Осипов Максим Ильич
Осипов Максим Ильич (31 август 1993 йыл, Ярославль, Рәсәй) — Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы. Ярославлдән «Локомотив» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта Континенталь хоккей лигаһында тыуған ҡалаһы хоккей клубы уйынсыһы.
Максим Осипов | |||
Позиция |
Һаҡсы | ||
---|---|---|---|
Буйы |
188 см | ||
Ауырлығы |
86 кг | ||
Ҡулсыр |
Уң | ||
Гражданлығы | |||
Тыуған көнө | |||
МХЛ драфты |
Һайланмай | ||
Карьера | |||
2010—ә.в.
| |||
Хоккейсы карьераһы | |||
Карьера
үҙгәртергәМаксим хоккей менән Ярославлдә «Локомотив» хоккей клубының мәктәбендә шөғөлләнә башлай. Тик профессиональ карьераһын ул Тверь ҡалаһында башлана. 2010/11 йылдар миҙгелендә ТХК составында беренсе лигала Үҙәк дивизионының даими чемпионатында 16 осрашыуҙа бер мәрәй йыя. Ә плей-оффта бер уйын да үткәрмәһә лә, Максим командаһы менән бергә бронза миҙалдарҙы еңә. Шулай уҡ ул ЙХЛ квалификациялы турнирында «Шериф» хоккей клубы составында ҡатнаша.
«Локомотив» (2011—2013)
үҙгәртергә2011 йылда ул кире Ярославлгә ҡайта. «Локомотив» төп командаһы 7 сентябрҙә авиаһәләкәткә осрағас, КХЛ-дың шул миҙгелендә Ярославлдән команда булмай. Ул Юғары хоккей лигаһында сығыш яһай. Шунда Максим 21 осрашыуҙа 2 (1+1) мәрәй йыя. «Локомотив» Көнбайыш конференцияһында өсөнсө урынды яулай. Плей-оффта ВМФ командаһын ота (3-2), ә артабан Пензанан «Дизель» хоккей клубына еңелә. Максим плей-оффтың дүрт уйынында бер мәрәй ҙә йыймай. Шулай уҡ ул «Локо» составында ЙХЛ чемпионатында ҡатнаша. Осипов 36 осрашыуҙа 5 (1+4) мәрәй йыя.
Киләһе миҙгелдә «Локомотив» КХЛ-ға кире ҡайта һәм ЮХЛ-да үҙенең фарм-клубын ҡалдыра. Шунда Максим даими чемпионаттың 46 уйынында ҡатнаша, ә «Локомотив» 10-сы урынды ала. Плей-оффта Ярославль командаһы тәүге раундта Воронеждан «Буран» хоккей клубына 2-3 иҫәбе менән серияла отола. Шундағы дүрт уйында Максим бер һөҙөмтәле пас бирә. Шул уҡ йылда ул ЙХЛ-да «Локо» өсөн 17 осрашыуҙа 5 (2+3) мәрәй йыя.
«Торпедо» (2013—2017)
үҙгәртергә2013 йылдың йәйендә Максим Ярославлдән Түбәнге Новгородтағы «Торпедо» хоккей клубының системаһына күсә. 2014 йылдың 26 февралендә ул КХЛ-да тәүге уйынын үткәрә. Шул көндә «Торпедо» Өфөлә «Салауат Юлаев» командаһына өҫтәмә ваҡытта 1:2 иҫәбе менән отола. Тағы был лигала ул ике уйын үткәрә. Ә миҙгел башынан күбеһенсә ул фарм-клубта «Саров» хоккей клубында 35 осрашыуҙа 6 (1+5) мәрәй йыя. Команда даими миҙгелдә 20-се урынды яулай һәм плей-оффҡа эләкмәй. Ә киләһе йылды Максим тулыһынса КХЛ-да үткәрә. 25 сентябрҙә КХЛ-да тәүге мәрәйен йыя, ә бөтәһе шул йылда ул даими миҙгелдең 40 осрашыуында 3 тапҡыр һөҙөмтәле пас бирә. «Торпедо» Көнбайыш конференцияһында 7-се урынды яулай һәм беренсе раундта буласаҡ чемпионға СКА-ға еңелә. Максим Гагарин кубогының бер уйынында ғына ҡатнаша.
