Офрис — әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Офрис

Офрис насекомоносная
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Ophrys L., 1753

Номенклатура тибы

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
GRIN  8499

Таралышы

үҙгәртергә

Яҡынса 35 төрө билдәле, Европала, Көнбайыш Азияла, Урта диңгеҙ буйында һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда бөжәкле офрис үҫә. Эзбизле уйһыу һаҙлыҡтарҙа һәм дымлы болондарҙа үҫә, Мәсәғүт урман-далаһында һәм Краснокама районында осрай. Декоратив үҫемлек. Бүлбеләренең составында лайла, фенол берләшмәләре бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Реликт, Башҡортостан Республикаһының һәм РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ботаник яҙма

үҙгәртергә

Ваҡ шар һымаҡ йәки оҙонса бүлбеле күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 15—40 см. Япрағы күкһел төҫтә, тар, ланцет, тәпәш розеткала. Сәскәлеге — 3—8 сәскәнән торған һирәк башаҡ. Сәскәһе ваҡ, тышҡы япраҡсалары асыҡ йәшел төҫтә; эске әйләнәһенең 2 япраҡсаһы мыйыҡса рәүешендә, көрәнһыу һоро төҫтә, төклө. Ирене оҙонса йомортҡа формаһында, көрәнһыу шәмәхә төҫөндә, бәрхәт һымаҡ, уртаһында зәңгәрһыу тап, урталағы ҙур көрәктең осонда уйым һәм ваҡ ситке япраҡсалары бар. Сәскәһе уны һеркәләндергән 2 төр һағыҙаҡтың феромондарына оҡшаш матдәләр бүлеп сығара. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—августа өлгөрә.

 
Ophrys fusca

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».
  • Flora Iberica: plantas vasculares de la Península Ibérica e Islas Baleares. — Vol. XXI. — ISBN 84-00-08305-9.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Ophrys