Нарышкиндар йорто

Трубецкойҙар-Нарышкиндар йортоСанкт-Петербургта Чайковский урамы (29 йорт) урынлашҡан бина, XVIII быуат аҙағы архитектураһы ҡомартҡыһы. 2012 йылда табылған ҙур хазина менән билдәле.

Нарышкиндар йорто
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Архитектор Гаральд Юлиус (Гаральд Андреевич) Боссе[d] һәм Роберт Андреевич Гёдике[d]
Архитектура стиле архитектура неоклассицизма[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта
 Нарышкиндар йорто Викимилектә

Бер ҡатлы айырым йортто төҙөү 1779—1780 йылдарҙа бара. Йорт төҙөлөшө өсөн 438 200 дана кирбес һәм 2512 мискә эзбиз кәрәк була (һәр береһе 20 бот). Беренсе хужаһы булып рус генералы Абрам Петрович Ганнибал тора. Унда уның улдары — П. А. Ганнибал һәм И. А. Ганнибал йәшәй. Абрам Петрович үлгәндән йорт һуң уның өлкән улы Иванға күсә.

Ваҡыт үтеү менән йорт сенатор Н. И. Неплюевҡа күсә. 1823 йылда сенатор үлгәндән һуң уның йортонда ире поручик Е.П. Енгалычев менән уның ҡыҙы менән Мария күсенеп йәшәй. Аҙаҡ 1855 йылда йорт кенәз П.Н.Трубецкой һәм уның Е.Э. ҡатыны Белосельская-Белозерскаяға күсә. Улар өсөн 1855—1856 йылдарҙа Г.А. Боссе проекты буйынса айырым йорт яңынан үҙгәртеп ҡорола. Сираттағы үҙгәртеп ҡороу 1875—1876 йылдарҙа архитектор Р. А. Гедик проекты буйынса бина үҙгәртелә: йорт киңәйтелә, планы үҙгәртелә; баҡса юҡ ителә; фасад һәм интерьеры яңыса эшләнә.

1870 йылдар уртаһында участканың яңы хужаһы В. Л Нарышкин, Сит ил эштәре министрлығы чиновнигы була, ә ул үлгәндән һуң — өлкән улы Александр була[1]. Ниһәйәт, аҙаҡҡы хужаһы Гусар лейб-гвардия полкы поручигы Сергей Сергеевич Сомов — Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышы ҡатнашыусыһы була. Ул Наталья Всильевна Нарышкинаға — Чайковский урамындағы йорттоң хужаһы ҡыҙына өйләнә.[2].

Хәҙер йорт торлаҡ йорт булыуҙан туҡтай: тиҙҙән бында Санкт-Петербург Халыҡ-ара мәҙәни мираҫын һаҡлау үҙәге урынлаша[1].

2012 йылда йортта табылған хазина

үҙгәртергә

2012 йылдың март аҙағында, йортты төҙөкләндереү ваҡытында эшселәр, флигелдең икенсе һәм өсөнсө ҡат араһындағы иҙәнде асып, хазина таба. Хазинаның Нарышкиндарға ҡарауы асыҡлана, улар 1917 йылда Рәсәйҙе ҡалдырып китә. Моғайын, хазина тап ошо тап ваҡытҡа ҡарай, сөнки артефакттар 1917 йылғы гәзиткә төрөп һалынған. Бөтәһе 2000 ашыу әйбер табыла. Улар араһында Рәсәй империяһының хәрби ордендары, Игнатий Сазиков эше стилендәге матур аш-һыу сервизы һәм башҡа күп нәмәләр бар[2][3]..

Хәҙер хазинаның әйберҙәр өлөшөн Эрмитажда һәм «Царское село» музей-ҡурсаулығында күрергә мөмкин.

  1. Булах А. Г. Каменное убранство Петербурга. — «Центрполиграф». — 252 с. — ISBN 978-5-9524-4511-6.
  2. Санкт-Петербург. 300 лет истории / Рос. акад. наук. С.-Петерб. ин-т истории; [Анисимов Е. В. и др.]. — СПб. : Наука, 2003 (Акад. тип. Наука РАН). — 758, [3] с., [108] л. ил., портр. : ил.; 27 см; ISBN 5-02-028487-4.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә