Оҙонлоҡ (координат)

шарға оҡшаш координаттар системаһы рәтендәге координат.

Оҙонлоҡ — шарға оҡшаш координаттар системаһы рәтендәге координат.

Оҙонлоҡ
Дәүмәл билдәһе λ
Үлсәме
Дәүмәл символы (LaTeX)
Вики-проект Проект:Математика[d]
Ҡапма-ҡаршыһы географик киңлек
 Оҙонлоҡ Викимилектә
Сферала киңлек (φ) һәм оҙонлоҡ (λ).

Оҙонлоҡто билдәләү проблемаһы

үҙгәртергә

Диңгеҙ навигацияһы өсөн киңлекте билдәләү әллә ни ҙур проблема тыуҙырмай — ул Тимерҡаҙыҡ йондоҙоноң офоҡтан алып бейеклеге мөйөшөн үлсәү ярҙамында бик еңел иҫәпләнелә. Оҙонлоҡто үлсәү байтаҡҡа ауырыраҡ мәсьәлә булып сыға.. Алдынғы диңгеҙ державалары был проблеманы хәл итеү өсөн ҙур ғына премия вәғәҙә итә.

Бер нисә астрономик ысул тәҡдим ителә — Иоганн Вернер (ай алыҫлығы ысулы, 1514 йыл), Галилео Галилей (Юпитер юлдаштары торошо буйынса, 1612 год), — ләкин был ысулдарҙы ҡулланыу өсөн ҡатмарлы астрономик инструменттар һәм иҫәпләүҙәр талап ителә. Өҫтәүенә ябайыраҡ ысул табыла, уны Фризиус Гемма уйлап тапҡан тип иҫәпләнелә — урындағы ҡояш ваҡытын талап ителгән нөктәләге (порттағы) ваҡыт менән сағыштырыу — тик был осраҡта бик теүәл сәғәт талап ителә.

1714 йылда британ парламенты оҙонлоҡто билдәләү ысулын уйлап тапҡан кешегә бик ҙур премия тәҡдим итә — £10 000 (яңылышлыҡ 60 диңгеҙ миле булһа), £15 000 (40 миль) һәм £20 000 (30 миль). Көнбайыш Һиндостанға табан йөҙгәндә оҙонлоҡто бындай теүәллек менән билдәләү өсөн тәүлегенә уртаса 3 секунҡа алға киткән сәғәттең булыуы талап ителә (ул заманда минутты күрһәткән уғы булған сәғәт, теүәл ваҡытты күрһәтә, тип иҫәпләнә).

Балта оҫтаһы һәм үҙ алдына сәғәт йүнәтергә өйрәнгән Джон Гаррисон 1749 йылда ҡоро ерҙә ҡулланылған сәғәттәргә ҡарағанда диңгеҙҙә теүәлерәк ваҡытты күрһәткән сәғәт эшләй: уның сәғәте тәүлегенә уртаса 2 секунҡа алға китә, 45 көн йөҙгәндән һуң оҙонлоҡто билдәләүҙәге яңылышлыҡ 10 миль тәшкил итә. Әммә парламент был ваҡытҡа конкурс шарттарын үҙгәрткән була — хәҙер инде сәғәттең теүәл йөрөүе генә түгел, ә уның ҙурлығының ыҡсым булыуы талап ителә. Был талапҡа яуап итеп, Гаррисон 1760 йылда диаметры 12 сантиметр булған яңы моделде тәҡдим итә. Был сәғәт Көнбайыш Һиндостанға ике тапҡыр (1761 һәм 1764 йылдарҙа) барып ҡайтҡанда һынала — сәйәхәттең өс айы эсендә сәғәт 5 секундҡа алға китә. 1776 йылдың мартында Джон Гаррисонға премияны түләйҙәр.

Сәғәт-хронометр бик ҡыйбат тора, ғәмәлдә иһә оҙаҡ ваҡыт, 1766 йылдан Невил Маскелайн нәшер иткән "Диңгеҙ альманахы"нда баҫылып сыҡҡан таблицаларҙы файҙаланып, ай алыҫлығы ысулы ҡулланыла.

XIX быуат аҙағында радионы уйлап табыу оҙонлоҡто билдәләүҙә ысын мәғәнәһендә революция яһай. Хәҙер билдәле оҙонлоҡ менән Ерҙең теләһә ниндәй нөктәһендә теүәл ваҡыт сигналдарын ҡабул итергә була. Артабан радионавигация барлыҡҡа килә. Хәҙерге ваҡытта навигация маҡсатында координаттарҙы билдәләү өсөн навигацияның спутник системалары ҡулланыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә