Олег ҡәбере
«Олег ҡәбере» — (В.П.Петренконың төньяҡ Волхов буйы ҡәберлектәре нумерацияһы буйынса[2]) «Ҡәберлектәр» тәбиғи сигендә Иҫке Ладога ауылы менән йәнәш 5-III ҡәберлек, бейеклеге 10 метр самаһы. Ғилми әҙәбиәттә «Ҡыуыш ҡәберлек», «Ходаковский ҡәберлеге» тип атала.
Олег ҡәбере | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Иҫке Ладога |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Ленинградская область/Старая Ладога[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | урочище Сопки, 0,5 км севернее Малышевой горы, коренной левый берег р. Волхов |
Олег ҡәбере Викимилектә |
Археологик тикшеренеүҙәр
үҙгәртергә1820 йылда унда өлөшләтә Зориан Доленг-Ходаковский (А.Чарноцкий) ҡаҙыныу эштәре алып бара. Тикшереү ваҡытында (бөтә өйөмдөң яҡынса өстән бер өлөшөнә ҡағыла) VIII — IX быуат башына ҡараған «бер нисә яндырылған һөйәк», һөңгөнөң ике тырнаҡлы һаплы башағы («уҡ»)[3], «тимер киҫәге, замокта биккә оҡшаған нәмә һәм күмер...» табыла[4][5]. Бында артабан археологик ҡаҙыныуҙар үткәрелмәй.
Фольклор тикшеренеүҙәре
үҙгәртергәФольклор тикшеренеүҙәре 5-III ҡәберлегенә ҡарата «услап» өйөлгән һәм ерләнгән Рюриктың тупраҡ ҡәбере тураһында хикәйәләрҙе теркәй (һуңғыһы, моғайын, әҙәби сығыштарҙа бар)[6]. «Бына Иван Утрауы артында, беҙ унда „ҡәберлектәр“ тип атайбыҙ, бына шунда, ошо үркәстәр башлана, бына шунда, әйтәләр инде, шведтарҙы кире борғандар. Бында улар килеп етмәгән» (М.П. Ефимова, 1913 йылда Иван утрауы ауылында тыуған, Иван утаруы ауылында йәшәй; 1994 йылда яҙып алына) «Рюрик, әйтәләр, ерләнгән. Ҡайһы берҙәре — бында тей, Ҡайҙы берәүҙәр — Новгородта тип әйтә» (А.К. Николаева, 1917 йылда тыуған, Киндерево ауылында тыуған, Иҫке Ладоганан ҡасабаһында йәшәй; 1994 йылда яҙып алына)
Олег кенәз менән бәйләнеш (Вещий)
үҙгәртергәЙылъяҙмаһы
үҙгәртергә1093—1095 йылдарҙың тәүге йыйынтыҡтарын сағылдырған беренсе Новгород йылъяҙмаһында, кенәз Олегтың үлеме былай тип тасуирлана:
«В лето 6430 (922). […] Иде Олегъ к Новугороду, и оттуда в Ладогу. Друзии же сказають, яко идущю ему за море, и уклюну змиа в ногу, и с того умре; есть могыла его в Ладозе»
1116 йылда игумен Сильвестр төҙөгән Повесть временных лет йылъяҙмаһының икенсе редакцияһында, киреһенсә, был хикәйә башҡасараҡ бирелә: 6420 (912) йылғы йылъяҙмала кензәдең мифологик төҫмөрлөккә эйә булған ат башы һөйәгенән үлеме һәм Киевта Олег ҡәбере тураһында риүәйәт бар:
«И плакашася людие вси плачем великим, и несоша и погребоша на горе, еже глаголеться Щековица; есть же могила его и до сего дни, словето могыла Ольгова»
«И плакашася людие вси плачем великим, и несоша и погребоша на горе, еже глаголеться Щековица; есть же могила его и до сего дни, словето могыла Ольгова»
— Цит. по Радзивиловской летописи. См.: Радзивиловская летопись // ПСРЛ. Т. 38. Л., 1989. С. 23.
Һуңғыраҡ йылъяҙма йыйынтыҡтары кенәз Олег ҡәбере урыны тураһында хикәйәнең ике фаразын үҙгәртә; ләкин уларҙың береһендә лә риүәйәт конкретлаштырылмай
21-I ҡәберлеге тураһында фараздар
үҙгәртергәВолхов өйөмдәре менән бәйле «Олег ҡәбере» тураһында тәүге тапҡыр 1885 йылда ноябрендә Н.Е. Бранденбург телгә ала, Император Рус археология йәмғиәтенең рус һәм славян археологияһы бүлеге ағзаларына Михаил Архангел ауылы янында ҡәберлектәрҙе тикшереп, былай тип хәбәр итә: «Ҡурған бик мөһим булырға мөмкин: мәҫәлән, иң ситтәге өлөшөндә уның плиталарҙан һалынған өлөшө күренә, ә был ҙур өйөм ирекһеҙҙән ҡайҙалыр Ладога янында Олегтың ҡәберенә күрһәткән төньяҡ хикәйәттәрен иҫкә төшөрә... Был ҡурғанды, хазина эҙләүселәр туҙҙырмаҫ элек, яҡшы итеп тикшерергә ине»[7]. 1886 йылда өйөмдә ҡаҙыныу эштәре алып барыла, ләкин унда кенәз ҡәбере табылмай, шулай уҡ был өйөм менән бәйле бер ниндәй ҙә урындағы риүәйәттәр теркәлмәй[8][9]. Ун йылдан һуң, үҙенең «Старая Ладога» китабында Н. Е. Бранденбург кенәз Олегтың «Ходаковский өйөмөндә» (5-III) ерләнеүе мөмкинлеген фараз итә[10].
5-III тураһында фараздар
үҙгәртергә1950 йылда кенәз Олегтың 5-III ҡәберлектә ерләнгән булыуы мөмкин тураһында фаразды С Н. Орлов үҙенең «Сопки волховского типа около Старой Ладоги» мәҡәләһендә яҙа: «Был ҙур ул өйөм менән ... унда кенәз Олегтың ерләнеүе тураһында халыҡ риүәйәте бәйле», «урындағы халыҡ араһында ул „Олег ҡәбер“ булараҡ билдәле»[11]. Әммә шул уҡ ваҡытта С.Н.Орлов шундай риүәйәттәрҙең бер ниндәй яҙмаларын да килтермәй. Хәҙерге фольклор тикшеренеүҙәрендә лә бындай мәғлүмәттәр юҡ.
В.П. Петренко үҙ фекерен была тип белдерә: «минең ҡарашҡа, „Олег ҡәбере“ исеме 5-III өйөмгә XX быуаттың 20 — 40-сы йылдарында бирелә һәм контаминацияның классик миҫалы булып тора. Инвентарҙары буйынса 5-III өйөмө VIII быуатта уҡ барлыҡҡа килгән»[12].
