Нурлы мәктәп (Мәжит Ғафури)
Нурлы мәктәп — Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури шиғыры. 5-се кластың Башҡорт әҙәбиәте дәресе программаһына индерелгән[1]. 1920 йылда ижад ителгән был шиғыр «Уҡыйыҡ, шәкерттәр!» исеме менән таныла.
Нурлы мәктәп | |
Атамаһы | Нурлы мәктәп |
---|---|
Жанр | шиғыр[d] |
Автор | Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1920 |
Мәжит Ғафури — балаларға
үҙгәртергәМәжит Ғафури — милли башҡорт балалар әҙәбиәтенә башланғыс һалған шағирҙарҙың береһе. XX быуаттың 1910-сы йылдарында шағир йәш быуынды тәрбиәләү мәсьәләләренә айырыуса ҙур иғтибар бирә. Ҡыҙ балалар тәрбиәһе тураһындағы шиғырҙары халыҡ араһында киң тарала. Ошо мәсьәлә буйынса «Ҡыҙҙарға махсус милли шиғырҙар» тигән тотош китабын баҫтыра.
Балаларға арналған әҫәрҙәрендә тәрбиә менән ғилемдең әһәмиәтен шағир тере миҫалдарҙа иҫбатларға, былай итһәң — яҡшы, ә тегеләй — насар була кеүек өгөттәр аша уҡыусыларға аңлатырға ынтылды [2] |
.
«Гөлнаһар» исемле шиғырында мәктәптә уҡыған инсафлы ҡыҙҙар менән уҡымаған наҙан ҡыҙҙарҙы, уңған Хәҙисә менән һағыҙ сәйнәп йөрөүсе Зәйнәпте ҡаршы ҡуйҙы. Гөлнаһар образы ла мәғрифәтсе әҙәбиәттәге үрнәк образдарҙың дауамы булды.
Октябрь революцияһынан һуң ул балалар өсөн күп кенә әҫәрҙәр ижад итә. 1920 йылда Г. Алпар һәм Г. Хоҙаяр менән берлектә ул дәреслеккә оҡшаған «Азат мәктәп» тигән йыйынтыҡ йәғни уҡыу китабы төҙөй. Һәм был китапта шағирҙың «Уҡыйыҡ, шәкерттәр!», «Балалар һәм китап», «Ҡоштарға» тигән шиғырҙары урынлаштырыла[3][4].
«Нурлы мәктәп» шиғыры
үҙгәртергәИжадының тәүге аҙымдарынан уҡ Мәжит Ғафури мәғрифәтселек идеялары менән һуғарылған шиғырҙар яҙҙы. «Уҡыйыҡ, шәкерттәр!» тип аталған шиғыры 1920 йылда ижад ителә.
Уҡыйыҡ, шәкерттәр!
Был нурлы мәктәп — уҡыйыҡ күмәкләп, |
Көҙ ҙә һәм ҡыш та уҡыйыҡ, шәкерттәр! |
Әлеге ваҡытта «Нурлы мәктәп» тип эшкәртелгән был шиғыр уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се синыфы өсөн тәғәйенләнгән Башҡорт әҙәбиәте дәреслеге программаһында тәҡдим ителгән.
Нурлы мәктәп
Был нурлы мәктәп — уҡыйыҡ күмәкләп, |
Уҡыйыҡ, туғандар — уҡыр замандар! |
Ғүмерҙәр ҡыҫҡа, ятмайыҡ беҙ бушҡа, |
Төп фекере
үҙгәртергәМәжит Ғафуриҙың «Нурлы мәктәп» шиғыры уҡыуҙың, белем алыуҙың баһалап бөткөһөҙ ҙур әһәмиәтен асып бирә[8].
Тасуирлау алымдары
үҙгәртергә«Нурлы мәктәп» шиғыры үҙенең художество-композиция төҙөлөшө менән өндәмә стилендә яҙылған. Тиҫтәгә яҡын тапҡыр «Уҡыйыҡ, дуҫтар!» тигән ҡабатлауҙары грамотаһыҙлыҡҡа ҡаршы көрәш осороноң лексикаһына яҡын, саҡырыу-плакат кеүек ҡабул ителә.
«Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы
үҙгәртергәМәжит Ғафури шиғырҙары әлеге ваҡытта ла үҙенең актуаллеген юғалтмай, уларҙың тәьҫир көсө юғары кимәлдә һаҡлана. 2020 йылда, шағирҙың 140 йәшен билдәләгән көндәрҙә, Башҡортостан мәҙәниәт минстрлығы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Мәжит Ғафуриҙың халыҡ-ара йәмәғәт фонды «Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы иғлан итте. Күп кеше ҡатнашты һәм башҡорт халыҡ шағирына булған ихтирамын күрһәтте[9].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. III том, 544 б. (77-78 бб.). Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1979
- Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. 420—421 б. ISBN 5-295-00595-X (2-се том)
- История башкирской литературы. Т. 2: Литература советского периода (1917-1955 гг.) 107 с. — Уфа:Китап, 2014. — 680 с. ISBN 978-5-295-06062-5 (т. 2)
- Башҡорт әҙәбиәте. Уҡытыу башҡорт (туған) телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-се класс өсөн дәреслек, М. Х.Иҙелбаев, М. Б. Юлмөхәмәтов, Ә.М.Сөләймәнов, З. И. Ҡазыева, Өфө: Китап, 2017.-296 бит.
- Ҡаһарманова С. М. 5 кл. М. Ғафури «Нурлы мәктәп». (Дәрескә ҡулланма видеопрезентацияны ошо яҙыу ярҙамында эҙләргә була)
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ М. Х.Иҙелбаев, М. Б. Юлмөхәмәтов, Ә.М.Сөләймәнов, З. И. Ҡазыева. Башҡорт әҙәбиәте. 5-се кл.
- ↑ Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. 420-421 б. ISBN 5-295-00595-X
- ↑ Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. 420—421 б. ISBN 5-295-00595-X
- ↑ История башкирской литературы. Т. 2: Литература советского периода (1917-1955 гг.) 107 с. — Уфа:Китап, 2014. — 680 с. ISBN 978-5-295-06062-5 (т. 2)
- ↑ Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. III том, 544 б. (77-78 бб.). Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1979
- ↑ Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. 420—421 б. ISBN 5-295-00595-X
- ↑ Башҡорт әҙәбиәте. уҡытыу башҡорт (туған) телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-се класс өсөн дәреслек, М. Х.Иҙелбаев, М. Б. Юлмөхәмәтов, Ә.М.Сөләймәнов, З. И. Ҡазыева, Өфө: Китап, 2017.
- ↑ Ҡаһарманова С. М. 5 кл. М. Ғафури «Нурлы мәктәп». (Дәрескә ҡулланма видеопрезентацияны ошо яҙыу ярҙамында эҙләргә була)
- ↑ Флешмоб "Поэты читают поэта" к 140-летию Мажита Гафури