Николай Чудотворец сиркәүе (Шахты)
Православие ғибәҙәтханаһы | |
Николай Чудотворец сиркәүе
| |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Шахты, Ростов өлкәһе |
Конфессия | Православие |
Төҙөлөшө | 1897—1902 йылдар |
Бөгөнгө хәле | эшләүсе |
Сайт | Рәсми сайт |
Николай Чудотворец сиркәүе Викимилектә |
Николай Чудотворец сиркәүе (Изге Николай ғибәҙтханаһы) — Шахты ҡалаһындағы православие ҡорамы[1].
Адресы: Ростов өлкәһе, Шахты ҡалаһы, Аютин ҡасабаһы, Платов урамы, 177-се йорт.
История
үҙгәртергә1902 йылда Аютин ҡасабаһы халҡы инициативаһы менән сиркәү төҙөлә һәм 1903 йылда Изге Николай Чудотворец исеме бирелеп изгеләндерелә. Сиркәү бер тәхетле, өс комбәҙле, ҡыңғырау манаралы булған.
3 ноябрҙә Власово-Аютин утарында тантаналы рәүештә Николай Чудотворец сиркәүен изгеләндереп асҡандар. Александров-Грушевский мәнфәғәтенең алты руханийы, өс диаконы һәм Новочеркасскиҙән килгән хор сиркәүҙе изгеләндереү байрамын ойошторғандар. Байрамға ҡаланан бик күп дәрәжәле ҡунаҡтар килгән, ә атаманды икмәк-тоҙ менән ҙурлап ҡаршы алғандар. Сиркәү таштан төҙөлгән һәм йәмғиәткә һигеҙ мең һумға төшкән.
Революциянан һуң сиркәү ябылған, уның бинаһында клуб асҡандар. Бары тик 1991 йылда ғына тергеҙелгән Николай Чудотворец сиркәүе үҙенең эшен башлап ебәргән. Яңы сиркәү биш көмбәҙле, уны 2012 йылда Преосвященнейший епископ Игнатий изгеләндергән[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Аютинский, поселок (город Шахты) 2018 йыл 10 июль архивланған.
- ↑ Епископ Игнатий освятил купола и кресты восстанавливаемого Никольского храма в поселке Аюта 2017 йыл 24 август архивланған.