Опека (компания)
СГЦ «Опека» — Рәсәй шәхси компанияһы, социаль гериатрия үҙәге, ҡарттар йорттарын төҙөү һәм ҡарау менән шөғөлләнә. 2008 йылдан башлыса Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһендә эшләй, Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡтың был өлкәһендә эре ойошмаларҙың береһе һанала[2][3].
Опека | |
Тип |
шәхси компания |
---|---|
Нигеҙләнгән | |
Уранлашыуы | |
Төп фигуралар |
Алексей Маврин (председатель совета директоров) |
Тармаҡ |
шәхси ҡарттар йорттары |
Әйләнеш |
▲ 130 млн һум (2015 йыл)[1] |
Сайт | |
Тарихы
үҙгәртергәКомпания 2008 йылда «Всегда рядом» исеме аҫтында эшҡыуар Алексей Маврин тарафынан төҙөлә, ул тәүҙә тауарҙарҙы һәм хеҙмәттәрҙе сертификациялау өлкәһендә эшләй. «Нисектер ҡала байрамында миңә волонтёр булып эшләргә тура килде — беҙ яңғыҙ ҡарттарға ярҙам иттек. Өйҙәр буйынса йөрөп уларға ярҙам иттек. Һәм мин шул ваҡытта уларға профессиональ ярҙам түгел, ә ябай кеше менән аралашыуҙың да етмәгәнен аңланым. Уларға ярҙам итерлек берәй нәмә эшләге килеп китте»[2][4].
Тәүге ваҡытта компания больницаларҙа һәм өйҙәрҙә ултырыу хеҙмәте күрһәтә, һуңғараҡ үҙҙәренең пансионатын асыу теләге барлыҡҡа килә. Барлыҡ булған 1 миллион һум аҡсаға Санкт-Петербург янында беренсе пансионат асыла, улар ябай реабилитация һәм медик-социаль хеҙмәттәр күрһәтәләр[5]. 2011 йылда өс пансионаттан торған компания, «Опека» социаль гериатрия үҙәге составына инә, инвестиция һәм кредит сараларын йәлеп итеү башлана, етәкселәр «Достойная старость» проектын эшләйҙәр, унда селтәрҙе арттырыу һәм йәшәү өсөн түләүҙе әҙәйтеү ҡарала[6]. 2012 йылға ҡарата селтәр Ленинград өлкәһендәге яҡшы сифатлы биш пансионатты үҙ эсенә ала: «Источник», «Европейский-1», «Европейский-2», «Домашний» һәм «Южный»[2].
2013 йылда «Опека» бөтә Рәсәй «„Беҙҙең киләсәк“» төбәк социаль программалар Фондының социаль эшҡыуарҙар конкурсында еңә һәм 5 миллион һум 5 йылға процентһыҙ бурысҡа аҡса ала. Фондҡа нигеҙ һалыусы, танылған Рәсәй биснесмены Вагит Алекперов үҙ күҙҙәре менән килеп бер пансинатты ҡарай һәм күргәне менән ҡәнәғәт ҡала: «Мин ошонда оло йәштәренә ҡарамайынса үҙҙәренең бәхеттәрен тапҡан ҡарттарҙы күреп ысын күңелдән шатмын, „Опека“ шундай шарттар булдырғанына». Ошо аҡсаға Санкт-Петербургта беренсе ҡала пансионаты асыла, ул иҫәп буйынса алтынсыһы була[7]. «Эксперт» журналының мәғлүмәттәре буйынса, ошо ваҡытта компания Рәсәйҙә шәхси ҡарттар йорттары араһында ҙуры һанала[2].
2014 йылда Алексей Маврин Рәсәйҙә эре шәхси пансионаттар селтәрәрен төҙөгән өсөн, «Социаль эшҡыуарлыҡты үҙтереүҙә үҙенең шәхси тырышлығы өсөн» номинацияһында еңеп, «Яҡшылыҡ импульсы» бөтә Рәсәй премияһын ала. Ул ваҡытта компанияның йыллыҡ әйләнеше 100 миллион һумға тиклем үҫә[3][8].