2015/16 йылдар миҙгелендә ул күберәк «Торпедо» өсөн уйнай. 17 октябрҙә Максим КХЛ-да тәүге шайбаһын керетә, ә даими миҙгелдең 40 уйынында 12 (5+7) мәрәйгә өлгәшә. Осипов плей-оффта командаһының бөтә 11 осрашыуында ла ҡатнаша һәм 5 (1+4) тапҡыр һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнаша. «Торпедо» Көнбайыш конференцияһының ярымфиналында ЦСКА-ға отола. Бынан тыш, Максим ЮХЛ-да «Саров» өсөн һигеҙ уйын үткәрә. 2016/17 йылдар миҙгелендә ул КХЛ-да ғына уйнай. 26 ноябрҙә ул КХЛ-да тәү тапҡыр уйын аҙағына тиклем штраф менән язалана[1]. Шуның өсөн ул бер уйынға дисквалификация ала[2]. КХЛ даими чемпионатының 58 осрашыуында ул 16 (7+9) мәрәй йыя. Ә Гагарин кубогында «Торпедо» беренсе раундта Мәскәүҙән «Динамо» хоккей клубына отола. 2017 йылдың 26 апрелендә Максим Осипов «Торпедо» менән ике йылға килешеүен оҙонайта[3].
«Салауат Юлаев» һәм «Локомотив» (2017—ә.в.)
үҙгәртергә«Торпедо» менән яңы контракт төҙөһә лә, Максимды Өфөнән «Салауат Юлаев» хоккей клубы беренсе майҙа аҡсалата компенсацияға алмаштыра[4]. Яңы командала Максим үҙенә 21-cе һанды ала[5]. Максим 2017/18 йылдар миҙгелендә барыһы 44 уйында бер һөҙөмтәле пас бирә һәм 18 штраф минуты йыя. «Салауат Юлаев» плей-оффта конференция ярымфиналында көрәштән төшөп ҡала. 2018/2019 йылдар миҙгелендә Өфө командаһы өсөн 8 уйын уҙғарғас, 21 сентябрҙә «Салауат Юлаев» Максимды «Локомотив» хоккей клубына Павел Коледовҡа алмаштыра[6]. «Локомотив» өсөн даими миҙгелдә 46 осрашыуҙа 13 мәрәй йыя, ә плей-оффта Ярославль командаһы «Сочи» хоккей клубын үтә һәм СКА-ға отола.
Рәсәй йыйылма командаһында
үҙгәртергә2011 йылда Максим тәү тапҡыр Рәсәй йәштәр йыйылма командаһына саҡырыу ала. Рәсәй командаһы Финляндияла үткән турнирҙа өсөнсө урынды яулай, ә Максим өс уйында ҡатнаша. Киләһе тапҡыр ул «Санкт-Петербург Ҙур бүләге» турнирында ҡатнашырға саҡырыла. Шунда Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы өсөнсө урынды яулай, ә Осипов өс уйында бер һөҙөмтәле пас бирә[7]. Киләһе тапҡыр ул 2016 йылда Еврохоккейтурҙың Беренсе канал кубогында Рәсәй йыйылма командаһы өсөн уйнай. Шунда бер уйында ҡатнаша. Тағы ла февралдә ул Швеция хоккей уйындарында өс осрашыуын да үткәрә, ә Рәсәй командаһы шул турнирҙы еңә. 2018/2019 йылдар миҙгелендә Максим Рәсәйҙең икенсе йыйылма командаһына Франция менән Белоруссияға ҡаршы Еврочеллендж уйындарына саҡырыу ала[8]. Шунда 4 осрашыуҙа ул 4 минут штраф алыуы менән иҫтә ҡала.
