Николай Островский исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы
Николай Островский исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы — Дондағы Ростовта иң ҙур мәҙәниәт һәм ял паркы.
Николай Островский исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы | |
Нигеҙләү датаһы | 1894 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Дондағы-Ростов |
Майҙан | 63,1 гектар |
1894 йылда барлыҡҡа килә, территорияһы — 63,1 гектар. Совет осорондағы билдәле яҙыусы Н. А. Островский хөрмәтенә аталған. Паркта йөҙөү бассейны, футбол яланы, йәш альпинистар клубы, штангасылар залы, теннис корттары, «Олимп-2» стадионы[2], балалар тимер юлы урынлашҡан.
Парк ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн төрлө хеҙмәттәр башҡара. Мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы хеҙмәттәрҙең береһе булып парк аттракциондары тора. Әлеге ваҡытта 40-тан ашыу парк аттракциондары бар. Әүҙем ял итергә яратыусыларҙы «Джунгли» арҡан паркы көтә — был мажаралы аттракцион төрлө ҡатмарлыҡтағы 6 маршруттан тора[3]. 2016 йылда паркта «Дөйәғош ихатаһы» барлыҡҡа килә .2017 йылдың ноябрендә «Ҡояш ағасы» архитектура-парк композицияһы асыла. Ул ҡояш энергияһында эшләй, шуға күрә ҡояш энергияһын туплаусы ағас кисен дә , төнөн дә тирә-яҡты яҡтыртып тора. Бөгөн парк территорияһында бушлай Wi-Fi эшләй[4]. Спорт үҫешенә ҙур иғтибар бүленә: парк территорияһында атлетика ҡаласығы, велосипедсылар юлы, велосервис бар. Паркта йылына 200-ҙән ашыу саралар үтә, шулай уҡ, клубтар эшләй.
2016 йылдың сентябрендә «Дон элемтәселәре һәйкәле» асыла.
Тарихы
үҙгәртергә1894 йылда хәҙерге парк булған урында 100 дисәтинә майҙанда Балабан сауҡалығы ултыртыла[5]. Парк күп йылдар дауамында исемен үҙгәртә, Пролетар, Шеболдаев исемендәге парк, Мария Ульянова исемендәге, Ростмельмаш мәҙәниәт һәм ял паркы тип атала.
20 быуаттың 70-се йылдарында хәҙерге — Николай Островский исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы исемен ала. Был парктың төп үҙенсәлеге — уның йәшеллегендә, бында һирәк ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртылған. Ҡайһы бер ағастарға йөҙ йәштән дә күберәк.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Список парков и скверов Ростова-на-Дону
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Олимп-2 (рус.) // Википедия. — 2017-10-15.
- ↑ Super User. Парк Островского сегодня . park-ostrovskogo.ru. Дата обращения: 26 февраль 2017. 2017 йыл 27 февраль архивланған.
- ↑ Super User. Free Wi-Fi . park-ostrovskogo.ru. Дата обращения: 26 февраль 2017. 2018 йыл 25 ғинуар архивланған.
- ↑ Официальный портал городской Думы и Администрации города (ингл.). www.rostov-gorod.ru. Дата обращения: 26 февраль 2017.(недоступная ссылка)