Кәбеҫтә ашын дегет менән ағартмайҙар, уның өсөн ҡаймаҡ бар
«Кәбеҫтә ашын дегет менән ағартмайҙар, уның өсөн ҡаймаҡ бар» («Не обычай дёгтем щи белить, на то сметана») — Александр Солженицын эссеһе, «Литературная газета» ла 1965 йылдың 4 ноябрендә баҫыла. Солженицынындың СССРҙа үҙгәртеп ҡороуға тиклем сыҡҡан берҙән-бер мәҡәләһе.
Кәбеҫтә ашын дегет менән ағартмайҙар, уның өсөн ҡаймаҡ бар | |
Нигеҙләү датаһы | октябрь 1965 |
---|
Эссе — академик В. В. Виноградовтың шул уҡ "Литературная газета"ла донъя күргән «Заметки о стилистике» хеҙмәте менән полемикаға ингән әҫәр. Солженицын әйтеүенсә, «Заметки о стилистике» «беҙҙең телде тойоуыбыҙҙы ауырлаштыра, яйлата, ә телде кәрәк урында әсеттермәй генә майлап та ебәрергә кәрәк»[1]. Эссенең атамаһы — урыҫ мәҡәле, ул В. И. Далдең «Толковый словарь живого великорусского языка»[2] китабында аңлатылған мәҡәл.
Мәҡәлә яҙыусы өсөн иң ауыр, уның әҫәрҙәрен КГБ конфискациялаған саҡта (сентябрь, 1965 йыл) яҙылған. Һуңғараҡ Солженицын «Бодался телёнок с дубом» әҫәрендәге хәтирәләрендә былай тип яҙа:
…Бер нимәгә ҡарап тормаҫтан мин ҡуҙғала башланым. Хәҙер аңлауымса — дөрөҫ булмаған хәрәкәт эшләгәнмен. Үҙемдең стилемә һәм яратҡан әйберемә ҡаршы барғанмын. Үҙем тураһында кешеләргә белдереү өсөн «Литературная гәзитендә» академик Виноградов менән юҡҡа бәхәскә ингәнмен. Тел тураһындағы мәҡәләләрем күп булһа ла, мин уларҙы ашығыңҡырап яҙғанмын, һәм минең өсөн һис тә кәрәге булмаған гәзиттә… (Тағын да шуныһы: урыҫ телен бигерәк тә төрлө брошюралар яҙған Ленин кеүек белгестәр бөтөрөүе тураһындағы төп фекеремде йәшереп ҡалдырғанмын. Уйлап ҡараһаң, был мәҡәләмдең бар мәғәнәһе КГБ органдарына минең: «бына ҡарағыҙ, мин баҫылып сығам,— йәшәйем һәм һеҙҙән һис тә ҡурҡып тормайым!» — тип ҡысҡырыу ғына булды[3]
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергә- Русский словарь языкового расширения
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Александр Солженицын . Не обычай дёгтем щи белить, на то сметана.
- ↑ В. И. Даль . Не. // Пословицы русского народа.
- ↑ Александр Солженицын . Бодался телёнок с дубом. — Гл. «Подранок».