Нукуало́фа[1] (Ҡалып:Lang-ton) — Тонга короллегенең баш ҡалаһы. Халҡы — 24 310 кеше[2] (2010). Тонгатапу утрауында урынлашҡан. Нукуалофала диңгеҙ порты урынлашҡан.

Ҡала
Нукуалофа
Ҡалып:Lang-ton
Ил

Тонга

Координаталар

21°08′05″ ю. ш. 175°12′30″ з. д.HGЯO

Климат тибы

тропик

Рәсми теле

Тонга, инглиз

Халҡы

24 310 кеше (2010)

Милли состав

тонга — 96 %

Конфессиональ составы

мормондар (күпселек)

Сәғәт бүлкәте

UTC+13

Телефон коды676
Һанлы танытмалар
Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Нукуалофа (Ер)
Нукуалофа
Нукуалофа

Тәбиғәт шарттары

үҙгәртергә

Нукуалофа Тонга архипелагының иң ҙур мәрйен утрауында — Тонгатапу утрауында урынлашҡан. Тропик океан климаты хас. Һауа температураһы йыл дауамында +20-нән +26 °C-ҡа тиклем тирбәлә. Ямғырҙар миҙгеле декабрҙән апрелгә тиклем дауам итә. Яуым-төшөм 1500 мм самаһы. Тропик урмандар, ҡыуаҡлыҡтар һәм пальмалар үҫә.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 29,4 29,9 29,6 28,5 26,8 25,8 24,9 24,8 25,3 26,4 27,6 28,7 27,3
Уртаса минимум, °C 23,4 23,7 23,6 22,1 20,3 19,5 18,1 18,2 18,6 19,7 21,1 22,5 20,9
Яуым-төшөм нормаһы, мм 174 210 206 165 111 95 95 117 122 128 123 175 1721
Сығанаҡ: http://www.met.gov.to/index_files/nukualofa.pdf

Ҡала халҡының һаны — 24 310 кеше (2010). Ҡалала башлыса тонгалар йәшәй (96 %). Ике рәсми тел — тонга һәм инглиз телдәре. Диндарҙар — башлыса мормондар.

Европаларҙан беренсе булып Тонгатапу утрауына 1643 йылда Голландия диңгеҙсеһе Абель Тасман төшә. 1773 һәм 1777 йылдарҙа Нукуалофа территорияһына инглиз капитаны Джеймс Кук килә. Яҡынса XIX быуат уртаһында Тонга утрау төркөмдәре король хакимлығы аҫтында берләштерелә, ул 1900 йылда Бөйөк Британия менән короллек өҫтөнән протекторат булдырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуя. 1970 йылда протекторат бөтөрөлгәс, ил бойондороҡһоҙ дәүләт тип иғлан ителә, Һәм Нукуалофа Тонганың баш ҡалаһы статусын ала.

Мәҙәниәте

үҙгәртергә

Тонганың баш ҡалаһының төп иҫтәлекле урыны булып 1867 йылда төҙөлгән король һарайы тора. Ҡала тирәһендә Океанияның боронғо цивилизацияларының оборона ҡоролмалары емереклектәре һәм боронғо тонга аристократтарының кәшәнәләре һаҡланған. Ҡалала бихисап пляждар бар. Ҡала эсендә үҫкән орхидеяларҙың күп төрҙәре менән билдәле.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Словарь географических названий зарубежных стран. — 3-е изд. перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 258. — 459 с.
  2. Tonga: largest cities and towns and statistics of their population World Gazetteer (инг.) (нем.) (фр.) (исп.)