ПОЛИЭФ
«ПОЛИЭФ» акционерҙар йәмғиәте — Рәсәй предприятиеһы, терефталь кислотаһы һәм полиэтилентерефталат етештереүсе. Сибур составына инә (Пластиктар, эластомерҙар, органик синтез дирекцияһы). Рәсәй Федерацияһында берҙән-бер (2016 йылға) терефталь кислотаһы етештереүсе [1][2].
Предприятие тарихы
үҙгәртергә«Полиэф» предприятиеһының тарихы 1985 йылда СССР Химия сәнәғәте министрлығының, Тышҡы сауҙа министрлығының һәм Химия сәнәғәте төҙөлөшө министрлығының Бойороғо менән Башҡортостан «Химволокно» етештереү берекмәһе төҙөлөшө дирекцияһы ойошторолғандан башлана. Төҙөлөш урыны итеп Башҡортостандың Благовещенск ҡалаһында Өфө буйы ТЭЦ-ы менән терефталь кислотаһы етештереү өсөн сеймал сығарыусы Өфөнефтехим эргәһендәге майҙансыҡ һайлана.
1991 йылда Японияның «Kobe Steel», «Mitsui», «Nissho Iwai» фирмалары менән контракт нигеҙендә хаҡы 561 миллион АҠШ доллары торған яңы ҡорамалдар алына. Предприятиела түбәндәгеләрҙе етештереү планлаштырыла:
- таҙартылған терефталь кислотаһы (йылына 230 мең тонна) — Mitsui Petrochemical Ltd (Япония) лицензияһы буйынса
- полиэтилентерефталат-гранулят (йылына 120 мең тонна) — Du Pont de Nemours (АҠШ) лицензияһы буйынса
- полиэфир сүстәр (йылына 60 мең тонна) — Du Pont de Nemours (АҠШ) лицензияһы буйынса
- туҡыу-ярҙамсы матдәләр (йылына 8 мең тонна) — Takemoto Oil and Fat Co., Ltd (Япония) лицензияһы буйынса
- полимер концентраттар-буяуҙар (йылына 1,5 мең тонна) — Ciba Geigy (Швейцария) лицензияһы буйынса
- «Спанбонд» туҡылмаған материалы (йылына 22 мең тонна) — Du Pont de Nemours (АҠШ) лицензияһы буйынса
Ләкин СССР тарҡалыу һәм 1990-сы йылдар емереклектәре төҙөлөштө алып барыу мөмкинлегенән мәхрүм итә. Комплексты төҙөү ваҡытлыса туҡтатыла, һатып алынған ҡорамалдар консервациялана, 1991—1997 йылдарҙа предприятие Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһынан ҡорамалдарҙы һаҡлап ҡалырлыҡ ҡына аҡса ала.
1992 йылда «Химволокно» — «Батэкс» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, 1995 йылда «ПОЛИЭФ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте тип үҙгәртелә. Был мәлгә баҙар конъюнктураһы тулыһынса үҙгәрә һәм полиэфир сүстәр, туҡыу-ярҙамсы матдәләр һәм «Спанбонд» материалы етештереүҙең кәрәге бөтә.
1998 йылдан Башҡортостан Республикаһы предприятие төҙөлөшөн финанслауҙы яңырта. Тәүҙә йылына 115 мең тонна терефталь кислотаһы етештереүсе производство линияһы төҙөргә ҡарар ителә, ләкин артабан дөйөм ҡеүәте йылына 230 мең тонна ТФК етештерерлек ике производство линияһы ҡорорға хәл ителә.
2004 йылда «ПОЛИЭФ» төҙөлөшөн финанслауҙы ҡырҡа кәметеү сәбәпле, терефталь кислотаһы производствоһын ҡороу тамамлана яҙһа ла, төҙөлөш тағы туҡтатыла. Рәсәй федераль мөлкәт фонды 2004 йылда өс тапҡыр «ПОЛИЭФ» ААЙ акцияларын һатыуға аукцион иғлан итә, ләкин ғаризалар килмәгәнлектән һатыуҙар үткәрелә алмай. 2005 йылдың апрелендә заводты «Селена» ЯАЙ һатып ала, предприятиеның бурыстарын ҡаплай, төҙөлөштө тамамлау һәм производствоны эшкә ҡушыу-көйләү эштәрен башҡарып сығыуға аҡса бүлә. 2005 йылдың 15 ноябрендә 1-се технологик линия эшкә ҡушыла, продукттың тәүге партияһы — техник терефталь кислотаһы алына. 2005 йылдың 29 декабрендә предприятиены асыу тантанаһы була. Сарала Башҡортостан Республикаһы президенты Рәхимов М. Ғ., Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте ағзалары, Благовещен районы хакимиәте башлығы, шулай уҡ төбәктең ҙур предприятиелары һәм компаниялары етәкселәре ҡатнаша. 2006 йылдың 21 мартында техник терефталь кислотаһы етештереүсе 2-се технологик линия эшләтеп ебәрелә.
2007 йылда «ПОЛИЭФ» ААЙ акцияларын Сибур ала.
2008 йылда полиэтилентерефталат производствоһы төҙөлөп бөтә, беренсе продукт алына. Ошо уҡ йылды предприятие «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсы лауреаты була[1].
2010 йылдың декабрендә полиэтилентерефталат производствоһын киңәйтеп, уның ҡеүәтен йылына 140 мең тоннанан 210 мең тоннаға еткерергә ҡарар ителә.
2010 йылдың декабренә предприятие таҙартылған терефталь кислотаһының миллионынсы тоннаһын сығара.
2014 йылдың апрелендә полиэтилентерефталат производствоһының яңы ҡеүәттәре эшләй башлай.
2014 йылдың ноябрендә предприятие таҙартылған терефталь кислотаһының ике миллионынсы тоннаһын сығара.
2015 йылдың 22 декабрендә Сибур Башҡортостан Республикаһынан предприятие милкенең ҡалған өлөшөн (17,5 %) 476,3 миллион һумға һатып ала һәм «ПОЛИЭФ» акцияларының 100 процентын тотош үҙендә туплай [3][4].
Технология һәм продукция
үҙгәртергәПолиэтилентерефталат етештереү технологияһы үҙ эсенә түбәндәге төп производстволарҙы ала[1]:
- Терефталь кислотаһы производствоһы
- Полиэтилентерефталат производствоһы
- Водород алыу ҡоролмаһы
- Шыйыҡ һәм ҡыҫылған азот алыу ҡоролмаһы
- Шыйыҡ һәм газ хәлендәге ҡалдыҡтарҙы термик зарарһыҙландырыу ҡоролмаһы
ПОЛИЭФ түбәндәгеләрҙе етештерә[5]:
- Таҙартылған терефталь кислотаһы биг-бегтарҙа (1 тонна) һәм балк-контейнерҙарҙа (20 тонна) — йылына 270 мең тонна.
- Юғары үҙлеккә эйә гранулланған кристаллик полиэтилентерефталат биг-бегтарҙа (1 тонна) — йылына 210 мең тонна
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 ПОЛИЭФ // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ «Сибур» изучает возможность увеличения мощностей башкирского «Полиэфа» . Коммерсант.ru (7 апрель 2015). Дата обращения: 30 июнь 2016.
- ↑ ГТРК «Башкортостан». Башкирия продала пакет акций завода «Полиэф» . Вести.Ru (24 декабрь 2015). Дата обращения: 20 июнь 2016.
- ↑ Ольга Муртазина. Башкирия продала принадлежащий республике пакет акций завода «Полиэф» . Башинформ.рф (23 декабрь 2015). Дата обращения: 20 июнь 2016.
- ↑ Сергей Захаров. Компания СИБУР: Сотрудничество с Правительством Башкортостана считаем ответственным и взаимовыгодным . Башинформ.рф (26 апрель 2016). Дата обращения: 30 июнь 2016.