2015 йылда «Сноб» «Опеканы» Рәсәйҙә социаль бизнес өлкәһендә биш уңышлы компания арһында тип билдәләй, уның мәғлүмәттәренсә компанияның йыллыҡ әйләнеше 130 миллион һум, рентабеллелек 20 % тирәһе[1][5]. СГЦ «Опека» Геронтологик ойошмаһының Рәсәй фәндәр академияһы менән хеҙмәттәшлек итә, Рәсәй ассоциацияһының паллиатив медицинаһының ағзаһы һанала һәм үҙенең бер пансионатында паллиатив бүлексәһе асырға йыйына[9].
Эшмәкәрлеге
үҙгәртергәӨлкән йәштәгеләрҙе ҡарау өсөн һигеҙ пансионат бар, улар Санкт-Петербургта һәм Ленинград өлкәһендә урынлашҡандар. Унда бер көн йәшәү хаҡы 1500 һумдан 5000 һумғаса тирбәлә, йәшәү ваҡытына, күрһәтергән хеҙмәткә һәм клиенттың һаулығына бәйле. Унда йәшәүселәргә көн әйләнәһенә социаль тәрбиәләү күрһәтелә: ашарға, хәрәкәт итергә, памперс алыштырырға ярҙам итеү. Пансионат хеҙмәткәрҙәре температураны үлсәүҙе һәм ҡан баҫымын тикшереүҙе, врач ҡушҡан дарыуҙарҙы ҡабул итеүҙе контролдә тоталар, махсус ҡоролмаларҙы ҡулланып: инвалид кәләскәләрен, йөрөгөстәрҙе, функциональ кроваттарҙы ҡулланып процедура үткәрергә ярҙам итәләр. Һәр пансионатта реабилитация үткәреү; байрамдар, концерттар үткәреү; арт-терапия шөғөлдәре, индивидуаль һәм төркөм менән психолог менән осрашыу ҡаралған[10].
«Опека» врачтары йәшәүселәрҙе инсульт, травма, операциянан һуң дауаланырға ярҙам итә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Екатерина Ненашева. Коляска-вездеход и летающие звери. 5 историй социальных предпринимателей . Сноб (3 февраль 2015). Дата обращения: 1 май 2015.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Мария Кригер. Хорошее отношение к старикам // Эксперт. — 2014. — № 26. — С. 29-31.
- ↑ 3,0 3,1 Маврин Алексей . Яҡшылыҡ импульсы. Дата обращения: 9 май 2015. 2014 йыл 12 июль архивланған.
- ↑ Валентина Петрова. Долго и счастливо . Новый бизнес (28 март 2014). Дата обращения: 1 май 2015.
- ↑ 5,0 5,1 Надежда Старовойтенко. Заботливый бизнес . Деловая среда (30 май 2014). Дата обращения: 1 май 2015. 2015 йыл 9 май архивланған.
- ↑ Павел Буров. Инвалидов ждут говорящие остановки, а пенсионеров — частные пансионаты . Комсомольская правда (27 июль 2011). Дата обращения: 1 май 2015.
- ↑ Александр Бережной, Роман Ткаченко. Что такое социальное предпринимательство . Мир 24 (12 сентябрь 2014). Дата обращения: 1 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
- ↑ Марина Колуярцева. Будущее принадлежит пожилым . Новые рубежи (март 2014). Дата обращения: 1 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
- ↑ Кирилл Седов, Алексей Бершацкий. Золотые старожилы // Vademecum. — 2013. — № 19. — С. 23-24.
- ↑ Пансионаты, услуги и цены . СГЦ «Опека». Дата обращения: 1 май 2015. 2015 йыл 19 май архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Опека — компанияның официаль сайты