Новочеркасскиҙа Дон казактарының тарихы музейы

Новочеркасскиҙа Дон казактары тарихы музейы — Дон казактарының профилле музей йыйылмаһы. 1886 йылда Дон музейын ойоштороу комиссияһы тарафынан ойошторолған. Үҙенең эсенә биш музей комплексын: төп бина, Атаман һарайын, рәссамдар Митрофан Борисович Грековтың, Иван Иванович Крыловтың мемориал йорт-музейҙарын, шулай уҡ Күргәҙмә залын (Буденнов урамы, 94) индерә. Музей коллекцияһы 150 мең һаҡлау берәмеген туплаған[1]. Музей эргәһендә даими йәмәғәт берләшмәләре: «Крылов йомалары», «Әҙәби ҡунаҡ бүлмәһе», балалар ижад студияһы, уҡыусыларҙың «Мираҫ» тарих клубы эшләй[2].

Новочеркасскиҙа Дон казактарының тарихы музейы
Музейҙың төп бинаһы
Музейҙың төп бинаһы
Асылған ваҡыты 1886
Урынлашыуы Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Новочеркасск,
Ростов өлкәһе,
Атаман урамы, 38
Күрергә килеүселәр 175 000[1]
Директор Сединко Светлана Алексеевна
Сайт novochmuseum.ru
Логотип Викисклада Новочеркасскиҙа Дон казактарының тарихы музейы Викимилектә
 
1905 йылдар тирәһендә музей бинаһы

Музейҙы асыуға Дон боронғоһон һөйөүселәр йәмғиәтенә берләшкән энтузиаст крайҙы өйрәнеүселәрҙең ойоштороу һәм йыйыу эшмәкәрлеге нигеҙ булып торған. 1886-1887 йылдарҙа атамандың граждандар бүлеге буйынса ярҙамсыһы И.М.Добрынин рәйеслегендә Дон музейын йыһазландырыу комиссияһы төҙөлгән. 1894 йылда академик А.А.Ященко проекты буйынса музей бинаһы ҡорола, бөгөн дә музей шул бинала урынлашҡан. Баштараҡ бина йәмәғәт аҡсаһына төҙөлә башлаған. Барыһы 30 000 һум йыйылһа ла, был сумма ғына етмәгән, һәм Рәсәй империяһының Хәрби советы, эштәрҙе тамамлау маҡсатында, тағы ла 45 000 һум бүлгән[3].

1899 йылдың 22 ноябрендә Дон музейы тантаналы асылған. Музей үҙ эсенә алты бүлек: тарихҡаса булған, бик боронғо, тарихи, тәбиғи-тарихи осорҙар, китапханалар, тарихи архив һәм хәрби регалиялар бүлеген индерә. Музейҙың тәүге директы һәм нигеҙ һалыусылрының береһе Харитон Иванович Попов булған[4].

1941 йылдың февралендә Дон музейы Дон казактары тарихы музейы тип үҙгәртелеп ҡоролған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, ҡаланы фашист оккупацияһы йылдарында музейҙың иң ҡиммәтле әйберҙәрен һәм коллекцияларын һаҡлап ҡала алғандар. Новочеркасскиҙы азат иткәндән һуң музей эшен дауам иткән.

1946 йылда Прага ҡалаһы милли музейынан 1920 йылда сит илгә эвакуацияланған Дон музейының ҡиммәтле 2726 предметы кире ҡайтарылған. Шул уҡ ваҡытта, 1940-сы йылдар уртаһында, музейға рәссам Николай Никанорович Дубовский васыят итеп ҡалдырған уның үҙе ижад иткән һәм күсмә күргәҙмәләр ойоштороусы рәссамдар (передвижниктар) картиналарынан торған коллекция бүләк ителгән. Ә алдараҡ музей фонды дон пейзаж һүрәттәрен оҫта төшөргән рәссам (пейзажист) Иван Иванович Крылов картиналары менән тулыландырылған булған.

1957, 1979 һәм 1989 йылдарҙа музей эргәһендә рәссамдар М. Б. Греков, И. И. Крылов һәм шағир В. Г. Калмыковтың мемориал йорт-музейҙары барлыҡҡа килгән . 2005 йылдың сентябрендә яңы музей — Атаман һарайы асылды[2].

Төп бина

үҙгәртергә

Музейҙың төп бинаһында казак ғәскәри клейнод коллекциялары, XVIII-XIX ғәскәри һәм полк байраҡтары; XIX—XX быуат башы казак хәрби һәм көнкүреш кейеме ; наградалар, бүләк ителгән ҡоралдар, шулай уҡ һалҡын һәм атыу ҡоралдары; жалованный грамоталар, ғәскәри канцелярия һәм станица идаралыҡтарының документтары; живопистең киң йыйылмаһы (Ростов өлкәһендә иң ҙур һәм әһәмиәтлеләрҙең береһе): XVIII быуат аҙағы - XIX быуат башы дон парус (живопись) портреты; Дон Ғәскәре наказлы атамандары портреттары; хәрби казактар портреты; күсмә күргәҙмәләр ойоштороусы рәссамдар (передвижник) эштәре коллекциялары, император портреты һәм көнбайыш европа живописы өлгөләре һаҡлана. Байтаҡ һирәк осраған китап һәм гәзит фонды бар[1].

