Павел-Очаков мороно

Павел-Очаков мороно — һыу ағыҙып килтергән ҡомло-ҡабырсаҡлы морон. Диңгеҙ эсенә бер нисә километрға инеп торған морондоң дауамы булып тора. Формаһы менән дуғаны хәтерләтә. Аҙау диңгеҙенең Рәсәй яр буйында, Таганрог ҡултығында, Аҙау ҡалаһынан яҡынса 35 км көньяҡ-көнбайышта урынлашҡан.

Павел-Очаков мороно
Координаты: пропущена долгота
Йыуыусы акваторияларТаганрог ҡултығы, Азов диңгеҙе
Ил
АЕ первого уровняРостов өлкәһе
АЕ второго уровняАзовский районы
Рәсәй
Красная точка
Павел-Очаков мороно
Ростов өлкәһе
Красная точка
Павел-Очаков мороно
Павел-Очаков мороно
Павел-Очаков мороно
 Павел-Очаков мороно Викимилектә

Административ бүленеш буйынса Павел-Очаков мороно Ростов өлкәһенең Аҙау районы составына инә.

Павел-Очаков моронона юл күрһәткесе

Морондоң төрлө исемдәре ҡулланыла. Интернетта, әҙәбиәттә һәм аралашҡанда иң таралған атамаһы «Павел-Очаков мороно». Картала «Очаков мороно» атамаһы ҡулланыла. Юл күрһәткесендә «ПАВЛООЧАКОВСКАЯ КОСА» тигән яҙыу тора.

Морон менән диңгеҙ араһында бухта-ҡолаҡ бар. Ул кайтсёрфингты яратыусылар араһында бик популяр.

Морон буйындағы диңгеҙ тәрәнлеге (0,5-1,4 метр), уны һыу инеү өсөн, винд- һәм кайтсёрфинг өсөн уңайлы урын итә.

Морондоң һыу өҫтөндәге һәм һыу аҫтындағы өлөштәре буйлап ял итеүселәр диңгеҙгә һәм кире күңелле ял итеп йөрөп киләләр. Павел-Очаков морононоң көнсығыш ярында уңайлыҡтары булған пляж урынлашҡан.

Интернетта, Павел-Очаков мороно кайтсёрфингтың донъя үҙәктәренең береһе, тигән фекер әйтелә.

Ҙур пляждар, һөҙәк соҡорһоҙ ҡомло төбө, күп һандағы ял итеү базалары һәм балалар һауыҡтырыу лагерҙары һәр сезонда күп ял итеүселәрҙе йәлеп итә.

Һыу инеү сезоны бында майҙан сентябргә тиклем һуҙыла (диңгеҙ һыуының температураһы +18…+25 °C)[1].

Морон эргәһенән Аҙау — Ейск трассаһы үтә. Пляждар эргәһендә түләүле автопарковка ҡоролған.

Ҙурыраҡ ял базалары («Навигатор», «Эдем», «Оазис») бер юлы тиҫтәләгән, ваҡытлыса фатирҙа тороусыны ҡабул итә.

Ә бер нисә корпус биләгән «Аҙау диңгеҙ буйы» ял итеү базаһы үҙендә 280-гә тиклем ял итеүсене урынлаштырырға мөмкин.

Моронда ҡомло-ҡабырсаҡлы типтағы ике пляж зонаһы урынлашҡан: төньяҡ һәм көнсығыш. Бында Рәсәйҙең көньяғы өсөн ғәҙәти булған күңел асыу саралары йыйылмаһы бар: батуттар, өрөп тултырмалы тау, ҡуртымға гидроциклдар һәм катамарандар һәм «банандарҙа» йөҙөү.

Пляждарҙың дөйөм оҙонлоғо яҡынса 1 км тәшкил итә. Төньяҡ пляж һайыраҡ һәм һәр ваҡыт ел булғанға яҡында һыу тоноҡ. Шуға күрә, был урын һыу инеүселәргә ҡарағанда виндсёрферҙар һәм крайтсёрферҙар араһында ҙурыраҡ популярлек менән файҙалана.

Морондоң үҙендә был паруслы спорт төрөнә өйрәтеүсе базалар бар. Павел-Очаков мороно эргәһендә даими рәүештә винд- һәм крайтсёрферҙарҙың ярыштары үтеп тора[2]. 2015 йылдың йәйге осоронда Павел-Очаков морононда 18 мең кеше ял иткән[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Гидрометеорология и гидрохимия морей СССР. Т. V. Азовское море. СПб: Гидрометиздат, 1991. С.56
  2. Павло-Очаковская коса. Базы отдыха. Avto-Pozitiv. Дата обращения: 3 февраль 2017.
  3. [https://docviewer.yandex.ru/?url=http%3A%2F%2Fdontourism.ru%2FFu.ashx%3Fid%3D614&name=Fu.ashx%3Fid%3D614&lang=ru&c=5894acce098c Комплексное исследование сферы туризма в Ростовской области]. Дата обращения: 1 февраль 2017.(недоступная ссылка)