Статистика
үҙгәртергә- Һуңғы яңыртыу: 22 июль 2019
Легенда | |||||
---|---|---|---|---|---|
У | Үткәргән уйындар һаны | Штр | Штраф ваҡыты | +/− | Плюс-минус |
Г | Голдар | П | Һөҙөмтәле пастар | М | Мәрәйҙәр |
- | Статистика билдәле түгел | — | Статистика һаналмай |
Даими миҙгел | Плей-офф | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Миҙгел | Команда | Лига | У | Г | П | М | +/- | Штр | У | Г | П | М | +/- | Штр |
2010/11 | ТХК | Беренсе лига | 10 | 0 | 1 | 1 | - | 0 | - | - | - | - | - | - |
2010/11 | Шериф | ЙХЛ | 3 | 0 | 0 | 0 | 0 | 2 | - | - | - | - | - | - |
2011/12 | Локо | ЙХЛ | 36 | 1 | 4 | 5 | +14 | 22 | - | - | - | - | - | - |
2011/12 | Локомотив | ЮХЛ | 21 | 1 | 1 | 2 | 0 | 10 | 4 | 0 | 0 | 0 | -2 | 0 |
2012/13 | Локо | ЙХЛ | 17 | 2 | 3 | 5 | -5 | 24 | - | - | - | - | - | - |
2012/13 | Локомотив | ЮХЛ | 46 | 0 | 0 | 0 | -7 | 16 | 4 | 0 | 0 | 0 | 2 | 0 |
2013/14 | Саров | ЮХЛ | 35 | 1 | 6 | 7 | 4 | 8 | -- | -- | -- | -- | -- | -- |
2013/14 | Торпедо | КХЛ | 3 | 0 | 0 | 0 | -1 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 |
2014/15 | Торпедо | КХЛ | 40 | 0 | 3 | 3 | -3 | 10 | 1 | 0 | 0 | 0 | -1 | 0 |
2015/16 | Торпедо | КХЛ | 40 | 5 | 7 | 12 | 11 | 16 | 11 | 1 | 4 | 5 | 0 | 8 |
2016/17 | Торпедо | КХЛ | 58 | 7 | 9 | 16 | 14 | 53 | 5 | 0 | 1 | 1 | -2 | 2 |
2017/18 | Салауат Юлаев | КХЛ | 33 | 0 | 1 | 1 | -4 | 14 | 11 | 0 | 0 | 0 | 2 | 4 |
2018/19 | Салауат Юлаев | КХЛ | 8 | 0 | 2 | 2 | -4 | 6 | Команданан китә | |||||
2018/19 | Локомотив | КХЛ | 46 | 3 | 10 | 13 | 2 | 22 | 11 | 2 | 2 | 4 | 2 | 8 |
2019/20 | Локомотив | КХЛ | ||||||||||||
Бөтәһе ЙХЛ-да | 53 | 3 | 7 | 10 | 9 | 46 | - | - | - | - | - | - | ||
Бөтәһе ЮХЛ-да | 110 | 4 | 8 | 12 | -2 | 38 | 8 | 0 | 1 | 1 | -3 | 2 | ||
Бөтәһе КХЛ-да | 228 | 15 | 32 | 47 | 15 | 121 | 39 | 3 | 7 | 10 | 1 | 22 |
Ҡаҙаныштар
үҙгәртергә- Шайбалы хоккей буйынса Рәсәй чемпионатының беренсе лигаһында бронза миҙалсы — 2010/11.
- Швеция хоккей уйындарында беренсе урын — 2017.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Торпедо» – «Динамо» Минск. Скудра и Осипов удалены до конца матча
- ↑ Назаров дисквалифицирован на 3 матча, Скудра и Никита Квартальнов – на 2
- ↑ Максим Осипов подписал новый контракт с «Торпедо» на 2 года
- ↑ «Салават Юлаев» приобрёл Максима Осипова 2017 йыл 14 май архивланған.
- ↑ Игровые номера новичков 2017 йыл 11 май архивланған.
- ↑ «Салават» подтвердил обмен Осипова в «Локомотив» на Коледова
- ↑ Якупов и Педан вызваны в молодежную сборную России
- ↑ Еврочеллендж. Красковский и Коршков вошли в состав олимпийской сборной России на матч против Франции
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Максим Осипов — Eliteprospects.com сайтында статистикаһы (инг.)
- Рәсәй хоккейы сайтында профиле 2011 йыл 8 декабрь архивланған.
- sports.ru сайтында профиле
- КХЛ сайтында профиле (рус.)