәскәүҙе алғас, 1812 йылдың 23 сентябрендә, Бөйөк ғәскәр корпустарының Мәскәүҙән төньяҡ, төньяҡ-көнбайыш һәм көнсығыш йүнәлешендә үҙ-ара килешеп, хәрәкәт итеүен тәьмин итеү ниәтенән, Павлов ауылынан көнбайышта 16 саҡрым алыҫлыҡтағы Богородск ҡалаһын Мишель Ней корпусы частары биләп ала. Ҡаланың дошмандар тарафынан биләп алыныуы унда йәшәүселәрҙең мөлкәтенә һәм ғүмеренә хәүеф тыуҙыра.
Вохна олоҫо сходы, был ҡаланың башлығы Егор Семёновича Стуловтың ризалығынан, ҡаланы һаҡлау өсөн дружина төҙөргә ҡарар итә. Ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарт-ҡоро, бала-сағаны һәм мал-мөлкәтте урманға күсереү хәл ителә. Сходта дружинаның етәксеһе итеп урындағы крәҫтиән Герасим Курин тәғәйенләнә. 28 сентябрь көнө иртәнсәк Курин һәм Стулов Владимир ополчениеһы командующийы генерал-лейтенант кенәз Борис Голицындың штабына киләләр һәм крәҫтиәндәрҙең хәрәкәте тураһында хәбәр итәләр, әсирҙәрҙе тапшыралар һәм ҡаланы һаҡлаусы дружинаға ярҙамға казактар ебәреүен һорайҙар.
Көндөң икенсе яртыһында Курин Павлов ауылына 20 ҡылыслы казактар отряды менән әйләнеп ҡайта. Улар менән бергә дружина шунда уҡ, көтөлмәгәндә, Назар ауылына һөжүм итә, һәм ундағы дошман фуражирҙары аттарын һәм егеү арбаларын ташлап ҡасырға мәжбүр була. 1 октябрҙә, кискә ҡарай, Ней корпусы, Мәскәү янындағы башҡа корпустар менән бергә, баш ҡалаға кире инергә бойороҡ ала: Наполеон һуғышҡа әҙерләнә. Дошмандың Богородск ҡалаһын ҡалдырыуы ошоноң менән бәйле була. Вохна дружинниктары был ваҡиғанан һуң дәтләнеп, Богородск ҡалаһы эргәһендәге Успенский дары заводын районына юллана. Ошоноң менән ҡаланы һаҡлаусы отрядтың яу тарихы тамамлана.
Владимир ополчениеһы етәксеһе, ул ваҡыттағы талаптарға ярашлы, мәскәү генерал-губернаторы граф Фёдор Ростопчинға үҙенең бойондороҡлолоғонда булған губерния крәҫтиәндәре Курин, Стулов һәм Чушкиндың инициативаһы тураһында хәбәр итә. Ростопчин, шәхси сәйәси, бер үк ваҡытта һуғыш хәүефлелегендә торған губернияла йәшәүселәргә илһөйәрлелектә өлгө күрһәтеү маҡсаттарынан сығып, батша наградаларына лайыҡлы халыҡ батырҙары исемлеген төҙөтә. Унда барлығы 50 кеше эләгә.
Император Александр I уларҙың барыһына ла наградалар бирҙертә: берәүҙәргә — Хәрби ордендың төрлө билдәләре, икенселәргә — «За любовь к отечеству» медале. Вохналыларға тәреләр эләгә. Наградаларҙы 1813 йылдың 25 майында Мәскәүҙә Ростопчин үҙе тапшыра. Бөйөк француз императорының көнсығышҡа үтеп инеү ниәтенә сик ҡуйыусы Вохна әлегә тиклем был тарихи ваҡиғалар тураһындағы иҫтәлектәрҙе ентекләп һаҡлай.
Урындағы әһәмиәткә эйә Изге Василий Павлово-Посадский
үҙгәртергә1844 йылдың 2 июнендәге указға яраҡлы, биш ауыл берләштерелеп, посад булдырыла. Ошо ваҡиғаға ярашлы Сенаттың указы батша Николай I ҡултамғаһы менән нығытыла һәм түбәндәге йөкмәткенән тора: «Признав полезным, согласно представлению Министра Внутренних Дел, в Государственном Совете разсмотренному, преподать жителям села Вохны и смежных с оном четырех деревень: Захарова, Меленки, Усова и Дубровы, состоящих Московской губернии в Богородском уезде, новыя удобства к распространению торговли и мануфактурной промышленности, ПОВЕЛЕВАЕМ: означенныя селения переименовать в посад под общим названием Павловскаго, предоставив жителям оных селений вступить, кто пожелает, в мещанское звание или объявить купеческий капитал»[3]. 1845 майында Павлов Посады тантаналы рәүештә асыҡ тип иғлан ителә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Зимин A.A. Историко-архитектурное описание Павловского Посада Московской губернии.
- Вохонский край. Выпуски № 1-3
- Троицкий Т. Историко-архитектурное описание Павловского Посада Московской губернии. В 2-х выпусках. Выпуск 1. П.-П. 1900 год.
- «Русские ведомости» 1864 год. № 137.
- Исторические материалы о церквах Московского уезда. Холмогоровы, стр. 128. Вохонская десятина.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ В. А. Кучкин — Издание завещаний московских князей XIV в. (1339 г.) Вторая душевная грамота великого князя Ивана Даниловича Калиты //Древняя Русь. Вопросы медиевистики. 2008. № 2 (32). С. 129—132.
- ↑ Духовная грамота великого князя Ивана Даниловича Калиты. Около 1339 г., Библиотека истфака МГУ.
- ↑ «Полное собрание законов Российской Империи» (Собрание второе СПб, 1845), XIX том, стр. 358, именной царский Указ от 2 июня 1844 года (№ 17956), данный Сенату «О переименовании села Вохны и смежных с ним оным четырех деревень в посад».