Норидж (ингл.  Norwich; инглиз әйтелеше: i/ˈнɒrɪdʒ, ˈнɒrɪtʃ/) — Уэнсум йылғаһы буйындағы ҡала. Көнсығыш Англияла, Лондондан төньяҡ-көнсығышҡа табан яҡынса 165 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Норидж
ингл. Norwich
Герб
Нигеҙләү датаһы 1004
Рәсем
Рәсми атамаһы Norwich
Рәсми тел инглизсә
Дәүләт  Бөйөк Британия[1]
Административ үҙәге Норфолк[d] һәм Норидж[d]
Административ-территориаль берәмек Норидж[d]
Сәғәт бүлкәте ECG[d]
Историческое графство Норфолк[d]
Ойошма ағзаһы Creative Cities Network[d][2] һәм Лига исторических городов[d][3]
Халыҡ һаны 195 971 кеше (2016)[4]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 15 метр
Туғандаш ҡала Нови-Сад[5], Кобленц һәм Руан[d]
Майҙан 52,6 км²[4]
Почта индексы NR1–NR16
Рәсми сайт norwich.gov.uk
Урынлашыу картаһы
Портал открытых данных Norwich City Council Open data[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 31 196
Урындағы телефон коды 1603
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Норидже[d]
Карта
 Норидж Викимилектә

Көнсығыш Англияның төбәктәге административ үҙәге һәм Норфолк графлығының төп ҡалаһы.

Урта быуаттарҙан алып сәнәғәт революцияһына тиклем Норидж Англияның Лондондан һуң иң ҙур, иң мөһим ҡалаларының береһе[6].

Ҡала территорияһында, сакстар баҫып ингәнгә тиклем, кешеләр йәшәгәне тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. Сакстар ғына был ауылды VII быуатта нигеҙләгәндәр Norðwic («төньяҡ биләмәләр»), уны даттар 1004 йылда талаған.

Беренсе ҡала хартияһы 1158 йылға ҡарай. Урта быуаттарҙа Норидж Бристоль һәм Йорк ҡалалары менән бер рәттән провинциаль Англияның иң сәскә атҡан ҡалаһы булған . Ҡалала һәм уның тирә йүнендә бик күп йөн иләүсе мануфактуралар булған, уларҙа 1336 йылда король Эдуард III саҡырыуы буйынса Норфолкка килгән бик күп фламандтар эшләгән. Ҡалаға Испан Нидерландынан эмигранттарҙың Нидерланд революцияһы ваҡытында килеүе айырыуса көсәйә, шуға күрә 1579 йылда Норидж ҡалаһындағы 16 мең кешенең һәр бер өсөнсө кешеһе сит илдән килеүсе була.

Шул йылдарҙағы иҡтисади именлектең боронғо ҡомартҡылары булып күп һанлы боронғо сиркәүҙәр (уларҙың утыҙға яҡыны һаҡланып ҡалған) һәм Норидж ратуша бинаһы тора, улар XV быуатта Фландрия ҡоролмалары өлгөһөндә төҙөлгән. Норидж Троица соборы Норман баҫып алыуынан һуң төҙөлә башлай, быны Төньяҡ Францияның роман ғибәҙәтханаларына оҡшатып эшләнгән архитектура апсиды һәм неф дәлилләй. Иркен аркада-клуатр (илдә иң ҙурҙарының береһе) һәм XV быуаттың таш шпиле (Англиялағы иң бейек шпиль, уның бейеклеге — 96 м) — готика төҙөлөшөнөң үҙенсәлекле өлгөһө булып тора. Норидж һарайында XII быуатта урындағы музей йыйылмалары тора, ул бигерәк тә Норидж мәктәбенең (XIX быуат) пейзаж төшөрөүсе рәссамдары картиналарына бай .

XVIII быуатта Манчестер, Глазго ҡалаларынының иҡтисади күтәрелеше һәм илдең төньяғында башҡа сәнәғәт үҙәктәренең барлыҡҡа килеүе арҡаһында Норидждың иҡтисади әһәмиәте ҡаҡшай. Әлеге ваҡытта Нориджда аяҡ кейеме сәнәғәте үҫкән. 1964 йылда ҡалала Көнсығыш Англия университеты ойошторола. Мәҙәни учреждениеларҙан Нориджда ҙур булмаған театр эшләй.

Халыҡ һаны кеше[7]
2001 2011 2016
173 870 ↗ 186 682 ↗ 195 971

Нориджда төпләнгән «Норвич Сити» футбол клубы Премьер-лигала сығыш яһай.

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә

Уэнс йылғаһының киң бөгөлөшөндә урынлашҡан Норидж ҡалаһы саксондарҙан даимиһыҙ планлаштырыуҙы мираҫ итеп ала, был эш ҡалала ориентирлашыуҙы ауырлаштыра. Әммә ҡалала төп өс йүнәлеш бар, улар юлды табырға ярҙам итә: бик бейек шпилле собор, бейеклектә урынлашҡан норман замогы, манараһына сәғәт ҡуйылған ҡала ратушаһы бинаһы.

Баш ҡаланың төп иҫтәлекле урындары булып собор һәм бик һәйбәт һуңғы сәнғәт әҫәрҙәре коллекцияһы ҡуйылған замок тора. Йәкшәмбе көнө был иҫтәлекле урындарҙы, музейҙарҙы ҡарарға мөмкин түгел, сөнки улар ял көнө эшләмәй[8].

Туғанлашҡан ҡалалары

үҙгәртергә

Норидж — түбәндәге ҡалаларҙың туғандаш ҡалаһы :

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Laura Williams, Alexandra Jones, Neil Lee, Simon Griffiths. Ideopolis: Knowledge City-Regions : Enabling Norwich in the Knowledge Economy. — Lancaster University: The Work Foundation, 2006.

Һылтанмалар

үҙгәртергә