Нәзирова Флизә Изген ҡыҙы
Викидатала элемент тултырылмаған |
Флизә Изген ҡыҙы Нәзирова (15 февраль 1964 йыл) — тупраҡты өйрәнеүсе ғалим, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты.
Биографияһы
үҙгәртергәФлизә Нәзирова 1964 йылдың 15 февралендә Ҡырмыҫҡалы районының Һәүәләй ауылында тыуа. 1986 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлай. 1996 йылда «Башҡортостан тупраҡтарының һеркә һәм һелтәгә ҡаршылыҡ көсө» темаһына диссертация яҡлай[1]. Әлеге көндә Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө фәнни федераль үҙәгенең Биология институтында «Тупраҡты тикшереү һәм өйрәнеү» лабораторияһында эшләй. Башҡортостан тупраҡтарының физик-химик торошо, уңышлылығы, үҙгәреше, экологик проблемаларына бағышланған 60 мәҡәләһе бар.
Ижады
үҙгәртергәФлизә Нәзирова — популяр һәүәҫкәр йырсы. Атаһы гармунсы булғас, Флизә бәләкәйҙән үк йырлай, 10 йәшенән сәхнәгә сыға, ауыл клубында «Шоңҡар» тип аталған вокаль-инструменталь ансамблдә ҡатнаша. БДУ-ла уҡығанда йәмәғәт һөнәрҙәре факультетында Т. Г. Кәримова класында вокал бүлегендә шөғөлләнә.
2012 йылдың 27 ғинуарында Өфө ҡалаһында үткән татар-башҡорт эстрадаһының «Моңдаръя» музыка фестивалендә яңы исемдәр номинцияһында уңышлы сығыш яһай. 2014 йылдың 5 февралендә Өфөләге «Йәштәр» Мәҙәниәт һарайында юбилей концерты үҙа.
Аудиоальбомдары
үҙгәртергә- «Үҙем һөям, үҙем һөйөләм» (2010 йыл)
- Интернет селтәрендә йырҙарының, шул иҫәптән үҙе яҙған көй һәм һүҙҙәргә 60-ҡа яҡын аудиояҙмаһы һәм 30 видеояҙмаһы бар.