Октябрь инҡилабынан һуң Башҡортостан
Граждандар һуғышында аяуһыҙ алыш майҙанына әүерелгән Башҡортостанда 1927/28 хужалыҡ йылында ни бары 105 сәнәғәт предприятияһы булған, улары ла башлыса ауыл хужалығы һәм урман сеймалын эшкәртеү менән шөғөлләнгән. Сәнәғәт продукцияһының өстән ике өлөшөн аҙыҡ һәм кустарь сәнәғәт биргән. Ғәжәп, әммә шуныһы факт: Башҡортостанда металлургия заводтарының ҙур ғына төркөмө ике быуат дауамында тиерлек эшләп килһә лә, машиналар эшләүсе бер генә предприятие ла төҙөлмәгән, сөнки батша хөкүмәте метрополия ихтыяждары өсөн бынан фәҡәт сеймал алыу менән генә ҡыҙыҡһынған.
Индустриялаштырыу
үҙгәртергәИлде индустриялаштырыуға йүнәлеш алыу менән бәйле рәүештә Башҡортостанда хужалыҡты үҫтереүҙең мөмкин булған йүнәлештәрен билдәләү мәсьәләһе алға килеп баҫҡан. Уны хәл итеү республиканың хужалығын үҙгәртеп ҡороу өсөн кәрәкле тәбиғи ресурстар потенциалы тураһында тулыраҡ мәғлүмәттәр туплауҙы талап иткән. Кисекмәҫтән геология-эҙләнеү эштәре йәйелдерелгән. Академик А. Н. Заварицкий Таулы Башҡортостанда тимер мәғдәне, төҙөлөш материалдары, минераль буяуҙар, Урал аръяғының көньяғында баҡыр һәм алтын эҙләү нигеҙҙәрен өйрәнеүгә тотонған. 20-се йылдар аҙағында академиктар А. Д. Архангельский һәм И. М. Губкин Волга менән Урал араһындағы ерҙәрҙең нефть биреүсәнлеген фәнни яҡтан иҫбатлау эшен тамамлай. Тиҙҙән нефть эҙләүселәр төркөмө Башҡортостанға килә һәм 1932 йылда Ишембай нефть ятҡылығын аса, ятҡылыҡ шул йылда уҡ эшкәртелә башлай.
1928—1936 йылдарҙа Башҡортостандың күп кенә төбәктәрендә академик А. Е. Ферсман етәкселегендә академик экспедициялар эшләй, улар яңы сеймал һәм яғыулыҡ ятҡылыҡтарын үҙләштереү, ер, урман, һыу ресурстарын, мал аҙығы майҙандарын һ. б. ш. рациональ файҙаланыу буйынса фәнни нигеҙләнгән тәҡдимдәр эшләү менән шөғөлләнә һәм тупраҡ, геоботаника, гидрографик һәм башҡа төрлө карталар әҙерләй.
30-сы йылдарҙа Магнитогорск металлургия комбинаты төҙөлөү менән бәйле рәүештә Урал аръяғының һәм Уралдың көнсығыш битләүҙәренең уға яҡын ятҡан төбәктәре геологик, гидрогеологик, гидрологик һәм урман иҡтисады йүнәлешендә ентеклерәк өйрәнелә башлай, һөҙөмтәлә марганец һәм хромит мәғдәндәре, магнезит, төҙөлөш материалдары сеймалы ятҡылыҡтары асыла һәм өйрәнелә, урман һәм һыу ресурстары запасы билдәләнә. Шул уҡ йылдарҙа республиканың төньяҡ-көнсығышында Күкшек боксит ятҡылығы табыла. Шулай уҡ Ағиҙелдең урта ағымында фосфориттар, республиканың таулы төбәгендә түбә ябыу һәүерташтары тәүләп асыла.
Минераль-сеймал һәм яғыулыҡ базаһын киңәйтеү ҡара һәм төҫлө металлургияны яңыртыуға, сәнәғәттең яңы тармаҡтарын булдырыуға этәргес бирә: яңы эшкәртелә башлаған Күсем һәм Ныяҙғол рудниктары Магнитогорск металлургия комбинатына марганец, Күкшек руднигы Днепр алюмин заводына бокситтар ебәрә башлай. Әммә 30-сы йылдарҙа Башҡортостандың ер аҫтын үҙләштереүҙең төп һөҙөмтәһе нефть сәнә-ғәтенең барлыҡҡа килеүендә күренде, сөнки шунан алып республиканың иҡтисади үҫешендә боролош билдәләнде. Нефть эҙләү барышында шул саҡта һәм артабан бик күп төрлө минераль байлыҡтар (тәбиғи газ, таш күмер, аш тоҙо һ. б.) асылды һәм был сәнәғәттең сеймал нигеҙен байтаҡ нығытты.
Aғас эшкәртеү
үҙгәртергәҺуғышҡа тиклемге йылдарҙа уҡ ағас эшкәртеүсе предприятиелар төҙөлә башлағас, урман ресурстарын үҙләштереү һәм файҙаланыуҙың характеры үҙгәрҙе — Башҡортостандан ситкә эшкәртелмәгән ағас урынына фанер, дуплау материалдары, шырпы, бысылған ағас ебәрелә башланы.
