Оҡшатыу һүҙҙәре — предметтарҙың, күренештәрҙең сығарған тауышына, яҡтылыҡ күренешенә, эш- хәрәкәттең йәки тороштоң һанына (образына) оҡшатып яһалалар.

Кеше тауышына, хайуан һәм ҡош‑ҡорт сығарған өн‑ауаздарға, әйбер, предмет, тәбиғәт күренештәренән хасил булған тауыштарға оҡшатыуҙы белдергән һүҙ төркөмө. Оҡшатыу һүҙҙәре экспрессив була, йышыраҡ һөйләү телмәрендә ҡулланыла, матур әҙәбиәт телендә киң урын ала.

Бүленеше

үҙгәртергә

Хәҙерге башҡорт телендә семантикаһы буйынса бер нисә төркөмсәгә бүленә:

  1. тере йән эйәләренең тауыштарын һәм хәрәкәтен; йәнһеҙ предметтар һәм тәбиғәт күренештәрен һ. б. сағылдырған өноҡшаш һүҙҙәр, мәҫ.: «быш‑быш», «ҡарр», «ҡыштыр‑ҡыштыр», «сылтыр‑сылтыр», «тып», «хи‑хи»;
  2. яҡтылыҡ күренештәрен, тере йән эйәләренең һәм предметтарҙың тышҡы һәм эске үҙенсәлеген сағылдырған һыноҡшаш һүҙҙәр: «дер‑дер», «йым‑йым», «сылт‑сылт», «тырт‑мырт», «ялт‑йолт».

Структураһы

үҙгәртергә

Структураһы буйынса 3 төркөмгә айырыла:

  1. бер һүҙҙән торған, мәҫ.: «шап», «кикрикүк»;
  2. ике һүҙҙән торған: «ғыж‑ғыж», «туҡ‑туҡ»;
  3. парлы: «дөбөр‑шатыр», «ыңғыр‑шыңғыр».

Морфологик яҡтан үҙгәрмәй, яңы һүҙҙәр яһау өсөн нигеҙ була ала, мәҫ., «баҡыр‑», «ғауға», «сатлама», «шарлауыҡ»; ярҙамсы ҡылымдар м‑н («келт‑келт кил‑», «мырт ит‑») һәм исемдәр менән («шағыр‑шоғор трамвай», «кетер‑кетер күмәс» һ.б.) бәйләнешкә инә. Төрлө һөйләм киҫәктәре булып киләләр (Синтаксис).

  • Ишмухаметов З. К. Подражательные слова в башкирском языке //Башкирская лексика: темат. сб. — Уфа, 1966.


  Был тел йәки тел белеме тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.