Ортомода
Ортомода — мөмкинселектәре сикләнгән кешеләргә кейем тегеүҙә шөғөлләнгән Рәсәй компанияһы. 2001 йылда Галина Волкова был ойошмаға нигеҙ һала. Йылына 50-60 мең пар айыҡ кейеме етештерә[2]. «Ортомода» етештерелгән кейем дөйөм күләме буйынса Рәсәйҙә, Мәскәү ортопед аяҡ кейеме фабрикаһынан һуң, икенсе урында килә[2]. Ойошманың эшселәренең күбеһе — мөмкинселектәре сикләнгән кешеләр[3].
Ортомода | |
Тип |
Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт[1] |
---|---|
Нигеҙләнгән |
2001 |
Нигеҙләүсе |
Галина Волкова |
Уранлашыуы | |
Төп фигуралар |
Галина Волкова |
Тармаҡ |
Тегеү сәнғәте |
Продукция |
зәғиф кешеләр өсөн кейемдәр |
Тарихы
үҙгәртергәКомпания 2011 йылда барлыҡҡа килә[4],[2].
2002 йылда протез һәм ортопед ярҙамы күрһәтеү эшмәкәрлегенә лицензия ала. Офиста заказдар ҡабул итә, ә етештереү цехында аяҡ кейемен тегәләр.
2003 йылдан башлап тендерҙар еңә башлай һәм махсус аяҡ кейемдәрен тегергә дәүләт заказын ала (компания етештереүҙәренең күбеһе дәүләт заказдары тәшкил итә)[2]. Компанияның тәүге өс йылында моделдәрҙе һынап ҡарарға һәм уларҙы етештерергә 8 миллион һум аҡса китә[2].
2006 йылда компания тағы бер нисә яңы цех аса һәм етештереүҙе ике тапҡырға күбәйтә.
2010 йыл башланыу менән компания приоритетлы тип һаналған балалар өсөн ортопед аяҡ кейемдәрен етештерә башлай.
2012 йылға ҡарата, һатыуҙан килгән аҡса 140 миллион һум аҡсаға тиң, табышы — 10 миллион һум. 7 процентҡа тиң булған рентабельность күрһәткесе аяҡ кейеме етештереү өлкәһендә ҙур тип һанала[2].
2014 йылда компания индивидуаль ортопед олтораҡ етештерә башлай. Шул уҡ йылда 3D-сканер ярҙамында аяҡ кейемен етештерә башлайҙар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ООО "Ортомомда", Московская область . www.k-agent.ru. — выписка из ЕГРЮЛ. Дата обращения: 4 май 2015.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Красивая пара . Коммерсантъ. Дата обращения: 4 май 2015.
- ↑ Из столичных предприятий выбьют рабочую квоту для инвалидов . Известия. Дата обращения: 4 май 2015.
- ↑ Ортомода Общая информация . Банк Социальных Идей. Дата обращения: 4 май 2015.