Ҡалып:Мейе

Горизонталь киҫелеше

Оҙонса мейе (лат. myelencephalon, medulla oblongata), йәки һуған баш мейеһе (лат. bulbus cerebri) луковицаһы — баш мейеһенең артҡы бүлеге, арҡа мейеһенең туранан-тура дауамы. Ромб формаһындағы мейенән сыға һәм баш мейеһе олонона инә. Тормош эшмәкәрлегенең төп процестарын: һулышты һәм ҡан әйләнешен көйләй, шуға күрә оҙонса мейе зарарланған осраҡта— тиҙ үлем.

Эмбриональ үҫеше

үҙгәртергә
Беренсел мейе ҡыуығы Икенсел мейе ҡыуығы Беренсел ромбомерҙар Икенсел ромбомерҙар
Ромб күренешле мейе (Ромбэнцефалон — Rh) Артҡы мейе (Метэнцефалон — Mt) A Муйын мейеһе — Перешеек (истмик ойоштороусы — истмус (I))
Rh1
Rh2
Rh3
Миелэнцефалон (My) B Rh4
C Rh5
Rh6
Rh7
D Rh8

Анатомияһы

үҙгәртергә

1-се муйын арҡа мейеһе нервыһының тамырсыҡтары сығыу урыны йәки артҡы баш һөйәгенең ҙур тишеге (йәки decussacio sensoria) дорсаль аҫҡы сиге тип иҫәпләнә[1], ә вентраль рәүештә — пирамидалар киҫелеше. Өҫтән баш мейеһенең варолиев күпере менән сиктәш [2].

Тышҡы төҙөлөшө

үҙгәртергә

Анатомик яҡтан арҡа һәм баш мейеһе төҙөлөшө һыҙаттарын берләштерә[1]. Мәҫәлән, вентраль өҫкө йөҙөндә пирамидаларҙы (лат. pyramides medullae oblongatae) айырып торған алғы урта ярыҡ (лат. fissura mediana anterior), арҡа мейеһенең алғы канатсыҡтарының дауамы, айырыла. Арҡа мейеһенең артҡы яғында пирамидаларҙың нервы сүстәре, алғы һыҙыҡтың (лат. decussatio pyramidum) тәрәнлегендә тәүҙә сатраш яһап латераль кортикоспиналь юлдар барлыҡҡа килтерә[1]. Алғы яҡтағы киҫешмәгән сүстәр алғы кортикоспиналь юлға күсә[1]. Пирамидаларҙың ҡырында оҙонса киңәйеү, зәйтүн урынлашҡан, уларҙан бер үк исемле ядроларҙан торған алғы латераль бураҙналар урынлашҡан [1].

Пирамидалар юғары умыртҡалыларҙа яңы ҡабыҡ үҫеше барышында барлыҡҡа килә һәм кешелә иң ҙур үҫешкә өлгәшә, сөнки кешелә иң ныҡ үҫешкән мейенең ҙур ярымшарҙары ҡабығы, баш һөйәге нервылары ядролары һәм арҡа мейеһенең алғы, хәрәкәт итеүсе, мөгөҙҙәре менән тоташтыра[1].

Арҡа мейеһенең дорсаль өҫкө йөҙөнән артҡы урта бураҙна дауам итә, (лат. sulcus medianus posterior). Латераль, артҡы латераль бураҙнаға тиклем, артҡы канатсыҡтар урынлаша. Аралаш бураҙна, уларҙы бер үк исемле һоро матдәнең йәҙрәләре урынлашҡан медиаль нәҙек шәлкемгә (лат. fasciculus gracilis) һәм латераль шына һымаҡ (лат. fasciculus cuneatus) шәлкемгә бүлә. Зәйтүн артынан артҡы латераль бураҙнанан IX, X һәм XI пар баш һөйәге нервылары сыға[3].

Эске төҙөлөшө

үҙгәртергә

Эске төҙөлөшө функциялар менән бәйле[4]:

