Николо-Вяжищи монастыры
Николо-Вяжищи монастыре - Урыҫ православие сиркәүенең ставропигиаль ҡатын-кыҙҙар монастыре. Новгород өлкәһенең Новгород районы Вяжищи ауылы янында урынлашҡан.
Николо-Вяжищи монастыры | |
Нигеҙләү датаһы | XIV быуат |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Вяжищи[d] |
Епархия | ставропигия Русской православной церкви[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Новгородская область/Новгородский район[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1411 |
Николо-Вяжищи монастыры Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәXIV быуат аҙағында иноктар Евросин, Игнатий һәм Галактион тарафынан нигеҙ һалына. Йылъяҙмала беренсе тапҡыр 1411 йылда телгә алына.
1411 йылда Никольский соборы (ағастан) төҙөлә, 1417 йылда йылъяҙмаларҙа яңы ғибәҙәтхана төҙөлөшө тип алына. 1419 йылда Изге Антоний хөрмәтенә ҡабат ағас ғибәҙәтхана төҙөлә. 1458 йылда обительдә уның постиженнигы Новгород архиепискобы Евфимий ерләнгән, тиҙ арала урындағы изгеләре исемлегенә индерелгән (дөйөм сиркәү хөрмәтләүе 1549 йылда тупланған).
XVII быуатта монастырь Романовтар династияһынан булған беренсе батшалар ярҙамынан файҙалана. 1670-80 йылдарҙа уға Николаев Понедельский һәм Спас Сяберский монастырьҙары яҙыла. XVII быуат аҙағында монастырҙы радикаль үҙгәртеп ҡороуҙың инициаторы Боголеп Саблин (1683 йылдан 1697 йылға тиклем Николо-Свияжск монастыры настоятеле) була. Боголеп Никон идеялары буйынса эшләгән. Дөнъяуи хакимиәттән рухи хакимиәт өҫтөнөрәк итеү өсөн көрәштә Никон ҙурлығы, архитектура формалары һәм биҙәү эштәре буйынса батшаларныҡынан өҫтөнөрәк булған биналар булдырырға омтолған. Боголеп ниәттәрен тормошҡа ашырыуҙа Новгород митрополиты Евфимий III лә ҡатнашҡан. Евфимий Никон менән таныш булған, уның ҡараштары яҡлы булған, күркәмлек яратҡан. Вяжищи төҙөүселәре, моғайын, Мәскәүҙән саҡырылғандарҙыр. Баш ҡала оҫталары ҡала шарттарының үҙенсәлеген һәм Новгород архитектураһының үҙенсәлектәрен иҫәбенә алған. Йорттарҙа Мәскәү зауығы Новгород ҡатылығы менән ярашлы.
1764 йыл штаттары буйынса Николо-Вяжищи монастырын икенсе класстар исемлегенә кереткәндәр; уның барлыҡ ерҙәре секулярлаштырылған. XVIII-XIX быуаттарҙа уның территорияһында монастырь төрмәһе урынлашҡан.
1920 йылда монастырь ябыла һәм урындағы колхозға күсә. Трапеза палатаһының икенсе ҡатынла мәктәп урынлашҡан. Никольский соборында ғибәҙәттәр тағы 15 йылға яҡын дауам иткән. Монастырь башлығы архимандрит Серафим (Великий) 1920 йылда Крестец епискобына, Новгород епархияһы викариена ҡул ҡуя.
Монастырь биналары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ныҡ зыян күрә.
1958 йылда архитектор-реставратор Леонид Красноречьев етәкселегендә монастырҙа үлсәү һәм тикшеренеү эштәре башлана, ә 1964 йылдан 1990 йылдар башына тиклем реставрация-төҙөү эштәре башлана.
1988 йылда Николо-Вяжищи монастыре сиркәүгә кире ҡайтарыла. 1990 йылдың 31 мартында Новгород һәм Ленинград митрополиты Алексий (Ридигер) Новгород архиепискобы Изге Евфимий хөрмәтенә ғибәҙәтхананы изгеләндерә. Монастырь 1995 йылдан башлап ҡатын-кыҙҙар ставропигиаленә әүерелә.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Великий Новгород. История и культура IX—XVII веков. Энциклопедический словарь. СПб.: Нестор-История, 2007. — ISBN 978-5-98187-236-5.
- Новгородская летопись по списку П. П. Дубровского (Полное собрание русских летописей. Т. XLIII) / Подгот. текста О. Л. Новиковой; подгот. приложения В. И. Легких и И. В. Федоровой. — М.: Языки славянской культуры, 2004. — 368 с. — ISBN 5-94457-046-6.
- Сойкин П. П. Вяжищский Николаевский монастырь близ Новгорода // Православные русские обители: Полное иллюстрированное описание православных русских монастырей в Российской Империи и на Афоне. — СПб.: Воскресение, 1994. — С. 123. — 712 с. — 20 000 экз. — ISBN 5-88335-001-1.