Нескәгөл (лат. Eritrichium uralense) — күгәрсен күҙе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Таралышы

үҙгәртергә

Яҡынса 30 төрө билдәле, Евразияның уртаса һәм субарктик бүлкәттәрендә һәм Төньяҡ Американың көнбайыш өлөшөндә таралған. Башҡортостанда урал нескәгөлө үҫә. Нәрәле һыртының ташлы тау далаларында осрай. Эндемик, Башҡортостан Республикаһының һәм РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ботаник яҙма

үҙгәртергә

Мендәр формаһындағы күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 3—7 см. Һабағы өҫкә ҡараған һырылып торған ҡуйы ҡаты төк м‑н ҡапланған. Тамыр яны япраҡтары ланцет формаһында, оҙонлоғо 0,5—1,5 см, розеткаға йыйылған, һабаҡтағылары — ҡыяҡ, ситтәре төклө, сиратлы. Сәскәһе ваҡ, зәңгәр төҫтә, һирәк суҡта. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — сәнскеле ваҡ сәтләүек, июль—авг. өлгөрә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы
 төр юғала 
Төр тураһында мәғлүмәт
Нескәгөл

ИПЭЭ РАН сайтында