Ер-төҙөкләндереү эштәре
үҙгәртергәЕр-төҙөкләндереү эштәре, һыу сығарыу скважиналары быраулап һәм баҫыу һаҡлағыс урман һыҙаттары ултыртып, Урал аръяғы һәм Урал алды көньяғының ҡоролоҡло далаларында игенселек һәм малсылыҡ совхоздарын төҙөү ерҙе файҙаланыуҙы яҡшыртыуға булышлыҡ итте. Каучук (күк һағыҙ, тау һағыҙы) биреүсе үҫемлектәрҙе һәм фабрика сөгөлдөрөн сәсеү әйләнешенә индереү мөмкинлектәрен өйрәнеү эше яйға һалынды.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдары
үҙгәртергәБөйөк Ватан һуғышы йылдарында нефть, һоро күмер, төҫлө һәм аҫыл металл ятҡылыҡтарын, ер аҫты һыуҙарын эҙләү эштәре туҡтатылманы; йылғаларҙы энергия өсөн файҙаланыу мөмкинлектәре өйрәнелде, ҡырағай рәүештә үҫкән аҙыҡ һәм шифалы үләндәрҙең таралыу ареалдарын өйрәнеү эштәре алып барылды.
Һуғыштан һуң ил хужалығы
үҙгәртергәһуғыштан һуң ил хужалығын тыныс тормош рельстарына күсереү республиканың көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш төбәктәрендә яңы нефть ятҡылыҡтарын, Сибай һәм Учалы баҡыр колчеданы мәғдәнен, шулай уҡ Күмертау һоро күмер ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙе киң ҡолас менән алып барыу мәленә тап килде. Ауыл хужалығы ихтыяждары өсөн 40-сы йылдарҙа башланған бәләкәй гидро-электр станциялары төҙөү Ҡариҙел йылғаһының энергияһын үҙләштереүгә барып тоташты һәм унда Павловка ГЭС-ы төҙөлдө, ул бөтә республиканы өҙлөкһөҙ рәүештә энергия менән тәьмин итергә тейеш, тип күҙ уңында тотолдо.
Республиканың халыҡ хужалығы бурыстарын хәл итеүҙә урындағы фәнни һәм уҡыу йорттарының — 1947 йылда асылған Өфө Нефть ғилми-тикшеренеү институтының, СССР Фәндәр академияһының 1951 йылда ойошторолған Башҡортостан филиалының, ауыл хужалығы, нефть, авиация институттарының, шулай уҡ 1957 йылда асылған Башҡорт дәүләт университетының роле йылдан-йыл күтәрелә барҙы.
50-се йылдар
үҙгәртергә50-се йылдар аҙағынан Башҡортостан хужалығын структура яғынан үҙгәртеп ҡороуҙа яңы этап билдәләнде һәм ул химия һәм нефть химияһы сәнәғәтен әүҙем үҫтереү менән бәйле булды. Был республиканың төп тәбиғи ресурстарын (нефть һәм газ, көкөртлө колчедан мәғдәне, урман сеймалы, аш тоҙо, эзбизташтар) күп яҡлы файҙаланыу өсөн киң мөмкинлектәр асты, етештереүҙе комплекслы ойоштороу нигеҙен киңәйтте, ауыл хужалығы менән сәнәғәтте интеграциялы (яраштырып) үҫтереүгә булышлыҡ итте.
Артабанғы йылдарҙа ла нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы, нефтте һаҡлау һәм ташыу, үҫемлектәрҙе һаҡлауҙың химик саралары, ауыл хужалығы, төҙөлөш һ. б. ш. тармаҡ ғилми-тикшеренеү институттарын ойоштороу иҫәбенә республика иҡтисадының йылдам үҫеүсе тармаҡтары алдында торған проблемаларҙы өйрәнеү һаман киңерәк ҡолас ала бара.
Башҡортостан ерҙәрен хужалыҡ яғынан үҙләштереү
үҙгәртергәБашҡортостан ерҙәрен хужалыҡ яғынан үҙләштереү тәрәнәйгән, етештереүҙе әүҙемләштергән сәнәғәт һәм ауыл хужалығы объекттары күбәйә барған һайын, уның ҡалалары, ауылдары һәм райондарының экологияһы ла насарайғандан насарайҙы. Әммә тәбиғәтте һаҡлау проблемалары хәл ителәһе урынға артабан тағы ла ҡырҡыуыраҡ төҫ ала барҙы. Был бөтәһенән элек республика ерҙәрендә урынлашҡан күпселек предприятиеларға хужа булып алған Союз министрлыҡтары һәм ведомстволарының башбаштаҡлыҡтары менән аңлатыла. Был «хужалар» республиканан Мәскәү файҙаһына мөмкин тиклем күберәк табыш һығып алыу менән генә ҡыҙыҡһынды, урындағы социаль иҡтисади һәм экологик ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереүгә бик аҙ ғына аҡса ҡалдырылды.