И. И. Крыловтың мемориал йорт-музейы

үҙгәртергә
 
И. И. Крыловтың йорт-музейы

Йорт яҡынса XIX быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән. Новочеркасск ҡалаһында XIX быуаттағы төҙөлөштәргә хас бина — урта ҡатлам казактарының типик торлағы. Өй, үҙ эсенә коридор, аралыҡ йәки солан (сени), веранда һәм йәшәү өлөшөнән – 4 бүлмәнән һәм ишек төбө аралығынан (прихожая) торған ағас төкәтмәнән ғибәрәт. Ишек алды аралығы үҙәк ролен үтәй, ул соланды һәм булмәләрҙе тоташтыра. 1900-сы йылдарҙа усадьбала оҫтахана төҙөлгән. Рәссамдың өйө һәм оҫтаханаһы Новочеркасск ҡалаһы мәҙәни тормошоноң үҙенсәлекле үҙәге булған. Был музейҙы төрлө йылдарҙа бик күп рус һәм совет мәҙәниәте эшмәкәрҙәре килеп күргән. Улар араһында: яҙыусылар Александр Иванович Куприн, Александр Серафимович Серафимович, Константин Андреевич Тренев, рәссамдар: Николай Никанорович Дубовский, М. Б. Греков, музыканттар: Михаил Гаврилович Эрденко, К. М. Думчев, казак йырҙарын йыйыусы А. М. Листопадов һ.б.

Йорт, эске планлаштырылыуы үҙгәртелмәйенсә, һаҡланған. 1940 йылдан усадьба участкаһы бик ныҡ ҡыҫҡартылған. Уның территорияһында торлаҡ йорттар төҙөлгән. Оҫтахана ла һаҡланмаған. Йорт-музей экспозицияһы мемориал йорт-музейҙар структураһы буйынса төҙөлгән һәм рәссамдың 1900—1936 йй. новочеркасск осорон сағылдыра. 108 м² майҙанды биләгән экспозицияла рәссамдың үҙенең һәм ғаилә ағзаларының әйберҙәренең 70 % күрһәтелгән. Күргәҙмә комплексы залдарының береһендә рәссамдың ижад юлы менән таныштырыусы даими күргәҙмә йәйелдерелдән. Бында ҡаланың ижади интеллигенцияһы йыйыла, ижади коллективтар, ансамблдәр сығыш яһай, бардтар, шағирҙар, яҙыусылар әҫәрҙәрен башҡара торған «Крылов йомалары» тигән клубтың ултырыштары ойошторола. 183 м² майҙанлы икенсе залда музейҙың, ҡаланың һәм башҡа регион рәссамдары фондтарынан стационар күргәҙмәләр тәҡдим ителә[5].

М. Б. Грековтың мемориал йорт-музейы

  Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6100100000объект № 6100100000

Төп мәҡәлә:М. Б. Грековтың йорт-музейы

Рәссам 1934 йылда үлгәндән һуң 23 йыл үткәс, 1957 йылдың 30 июнендә Новочеркасскиҙа Митрофан Борисович Грековтың мемориал-сәнғәт музейын тантаналы асыу уҙғарылған. Музей фондының күпселек өлөшө М.Б. Грековтың дуҫтары һәм Новочеркасск ҡалаһы халҡы тарафынан һаҡланған һәм тулыландырылған [6]. Мемориалға рәссам йәшәгән һәм эшләгән төп бина, флигель һәм сәскәлеге менән кескәй генә емеш баҡсаһы инә. Йорт-музейға картиналарҙың төп нөсхәһе, эскиздар, этюдтар, рәссамдың шәхси әйберҙәре һәм йыһаздары ҡуйылған. Музейҙың үҙәк өлөшөн оҫтахана биләй. Бында винтлы табурет, мольберт, эш диваны, металл кресло, этюд кәрәк-яраҡтары, этюд материалын һаҡлау өсөн шкаф ҡуйылған. Ҙур тәҙрә тупһаһы янына киң таҡта нығытылып ҡуйылған, унда — буяуҙар, грунт рецебы, грунтланған киндерҙәр, этюдтар. Оҫтахана диуарҙарында — М.Б.Грековтың картиналары, эскиздары һәм этюдтары[7].

Атаман һарайы

үҙгәртергә
  Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6101011000объект № 6101011000
 
Атаман һарайы

Элекке төп атаман резиденцияһы икенсе ҡаттағы парад бүлмәләре мемориал экспозицияһы Дон Ғәскәре тарихында атаман власы системаһы һәм дон атамандары шәхестәренең роле, юғары (августейший) атаман институты һәм Донға юғары визиттар тарихы тураһында һөйләй. Рус йәмғиәте йөҙөк ҡашы (элита) булған дон атамандарының көнкүреше тәү башлап күрһәтелгән. Һарайҙа 1918 йылдың 29 ғинуарында атылып үлгән атаман Алексей Максимович Калединдың мемориал комплексы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән файҙалана[8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Музей истории Донского казачества. Музей истории Донского казачества. Дата обращения: 2 ғинуар 2017.
  2. 2,0 2,1 История Музея. Музей истории Донского казачества. Дата обращения: 2 ғинуар 2017. 2016 йыл 13 октябрь архивланған.
  3. Строительство здания музея. Музей истории Донского казачества. Дата обращения: 2 ғинуар 2017. 2016 йыл 26 март архивланған.
  4. Попов Харитон Иванович
  5. Мемориальный дом-музей художника Ивана Ивановича Крылова. Музей истории Донского казачества. Дата обращения: 2 ғинуар 2017. 2017 йыл 23 ғинуар архивланған.
  6. Дом-музей М.Б. Грекова. Музеи России. Дата обращения: 2 ғинуар 2017.
  7. Музей Митрофана Борисовича Грекова в Новочеркасске. Novocherkassk.net. Дата обращения: 2 ғинуар 2017.
  8. Атаманский дворец. Официальный портал Министерства труда и социального развития Ростовской области. Дата обращения: 2 ғинуар 2017. 2017 йыл 3 ғинуар архивланған.