Орлов йорто (Вологда)

архитектура ҡомартҡыһы (төбәк)

Орлов йорто
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Вологда
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Вологодская область/Вологда[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться Ленинградская улица, 4
Карта
 Орлов йорто Викимилектә

Орлов йорто (Актёр йорто)Вологда өлкәһенең Вологда ҡалаһында XIX быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән ике ҡатлы торлаҡ йорт. Төбәк әһәмиәтендәге тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡы. Хәҙерге ваҡытта «Актёр йорто» йәмәғәт ойошмаһы урынлашҡан.

Архитектура тикшеренеүселәре билдәләүенсә, Вологданың тарихи өлөшөндә урынлашҡан ҙур ағас йорт, XIX быуаттың икенсе яртыһында классицизм стилендә төҙөлгән һәм «А.Ф. Орлов йорто булараҡ билдәле. 1876 йылда Александр Федорович Орлов бинаның милексеһе булып тора. Белгестәр уның был йорттоң беренсе хужаһы икәнлеген теүәл билдәләй алмай, әммә ҡоролма уның фамилияһы буйынса атала[2].

Йорт Кремль баҡсаһына ҡарай[3].

 
Актер йорто
 
Йортҡа инеү урыны

Архитектураһы

үҙгәртергә

Орловтың торлаҡ йорто архитектура планында ағастан тура мөйөшлө ҙур ике ҡатлы бинанан ғибәрәт, унда ярым подвал һәм өс тәҙрәле мезонин бар. Фасадының ябайлығы һәм ҡәтғилеге Вологда ҡалаһының ағас йорттар төҙөлөшө араһында айырылып тора. Йорттоң биҙәге булып шикһеҙ икенсе ҡат өҫтөндәге ағас сандриктар һәм ромбтар менән ҡат араһындағы билбау тора. Ярым түңәрәк тәҙрә менән өс мөйөшлө фронтон йорттоң мезонинын ослай һәм кәрниз һыҙығын өҙә. Көрәксәләр бинаның һәм мезониндың төп күләме мөйөшөн һыҙыҡ өҫтөнә ала[4].

Йорт мезонинында түңәрәк кафель мейесте мөмкин. Вологдала башҡа ошондай йорттарҙан айырмалы рәүештә, был ҡоролманың  селтәрле декоры юҡ[5].

Актёр йорто

үҙгәртергә

Хәҙерге ваҡытта йортта А.В.Семёновтың актёр йорто урынлашҡан. Был ҡаланың иң танылған мәҙәни үҙәктәренең береһе булып тора. Тарихи бинала даими спектаклдәр ҡуйыла, әҙәби һәм музыкаль сәхнәләштереүҙәр ойошторола[6][7].

Кино һәм театр һөйөүселәр өсөн — был табыныу урыны булып тора, сөнки бында ғәҙәти булмаған нәмәләр күрергә, йәки яратҡан актерҙар менән аралашырға була. Бында үҙ традициялары бар, мәҫәлән, йыл һайын өмәләр үткәрелә, уға, бинаны һәм ихатаны тәртипкә килтереү өсөн бөтә актёр халҡы йыйыла[8]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Указ Президента РФ № 176 от 20.02.1995
  2. Дом А. Ф. Орлова. Описание места (рус.). Дата обращения: 18 ноябрь 2020.
  3. Дом актёра в Вологде | Лаперуз (рус.). Дата обращения: 18 ноябрь 2020.
  4. MaxxaM. Дом А. Ф. Орлова - достопримечательности Вологды. Дата обращения: 18 ноябрь 2020.
  5. Деревянная Вологда и не только резной палисад. Дата обращения: 18 ноябрь 2020.
  6. Вологодский Дом актера имени А. В. Семенова (ингл.). Дата обращения: 18 ноябрь 2020. 2020 йыл 27 ноябрь архивланған.
  7. АУК ВО «Вологдареставрация» – Вологодский Дом актёра, расположенный в памятнике архитектуры, 4 июля отпразднует свой юбилей. Дата обращения: 18 ноябрь 2020.
  8. Ирина Горожанова: «Дом актера – место, где для артиста всё первично». cultinfo.ru. Дата обращения: 18 ноября 2020.

Һылтанмалар

үҙгәртергә