Орлов Андрей Борисович
Орлов Андрей Борисович (6 июнь 1962 йыл — 15 август 1999 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, майор. Икенсе Чечен һуғышында ҡатнашыусы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1999).
Орлов Андрей Борисович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Хеҙмәт итеүе | Рәсәй |
Тыуған көнө | 6 июнь 1962 |
Тыуған урыны | Махачҡала, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 15 август 1999 (37 йәш) |
Вафат булған урыны | Махачҡала, Рәсәй |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәАндрей Борисович Орлов 1962 йылдың 6 июнендә Дағстан Республикаһының баш ҡалаһы Махачҡалала тыуған.
ДОСААФ-тың Витебск авиация үҙәгендә, һуңынан Һарытау юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһында уҡый. 1985 йылдан Ленинград хәрби округында төрлө осоусы вазифаларҙа хеҙмәт итә. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре Төньяҡ Кавказ округында хеҙмәт итә. 1999 йылдың июленән Төньяҡ Кавказ территорияһында ғәскәрҙәрҙең ваҡытлыса оператив төркөмө составында махсус задание үтәүҙә ҡатнаша[1].
1999 йылдың 11 авгусында Орлов экипажы менән бергә 114-се борт номерлы «Ми-8» вертолетында төркөмдөң команда составын илтеп ҡуя. Экипаж составында, вертолет менән етәкселек итеүсе Орловтан тыш, борттехник өлкән лейтенант Михаил Юрин һәм уң лётчик Андрей Анощенков була. Бортында пассажирҙар сифатында генерал-лейтенант Виктор Якунов, генерал-лейтенант Виктор Кузнецов, эске хеҙмәт генерал-майоры Виктор Ракитин, махсус аппаратура менән хөкүмәт бәйләнеше һәм мәғлүмәте Федераль агентлығының (ФАПСИ) ике офицеры һәм «Росич» махсус тәғәйенләнештәге отрядтың ике оҙатыусы һалдаты була. 15:43 сәғәттә Дағстан тораҡ пункты эргәһендә вертолетты ултыртырға йыйынғанда, вертолет идара ителеүсе ракеталар менән бәреп төшөрөлә. Орлов, ауыр контузия һәм күп һанлы янған урындары булыуға ҡарамаҫтан, экипажы менән вертолетты ултырта һәм хәүефһеҙ алыҫлыҡҡа алып китә ала. 1999 йылдың 15 авгусында Орлов тәне янған яраларынан вафат була.
Һуңғы ваҡытта хеҙмәт иткән һәм унда йәшәгән Дондағы Ростовта ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәРәсәй Федерацияһы Президентының 1999 йылдың 26 августағы Указы менән «Махсус задание үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәр эш итеүе өсөн» майор Андрей Орлов үлгәндән һуң «Рәсәй Федерацияһы Геройы» юғары исеменә лайыҡ була.
Хәтер
үҙгәртергә- Махачкала ҡалаһының Ватан биҫтәһендә урам Герой исемен йөрөтә.
- Шулай уҡ Дондағы Ростовтың 24-се дөйөм белем биреү мәктәбе Орлов исеме менән атала[2]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Орлов Андрей Борисович . «Герои страны» сайты.
- ↑ Средняя общеобразовательная школа № 24 имени Героя России Андрея Орлова 2013 йыл 4 ноябрь архивланған.