Николай Чудотворец сиркәүе (Новочеркасск)
Православие ғибәҙәтханаһы | |
Николай Чудотворец сиркәүе
| |
Николаевский сиркәүе революцияға тиклемге асылмала Николаевский сиркәүе революцияға тиклемге асылмала | |
Ил | Рәсәй империяһы |
Ҡала | Новочеркасск, Дон ғәскәре өлкәһе |
Конфессия | Православие |
Төҙөлөшө | 1810—1812 йылдар |
Бөгөнгө хәле | юҡҡа сыҡҡан |
Николай Чудотворец сиркәүе— элекке Дон Ғәскәре өлкәһендәге Новочеркасск ҡалаһы православие сиркәүе, шулай уҡ Николаевский сиркәүе тип тә билдәле.
Новочеркасскиҙәге Почта урамында бер-береһенән 300 метр йыраҡлығында ике Николаевский сиркәүе торған, уларҙың береһе — Никольский майҙанындағы православие сиркәүе (хәҙерге Левск майҙаны), икенсеһе — Александр баҡсаһы янындағы иҫке обряд сиркәүе[1].
Тарих
үҙгәртергәНиколаевский сиркәүенең ағас йорто тантаналы рәүештә 1810 йылда 14 авгусында төҙөлә башлаған, ә 1812 йылда төҙөлөп бөткән. Был сиркәү атаман Платовтың күрһәтмәһе буйынса Новочеркасск ҡалаһына көсләп күсерелгән Черкасск Николай сиркәүенә йөрөүселәрҙең талабы буйынса төҙөлгән. Сиркәүҙе инженер-подполковник Ефимов ҡарап төҙөткән, ә рухани Иоанн Долотин 1812 йылдың 22 июлендә сиркәүҙе изгеләндергән.
Таш сиркәү 1821—1829 йылдарҙа төҙөлгән, һуңынан изгеләндерелгән. Сиркәүҙең ике төкәтмәһе-ҡанаты булған: уң яғы — күп ыҙалар сигеүсе Изге Варвара,ә һул яғы Хоҙай әсәһенең Успениеһына бағышланған. Проект авторы- архитектор Амвросимов, ул сиркәүҙе ампир стилендә төҙөгән. Сиркәү бер ҡатлы, бер көмбәҙле булған, уның бинаһы һәм сиркәүгә төкәтеп һалынған ҡыңғырауҙар манараһы аҡ таштан һалынған.
Сиркәү 1935 йылда ябылған, ә 1939 йылда уның урынында сквер булдырғандар. Хәҙерге ваҡытта бында Левски майҙаны. Майҙанда 1995 йылдың 19 ноябрендә юҡҡа сыҡҡан Николай сиркәүе урынында башта ҙур ағас тәре, һуңыраҡ металдан яһалған тәре ҡуйғандар[2].