Наҙар (Көйөргәҙе районы)
Наҙар — Көйөргәҙе районында Бошман-Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары, башҡорт халҡының милли батыры, абыҙы Кинйә Арыҫлановътың ырыуҙаштары тарафынан нигеҙләнгән ауыл. XX быуаттың 2-се ярыһында киләсәге булмаған ауылдар исемлегенә индерелеп, бөтөрөлгән.
Бошман Ҡыпсаҡ ҡәбиләһе|Ҡыпсаҡ ырыуының Мешәүле-Ҡарағужаҡ түбәһенә ҡараған ауыл. Халыҡ Бөрйән волосы айырым биләмәһе ерҙәре ебәрелмештәре иҫәпләнгән. 19-сы быуат аҙағынаса улар аҫаба иҫәпләнгән. Уларҙвң ере Етерыу волосы биләмәһенә кергән. Аҙаҡ Бөрйн волосыныҡы булараҡ иҫбатланған.
19-сы быуаттың беренсе яртыһында ул 9-сы кантондың 28-се йортона кергән. Аҙаҡ Аҡһары ауылы йәмғиәтенә керетелгән. 1919—1935 йылдарҙа Стәрлетамаҡ кантонының Мораптал волосына керетелә.
Ауылға нигеҙ һалыусы булып Наҙар Ҡасаев иҫәпләнә. Уның олатаһы Кәйкәс, ҡарт олатаһы Ямаш. Улар Кинйә Арыҫлановтың туғандары. 1842 йылда 231 кешегә барлығы 880 бот ярауай иген сәселгән.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- А. З. Асфандияров. История сёл и деревень Башкортостана. книга 1-ая. — Китап, 1997. — ISBN 5-295-02027-4