һөҙөмтәлә республика предприятиеларында авариялар булып, таҙартылмаған ҡалдыҡтарҙы йылға һәм күлдәргә ағыҙыу осраҡтары йышайҙы; Ағиҙел йылғаһының байтаҡ өлөшө эсәр һыу менән тәьмин итеү сығанағы сифатында файҙаланыу өсөн яраҡһыҙға әйләнде. Күп ҡалаларҙың һауаһы бысраныу кимәле буйынса юл ҡуйылған норманан ашып китте. Шаҡтай ҙур майҙанда тупраҡ япмаһы нефть, пестицидтар, ауыр металдар менән зарарланды.
Үҙаллылыҡ алғандан һуң Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары тарафынан республика халҡына һәм ерҙәренә экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса эш йәйелдерелде. Тәбиғәтте һәм ресурстарҙы һаҡлау тураһында закондарҙы үҫтереүҙең хоҡуҡи нигеҙҙәре булдырылды, был закондар экологик, һыу, ер, урман кодекстарын, ер аҫты байлыҡтары, халыҡтың санитария-эпидемиология именлеге тураһындағы кодекстарҙы үҙ эсенә ала. Тәбиғи ресурстарҙы һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса йәнә бер нисә закон («Хайуандар донъяһы тураһында», «Үҫемлектәр донъяһы тураһында», «Ерҙәрҙе мелиорациялау тураһында» һ. б.) ҡабул ителде.
Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология
үҙгәртергәТәбиғәтте файҙаланыу һәм экология буйынса республика концепцияларын һәм программаларын эшләүгә һәм ҡабул итеүгә айырыуса ҙур әһәмиәт бирелә. Улар араһында «Тәбиғи ресурстарҙы файҙаланыу әлкәһендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт сәйәсәте концепцияһы», «1996—2000 йылдар осоронда Башҡортостан Республикаһының экологик хәүефһеҙлеге» кеүек дәүләт акттары бар.
Башҡортостан Республикаһында ҙур иҡтисади ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан тәбиғәтте һаҡлау буйынса бер нисә бик мөһим проект ғәмәлгә ашырыла. «Асылыкүл», «Ҡандракүл» һәм «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт парктарына нигеҙ һалынды. Республикала нефть эшкәртеү, нефть химияһы һәм химия предприятиеларының бер нисәһендә һыу ятҡылыҡтарына, атмосфера бассейнына һәм тәбиғәттең башҡа өлөштәренә етди зыян килтереп эшләүсе байтаҡ технологик ҡоролмалар эштән туҡтатылды. Ауыл-ҡалаларҙы һыу менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу һәм һыу баҫыуҙы иҫкәртеү маҡсатында Урал аръяғының ҡайһы бер райондарында һәм таулы төбәктәрҙә һыу һаҡлағыстар сафҡа индерелде, ә Ағиҙел йылғаһында Йомағужа һыу һаҡлағысы төҙөлә башланы.
Ерҙәрҙе уйлап еткермәйенсә үҙләштереү, бөтә урында ауыр техника менән ер һөрөү тупраҡтың боҙолоуы-на, саң бурандары туҙҙырыуға булышлыҡ итә. Шуға күрә һуңғы йылдарҙа саманан тыш һөрөлгән майҙандарҙа ерҙең бер өлөшөн сәсеү әйләнешенән алып туғайға әйлән-дерә башланылар.
Урманды һаҡсыл файҙаланыу, урман ресурстарын һәм тәбиғи мал аҙығы ерҙәрен тергеҙеү, ер аҫты һыуҙары, файҙалы ҡаҙылмалар запасын һәм сифатын билдәләү программаларын эшләү шаҡтай уңышлы ойошторолған. Бер үк ваҡытта эшләп килгән нефть, химия, тау-мәғдән сәнәғәте, шулай уҡ төҙөлөш материалдары сәнәғәте тармаҡтарыяңы булған минераль сеймал төрҙәрен (плавик шпат, магнезит, цеолит, пирофиллит) асыу иҫәбенә һуңғы йылдарҙа файҙалы ҡаҙылмалар исемлеге һиҙелерлек киңәйҙе.
Плавик шпат (флюорит) металлургияла, химияла, электродтар етештереүҙә һ. б. ш. киң ҡулланылыш тапты. Рәсәй өсөн ул бик ҙур һорау менән файҙаланылған сеймал төрө булып тора. Шуға күрә республиканың йөрөргә уңайһыҙ таулы төбәгендә урынлашҡан Соран флюорит ятҡылығын үҙләштереү үҙен оҙаҡ көттөрмәне — ул инде үҙләштерелә лә башланы, һуңғы 2—3 йылда республиканың Урал аръяғы төбәктәрендәге йөҙләү таштары ятҡылыҡтарының бер нисәһенә лә сират етте.
Портал «Башҡортостан» |
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Хисмәтов. М. Ф., Сухов В. П. Башҡортостан географияһы.9 класс өсөн дәреслек. Өфө «Китап»2001 й. 200 бит. ISBN 5-295-02757-0 (урыҫ) ISBN 5-295-02870-4 (башҡ)