  • Беренсенән, бында тын алыу үҙәге урынлашҡан. Һәр бер һулышыбыҙ, тын сығарыуыбыҙ оҙонса мейе һәм күпер тарафынан көйләнә.
  • Икенсенән, бында нейрофизиологтар ҡан тамырҙары хәрәкәте тип атаған үҙәк урынлашҡан. Ул йөрәк эшен, ҡан тамырҙары тонусын, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын идара итеүсе нейрондарҙан тора. Был ҙур "хужалыҡ", уның ярҙамында, мәҫәлән, кеше тәненең төрлө өлөштәрендәге ҡан ағымы, ҡан баҫымы көйләнә. Был процестар менән етәкселек итеү бик мөһим бурыс булып тора.
  • Өсөнсөнән, бында тыумыштан ашау тәртибе менән бәйле бөтә нәмә бар. Сабыйҙың үҙенәән-үҙе эшләп китергә тейешле: йотоуҙы, төкөрөк бүлеп сығарыуҙы, имеү рефлексын, төкөрөүҙе, ҡоҫоуҙы башлаусы үҙәктәр, юғиһә ул ашай алмаясағы.
  • Дүртенсенән, оҙонса мейе һәм күпер төп уяулыҡ үҙәген үҙ эсенә ала. Был үҙәк бөтә сенсор системаларынан сигналдар йыя һәм, әгәр, мәҫәлән, будильник шылтыратһа йәки кемдер беҙҙе яурыныбыҙҙан һелкетһә, кешене уята. Һәр бер көслө инеүсе сенсор сигналы бөтә үҙәк нервы системаһы буйынса мейене, артабан арҡа мейеһен һәм әүҙемләштереүсе тулҡын күперен, арҡа мейеһенән ҙур ярымшарҙар ҡабығына тиклем таратып, уятыу һәләтенә эйә. Һәм беҙ йоҡомһораған хәлдән уяныу хәленә күсәбеҙ. Әгәр ошо зона зарарланһа, кеше кома хәленә китеүе мөмкин. Оҙонса мейенең күпере, хатта бик аҙ ғына дәрәжәлә лә зыянлана ҡалһа, тын алыу йәки йотоу боҙолоуы менән хәүефле</ref> сөнки оҙонса мейе: матдәләр алмашыныуын, тын алыуҙы һәм ҡан әйләнешен көйләй; хәрәкәттәрҙе тигеҙләй һәм координациялай. Шуға ярашлы һоро матдәнең түбәндәге ядролары айырыла[5]:
  1. Зәйтүн ядроһы, (nucleus olivaris}}, һоро матдәнең бөгөлгән пластинкаһы менән күрһәтелгән. Бәләкәй мейенең тешле ядроһы менән бәйле, шулай итеп, тигеҙлек һаҡлауҙың аралыҡ ядроһы булып тора. Шулай уҡ медиаль өҫтәмә зәйтүн ядроһы ла осрай[3].
  2. Ретикуляр формация (formatio reticularis). Бүлектең бөтә тойоу ағзалары, арҡа мейеһе һәм башҡа бүлектәр менән бәйләнеш тәьмин итеүсе нервы системаһының төрлө бүлектәренең нервы эшмәкәрлеген көйләй[6].
  3. Баш һөйәге нервыларының IX—XII пар ядроһы: тел-йотҡолоҡ нервыһы, йөрөшлө нерв, өҫтәмә нерв, тел аҫты нервыһы.
  4. Йөрөшлө нерв ядролары менән бәйле тын алыу һәм ҡан әйләнеше үҙәктәре.

Аҡ матдәлә башҡа баш мейеһенең арҡа мейеһе менән, шулай уҡ оҙонса мейеһенең күрше бүлектәр менән бәйләнешен тәьмин итеүсе оҙон һәм ҡыҫҡа үткәргес юлдар айырыла. Оҙон юлдарға: пирамидаль юлдар, нәҙек һәм шына һымаҡ шәлкемдәр юлы инә[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Привес, 2001, с. 497
  2. Сапин, 2002, с. 350
  3. 3,0 3,1 Привес, 2001
  4. Оҙонса мейе һәм күпер — был функциялар йәһәтенән берҙәм зона, шуға күрә уларҙы берләштерергә мөмкин. Дөйөмләштереп әйткәндә, улар йәшәү өсөн мөһим функциялар менән идара итә, уларһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Был функциялар эволюция йәһәтенән иң боронғолары, уларҙан барыһы ла башланған. Балыҡтарҙа был бүлектәр кешенекенә оҡшатып ҡоролған. Был ниндәй мөһим функциялар?
  5. Привес, 2001, с. 497—498
  6. Сапин, 2002
  7. Привес, 2001, с. 498
  • Привес М. Г., Лысенков Н. К., Бушкович В. И. Анатомия человека. — 11-е изд., перераб. и доп.. — Спб.: Издательство «Гиппократ», 2001. — С. 704 с: ил.. — ISBN 5-8232-0192-3.
  • Сапин М. Р., Сивоглазов В. И. Анатомия и физиология человека (c возрастными особенностями детского организма). — 3-е изд., стереотип.. — М.: Издательский центр «Академия», 2002. — С. 448 с: ил.. — ISBN 5-7695-0904-X.
  • Синельников Р. Д., Синельников Я. Р., Синельников А. Я. Атлас анатомии человека: Учеб. пособие: В 4т. Т.4.. — 7-е изд., перераб.. — М.: Издательство «Новая Волна», 210. — С. 312 с: ил.. — ISBN 5-7864-0202-6.

Ҡалып:Нервылар системаһы