Н. Э. Бауман һәйкәле (Мәскәү, Елохово майҙаны)

Н. Э. Бауман һәйкәле. Мәскәүҙә Елохово майҙанында Рәсәй революционеры Николай Эрнестович Бауман иҫтәлегенә Пушкин скверында ҡуйылған. 1931 йылдың 31 октябрендә[2][3] 1931 года. Объект культурного наследия регионального значения[4] асылған.

Н. Э. Бауман һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 1931
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Басманный район[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза һәм гранит[d]
Һүрәтләнгән объект Николай Эрнестович Бауман[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Москва/Центральный округ/За Садов. кольцом от Каланчёвск. и Краснопрудн. до Стар. Басманной и Спартаковской ул.[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Указания, как добраться Елоховская площадь
Карта
 Елохово майҙаны) Н. Э. Бауман һәйкәле (Мәскәү, Елохово майҙаны) Викимилектә

Н. Э. Бауман һәйкәлен төҙөү тураһында ҡарар 1925 йылда Мәскәүҙә ҡабул ителә. Конкурста биш скульптор ҡатнаша: Б. Д. Королёв, В. Лишев, М. Г. Манизер, С. Г. Маграчев һәм И. А. Менделевич. Борис Данилович Королевтың эше иң яҡшыһы тип таныла[5].

Һәйкәлдең тасуирламаһы

үҙгәртергә

Һәйкәлдең скульптураһы бронзанан, ә пьедесталы — граниттан эшләнгән.

Николай Эрнестович Бауман һәйкәлдең постаментында баҫып торған итеп һынландырылған[3]. Һул ҡулы пальтоға йәшерелгән; уң ҡулында — күкрәгенә ҡыҫылған йәшерен «Искра» гәзите төргәге, төрөлгән төргәгенең арҡырыһына эре итеп яҙылған исеме күренә[6][5].

Һәйкәлдең ҡабырға яҡтарында өс бронза барельеф Н. Э. Баумандың тормош этаптарын кәүҙәләндерә: Вятка губернаһында һөргөндән ҡасыу, Киев төрмәһенән ҡасыу һәм үлтерелеүе. Барельефтар аҫтында — аңлатма яҙмалар[3][6][5]:

  • Алғы яғы: «Николай Эрнестович Бауман. 1873-1905». Аҫта — В. И. Лениндың һүҙҙәре яҙылған: «Пусть послужат почести, оказанные восставшим народом его праху, залогом полной победы восстания и полного уничтожения проклятого царизма».
  • Артҡы яғы: «Н. Э. Бауман әүҙем революцион эшмәкәрлеге өсөн Петербургта 1897 йылда ҡулға алынған һәм егерме ике ай Петропавловск ҡәлғәһендә тотҡонлоҡта булған».
  • Һул яғы: «Т. Бауман 1902 йылда «Искра» гәзитен ойоштороу эше буйынса ҡулға алынған һәм Киев төрмәһенән ун иптәше менән бергә ҡасҡан».
  • Уң яғы: «Иптәш Баумандың үлтерелеүе 17 октябрҙәге батша манифесының ҡапҡан булыуын асыҡ күрһәтә. Власть һәм ҡораллы көс хөкүмәт ҡулында булғанда бөтә был азатлыҡ вәғәҙәләре бер ни тормай».

Бынан тыш, һәйкәлдә уны эшләүселәр тураһында мәғлүмәт бар: «Һәйкәл 1931 йылда Райсовет заданиһы буйынса Мәскәү рәссамдары йәмғиәте (ОМХА) тарафынан төҙөлгән. Башҡарыусы скульптор Б Д. Королев. Артель „Гранит“. „Технолог“ заводы»[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
  2. «Рабочая Москва», 31 октября 1931 г.
  3. 3,0 3,1 3,2 Кожевников Р.Ф. 'Скульптурные памятники Москвы' — Москва: Московский рабочий, 1983 — 320 с.
  4. Памятник Н.Э.Бауману, 1931 г., ск. Б.Д.Королев, бронза, гранит. Департамент культурного наследия города Москвы. Дата обращения: 15 март 2017. 2017 йыл 16 март архивланған.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Памятник Н.Э. Бауману. mosgid.ru. Дата обращения: 6 июнь 2015.
  6. 6,0 6,1 Памятник Н. Э. Бауману. Московский туристический портал. Дата обращения: 6 июнь 2015. 2015 йыл 1 июль архивланған.