Осоп күтәрелеү
Осоу — осоусы аппарат йәки фауна вәкиле (бөжәк, ҡош, ярғанаттар) осош хәленә күсеүе.
Күтәреү көсө объект ауырлығынан күбрәк булған осраҡта объект осоп китә ала.
Самолёттың осоп күтәрелеүе
үҙгәртергәСамолёттың күтәрелеп китеү өсөн ерҙән барыуы йәки йүгереү осоро. Күсеш бейеклегендә тамамлана.
- Махсус иҫәпләнгән тиҙлектә V1 — ҡараҙны ҡабул итеү тиҙлегендә осоп китеү имен төҫтә туҡталып була һәм самолет осоп менеү-төшөү юлында туҡтала.
- V1 ҙурыраҡ тиҙлектә самолет осоп китергә тейеш, кәрәк саҡта һуңнан кире осоп ултыра ала.
- Осоп китер алдынан күтәрелеү көсөн арттырыр өсөн пилот арт ҡанатсыҡтарҙы һәм ал ҡанатсыҡтарҙы иҫәпләнгән осорға күсерә. Был йүгереү арауығын кәметә һәм ҡыҫҡа юлда ла күтәрелеп китергә мөмкинлек бирә.
- Авиадиспетчер рөхсәт иткәндән һуң двигателдәр осоп китеү хәленә урынлаштырыла.
- Ерҙә самолет шасси менән йөртөлә.
- Осоп китеү тиҙлегенә ирешеп пилот штурвалды үҙенә тарта, һөжүм мөйөшөн арттыра.
- Самолеттың алды күтәрелә, һуңыраҡ бөтә самолет осоп китә.
- Туры каршылыкты кәметер өсөн 5 м ҙурыраҡ бейеклектә шасси һәм сығарылған фаралар йыйып алына.
- Эҙмә-эҙлекле рәүештә алғы ҡанатсыҡтар һәм артҡы ҡанатсыҡтар йыйып алына.
- Күсеү бейеклегендә пилот стандарт баҫымды 760 мм тер. бағ. урынлаштыра.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Авиация: Энциклопедия / Гл. ред. Г. П. Свищёв. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1994. — 736 с. — ISBN 5-85270-086-X
- В. В. Ершов — «Раздумья ездового пса»