Г. С. Лебедев үҙенең «Эпоха викингов в Северной Европе» китабында былай тип яҙа: «Олег Рюрикты алмаштыра. Уның исеме менән „Олег ҡәбере“ , Ладоганың төп, иң монументаль ҡәберлектәре араһында иң „изге урын“ бәйле. Археологтар унда кремация йолаһы буйынса ҡәберҙе өйрәнә ( ул IXбыуатҡа ҡарай һәм, тимәк, Киев кенәз Олегтың ҡәбере булыу мөмкин түгел, сөнки Олег 912 (йәки 922) й.) вафат була). Был мөһабәт өйөмдө „ҡәбер“, „ерләү урыны“ түгел, ә „Олег Убаһы“, ритуаль ултырыш, унда йәмәғәт һәм ниндәйҙер культ функциялар үткән»[13]
Миҙал
үҙгәртергә1783—1784 йылдарҙа Рәсәй тарихының иртә осорондағы ваҡиғаларҙы сағылдырған батшабикә Екатерина II авторлығында миҙалдарҙың 235 проекты араһында 39-сы проект була, унда шундай һүрәтләүҙәр бар: «Олег 912 йылда вафат була. Яҙыу: Даны юғалмай. Аҫта: Олег 912 йылда вафат була, Щековица тауында ерләнә». Миҙалды сүкегәс (Аҡса һуғыу йортоноң миҙал эшләүсе Иванов Тимофей штемпеле буйынса), унда Төньяк Волхов буйында таралған өйөмдәр төркөмөн хәтерләтеүсе бер ҡәберлек урынына дүрт ерләү өйөмө һүрәтләнгән була. Бәлки, был шуның менән бәйле, 1785 йылдың йәйендә Екатерина Илмән бассейнының йылғалары һәм каналдары буйлап сәйәхәт ҡыла[14][15][16][17].
Һылтанмалар
үҙгәртергәА. А. Панченко, Н. И. Петров, А. А. Селин статья «Дружина пирует у брега…»: На границе научного и мифологического мировоззрения [1]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Решение исполкома Ленгорсовета № 392 от 16.09.1985
- ↑ Петренко В. П. Погребальный обряд населения Северной Руси VIII—X вв. Сопки Северного Поволховья. СПб., 1994. С. 119—120.
- ↑ Артемьев А. Р. О редких типах наконечников копий в Новгороде и Новгородской земле // Материалы по археологии Новгородской земли. 1990. М., 1991. С. 183—184, 194. Рис. 3,1.
- ↑ Отрывок из путешествия Ходаковского по России // РИС. Т. 3. Кн. 2. М. 1839. С. 148
- ↑ Долуга-Ходаковский З. Сопки // РИС. Т. 7. М. 1844. С. 371—372.
- ↑ Панченко А. А., Петров Н. И. Впускные трупоположения в сопках: археология и фольклор // Курган: Историко-культурные исследования и реконструкции. Тезисы докладов тематической научной конференции. Санкт-Петербург, 23-25 апреля 1996 г. СПб., 1996.
- ↑ Протоколы заседаний Отделения русской и славянской археологии Императорского Русского Археологического Общества // ЗОРСА. Т. IV. СПб 1887. С. V.
- ↑ Доклад о действиях Императорской Археологической Коммиссии за 1886 г. // Отчет Императорской Археологической Коммиссии за 1882—1888 годы. СПб., 1891. С. CXLIX-CL.
- ↑ Об археологических раскопках генерал-майора Бранденбурга… Л. 25-32.
- ↑ Бранденбург Н. Е. Старая Ладога. СПб.,1896. С.1.
- ↑ Орлов С. Н. Сопки волховского типа около Старой Ладоги. (Из материалов Староладожской археологической экспедиции 1940 и 1948 гг.) // СА. Т. XXII. М. 1950. С. 191—192.
- ↑ Петренко В. П. Погребальный обряд населения Северной Руси… С. 29. Ср. — С. 23, 122.
- ↑ Лебедев Г. С. Эпоха викингов в Северной Европе. Историко-археологические очерки. Л., 1985. С. 214—215. Ср. — Лебедев Г. С. Ладога — центр славянско-финско-скандинавских контактов в VIII—XI вв. // Финно-угры и славяне (Проблемы историко-культурных контактов). Межвузовский сборник научных трудов. Сыктывкар, 1986.
- ↑ Сочинения императрицы Екатерины II. Т. IX. С. 279.
- ↑ Щукина Е. С. Медальерное искусство… С. 82, рис. 38 в.
- ↑ Смирнов В. П. Описание русских медалей. С. 39
- ↑ Грот А. Я. Екатерина II в переписке с Гриммом. Статья II. Спб., 1881. С. 136—139