Новый Белокатай (гәзит)
«Новый Белокатай» («Яңы Балаҡатай») — ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Яңы тормош» гәзите редакцияһы ҡаҙна предприятиеһы.
«Новый Белокатай» | |
Тип |
ижтимағи-сәйәси баҫма |
---|---|
Балаҡатай районының Яңы Балаҡатай ауылында аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ һәм башҡорт («Яңы Балаҡатай») телдәрендә сыға. 1931 йылдың сентябренән алып урыҫ телендә «Знамя колхозника» («Колхозсы байрағы»), 1961 йылдан — «Заря коммунизма» («Коммунизм таңы»), 1963 йылдан башлап «Коммунист» исеме аҫтында урыҫ һәм башҡорт телдәрендә нәшер ителә, 1965 йылдан — «Новая жизнь» һәм «Яңы тормош», 2006 йылдан хәҙерге исемдәрен ала.