Обухов Михаил Иванович
Обухов Михаил Иванович (29 октябрь 1871 йыл — 4 октябрь 1943 йыл) — уҡытыусы, Башҡортостанда мәғарифты ойоштороусы, уҡытыу-тәрбиә эшенең яңы йүнәлештәренә нигеҙ һалыусы.
Обухов Михаил | |
Исеме |
Обухов Михаил Иванович |
---|---|
Тыуған көнө | |
Тыуған урыны |
Түбәнге Новгород губернаһы Арзамас өйәҙе Пешелань ауылы |
Вафат булған көнө | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
Мәғрифәтсе һәм уҡытыусы |
Биографияһы
үҙгәртергәМихаил Иванович Обухов 1871 йылдың 29 октябрендә Түбәнге Новгород губернаһы Арзамас әйәҙе Пешелань ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1].
1891 йылда ул Лукьяновка өйәҙе Кендя ауылында земство ҡарамағындағы башланғыс мәктәпкә уҡытыусы итеп ебәрелә. Тәүҙән үк педагогик эшмәкәрлеген халыҡ менән бәйләй. Уҡытыусы аслыҡтан интеккән крәҫтиәндәрҙе яҡлап сыҡҡаны өсөн 1892 йылда тыуған ауылына өс йылға һөргөнгә ебәрелә. Батша охранкаһы уны туҡтауһыҙ эҙәрләй, күп тапҡыр тентеү яһап, бер өйәҙҙән икенсеһенә ҡыуып йөрөтә — уҡытыусы бер мәктәптә ике йылдан артыҡ эшләй алмай.
1905 йылғы революцияла ҡатнашҡаны өсөн М. И. Обухов Архангельск ҡалаһына өс йылға һөргөнгә ебәрелә. 1907 йылда унан ҡаса һәм Шонин исеме аҫтында йәшеренеп йәшәй башлай. 1910 йылда Мәскәүҙә тотолоп, Әстерхан губернаһына тағы һөргөнгә оҙатыла.
1913 йылдың июлендә М. И. Обухов Өфөгә килеп эләгә һәм 1916 йылдың сентябренә ҡәҙәр земство халыҡ мәғарифы бүлегендә статистик булып эшләй, артабан бүлек мөдире итеп тәғәйенләнә. 1917 йылдың 16 февралендә Өфө губернаторы М. Башилов: «Михаил Иванович Обуховты бөтә эштәрҙән, земствола һәр төрлө хеҙмәттән бушатырға һәм миңә уның һөҙөмтәләре тураһында тиҙ арала хәбәр итергә»,- тип бойороҡ бирә. Ләкин, февраль буржуаз-демократик революцияһының башланыуы һөҙөмтәһендә, губернаторҙың бойороғо үтәлмәй ҡала. Күҙәтеү аҫтында йәшәүгә ҡарамаҫтан, М. И. Обухов Өфөлә төрлө яҡлы эшмәкәрлек башлап ебәрә. Заманының алдынғы гәзит-журналдарында Шонин псевдонимы менән мәҡәләләр яҙа, демократик ойошмалар эшендә ҡатнаша. Шул уҡ ваҡытта ул рус педагогтары К. Д. Ушинский, Н. Ф. Бунаков, В. В. Водовозов хеҙмәттәре менән танышып, уларҙың идеяларын ҡабул итә. М. И. Обухов һәр йылғы статистик отчеттарында һәм очерктарында күп милләтле башланғыс мәктәптәрҙә уҡыусы балаларҙы, сословие Һәм енестәренә ҡарамайынса, туған телдә уҡытыу проблемаһын күтәрә.
М. И. Обухов мәктәптә уҡытыуҙың йөкмәткеһен, дәрес үткәреү системаһын тәнҡитләй, халыҡ мәғарифы өлкәһендә Башҡортостандың ныҡ артта ҡалыуын әсенеп һүрәтләй. 1915 йылда уның «Өфө губернаһы мәктәптәре» тигән монографияһы баҫылып сыға. Ул — мәктәптәрҙе тикшереүгә бағышланған күп яҡлы тәүге һәм берҙән-бер хеҙмәт. Унда автор башҡорт халҡының белем алыуға ынтылышын асыҡ һүрәтләй.
М. И. Обухов китапханалар ойоштороуға һәм мәктәптән тыш учреждениелар менән етәкселек итеүгә ҙур иғтибар бирә. Был темаларға байтаҡ хеҙмәттәр яҙа. Ул мәктәптән башҡа ойошмаларҙы халыҡҡа үҙ аллы белем алырға ярҙам итеүсе, уның мәҙәни-ағартыу ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүсе тип ҡарай. Октябрь революцияһынан һуң М. И. Обухов яңы мәктәп эшен ойоштороуҙа яҡындан ҡатнаша, Өфө губерна халыҡ мәғарифы бүлегендә, мәктәптәрҙә етәксе вазифалар башҡара, ололар өсөн әлифбалар һәм уҡытыу ҡулланмалары баҫтырып сығара. Ул халыҡтың оло ихтирамы менән файҙалана.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — ОБУХОВ Михаил Иванович (Тикшерелеү көнө: 28 октябрь 2021)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- К. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Обухов Михаил Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 28 октябрь 2021)