Новиков Сергей Владимирович (ректор)

ғалим-иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре, юғары мәктәп эшмәкәре

Новиков Сергей Владимирович (8 декабрь 1977 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре. 2015 йылдан Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры, 2019 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы һәм ректор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, 2020 йылдың 7 июленән — университет ректоры[2]. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2019)[3].

Новиков Сергей Владимирович (ректор)
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 декабрь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (46 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы
Биләгән вазифаһы ректор[d]
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре кандидаты[d][1] (2002)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Сергей Владимирович Новиков 1977 йылдың 8 декабрендә Өфөлә тыуа.

1999 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1997 йылда «Уралавиа спецтехнология» НПП-һында менеджер булып башлай. 1999 йылда «Имплантера» НПП-һының финанс менеджеры була, ошо уҡ йылда дәүләт хеҙмәтенә күсә.

1999—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Иҡтисад һәм монополияға ҡаршы министрлыҡтың әйҙәүсе, һуңынан баш белгесе була, артабан —бүлек мөдире урынбаҫары. 2004 йылда БР Иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министрлығының бүлек начальнигы. 2004—2005 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең иҡтисади үҫеш һәм социаль сәйәсәт идаралығының социаль-иҡтисади үҫеште фаразлау бүлегенең баш белгесе. 2005—2006 йылдарҙа — ошо уҡ бүлек мөдире, ә 2006—2008 йылдарҙа — ошо уҡ идаралыҡ начальнигы урынбаҫары − БР Президенты Хакимиәтенең Иҡтисади экспертиза һәм анализ бүлеге мөдире. 2008—2009 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәтенең Дәүләт-хоҡуҡи идаралығының экспертиза бүлеге мөдире урынбаҫары, 2009—2010 йылдарҙа — Эксперт-аналитика идаралығы начальнигы[4].

2010—2015 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса дәүләт заказдарын урынлаштырыу дәүләт комитеты рәйесе. 2015 йылдан 2019 йылдың апреленә тиклем Башҡортостан Республикаһы Иҡтисади үҫеш министрлығын етәкләй.[5] 2019 йылдың июлендә "Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең статистика мәғлүмәтен эшкәртеү һәм таратыу төбәк-ара төп мәғлүмәт үҙәге"нең директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнә, ә 2019 йылдың 22 авгусынан ваҡытлыса Өфө дәүләт авиация техник университетын етәкләй.

2019 йылдың 6 сентябрендә Сергей Владимирович Новиков Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы вазифаһын рәсми башҡара башлай, бер үк ваҡытта университеттың Социаль һәм иҡтисади системаларҙа идара итеү кафедраһы доценты (УСиЭС)[6].

2020 йылдың 7 июлендә рәсми рәүештә Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры вазифаһына тәғәйенләнә[7].

2012 йылда «Рәсәй Федерацияһының Иҫәп палатаһы менән хеҙмәттәшлекте нығытыуҙа күрһәткән хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт Хаты менән бүләкләнә[8].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә