Октябрь революцияһы һәм граждандар һуғышы геройҙарына һәйкәл

Октябрь революцияһы һәм граждандар һуғышы геройҙарына һәйкәл — Өфө ҡалаһында ҡуйылған монументаль скульптура.

Октябрь революцияһы һәм граждандар һуғышы геройҙарына һәйкәл
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Октябрь революцияһы һәм граждандар һуғышы геройҙарына һәйкәл Викимилектә

1975 йылдың 29 апрелендә Минһажев, 8 март һәм Октябрҙең 50-йыллығы урамдары араһындағы скверҙа ҡуйылған һәйкәл.

Пьедесталда өс фигуранан төркөм урынлаштырылған. Скульптура төркөмөнөң үҙәгендә эшсе-тимерсе фигураһы урынлашҡан, ул башы өҫтөндә винтовкаһы менән сүкеше кеүек киҙәнгән. Тимерсе фигураһынан уңда ҡыҙылармеец тора, тимерсенән һулда — крәҫтиән- атлы ғәскәр. Композицияға өлкән йәштәге яугир фигураһы индерелгән, ул тубығына таянған, бер ҡулы менән яраланған йөрәген ҡыҫҡан, ә икенсе ҡулына ҡорал тотҡан. Өс фигура — эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец — уны үҙҙәре менән һаҡлайҙар һәм алға ынтылалар.

Һәйкәл бронзанан эшләнгән, уның дөйөм бейеклеге 12 метр, фигураларҙың бейеклеге — 9 метр. Һәйкәлдең ауырлығы 95 тонна тәшкил итә.

Һәйкәлдең авторҙары: скульптор Лев Кузнецов, архитекторы А. В. Семенов, инженер-конструктор Коткин А.

Һәйкәл төҙөү өҫтөндә эш туғыҙ йыл дауамында алып барыла. 1978 йылда скульптор Кузнецов Л. В. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты исеменә лайыҡ булған.

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә

Халыҡта һәйкәлдең исеме — «Биш минуттан ете». Был шуның менән бәйле: скульптура ҡаршыһында 19.00. сәғәттә ябылған аҙыҡ-түлек магазины урынлашҡан булған, һәм фигуралар һуңғы көсөнә магазинға ынтылған һатып алыусыларҙы иҫкәрткән булған[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Памятник героям Октябрьской революции и гражданской войны. Beauty Ufa (28 декабрь 2013). Дата обращения: 16 ғинуар 2014.(рус.). Beauty Ufa (2013-12-28). 16 ғинуар 2014 тикшерелгән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә