Новошахтинский тарих-крайҙы өйрәнеү музейы
Новошахтинский тарих-крайҙы өйрәнеү музейы — Новошахтинск ҡалаһындағы музей.
Новошахтинский тарих-крайҙы өйрәнеү музейы | |
---|---|
Асылған ваҡыты | 1972 |
Урынлашыуы | Рәсәй, Ростов өлкәһе, Новошахтинск ҡалаһы |
Директор | Кадулина Ирина Павловна |
Музей тарихы
үҙгәртергәЙәмәғәт башланғысындағы музей асыу тураһында ҡарар 1968 йылда уҡ ҡабул ителгән. Дүрт йылға яҡын экспонаттар йыйыу һәм музей экспозицияһын биҙәү дауам иткән. Уны булдырыуҙа музейға ағастан эшләгән скульптураларын тапшырған үҙенә генә хас талант эйәһе скульптор (самобытный) И. Т. Гилко ҙур өлөш индергән. Музейға үҙҙәренең бик күп картиналарын рәссамдар Б. В. Сухоруков («Иҫке шахта»), Н. Д. Маяков («Һыуһау», «Алыштан һуң»), А. А. Рамонов («Скифтар»), үҙенә генә хас талант эйәһе рәссам А. В. Зайцев бушлай тапшырған. 1972 йылдың 23 февралендә музей рәсми рәүештә асылған һәм тәүге килеүселәрҙе ҡабул иткән. Новошахтинск ҡалаһының почётлы гражданины, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Александр Иосифович Пушкаренко музейҙың тәүге директоры булған.
Хәҙерге ваҡытта музей фондында 2209 һаҡланыусы берәмек бар. Музейҙың бөтөн экспонаттары өс залда («Хеҙмәт даны», «Хәрби дан» һәм күргәҙмә) һәм ете бүлектә («Беҙҙең крайҙың тәбиғәте», «Археология», «Геология», «Көнкүреш (XIX б. аҙағы — XX б. башы)», «Сәнғәт», «Нумизматика») урынлаштырылған[1][2][3].
2013 йылдың ғинуарында музей һаҡлау йөкләмәһе алған, уның шарты — 2017 йылға саҡлы Көньяҡ-Көнбайыш фронты штабының блиндажын[4] ремонтлау буйынса саралар үткәрелергә тейеш булған.
Адресы
үҙгәртергәМузей түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: Ростов өлкәһе, Новошахтинск ҡалаһы, ул. 4-се Пятилетка урамы, 20-се йорт[5].