НаноВижн
НаноВижн (ҡайһы берҙә НаноВижн Груп[2] тип атайҙар) — Дмитрий Дементьев ойошторған рәсәй офтальмологик компания. Компания яһалма күҙ яҫмығында (интраокуляр линзалар) махсуслашҡан[3].
НаноВижн | |
Тип |
Яуаплығы сикләнгән йәмғиәт[1] |
---|---|
Нигеҙләүсе |
Дмитрий Дементьев |
Уранлашыуы | |
Төп фигуралар |
Дмитрий Дементьев |
Тармаҡ |
Медик ҡорамалдары һәм материалдары етештереү |
Продукция |
офтальмологик инструменттар |
Булендек компаниялар |
ЯСЙ «НаноОптика» |
Сайт | |
Бынан башҡа компания офтольмологик лазерҙар етештерә һәм күҙҙең мөгөҙсә шекәрәһен кире тергеҙер өсөн ҡулланған материалдың һаҡлауы һәм етештереүе өсөн эшләнгән «АйЛаб» күҙ банкын барлыҡҡа килтерәләр[2].
Тарихы
үҙгәртергә2014 йылдың 30 ғинуарында "Ноновижн"дың бүлендек компанияһы «НаноОптика» ОЭЗ «Зеленоград» резиденты статусын ала[4].
2014 йылдың 13 сентябрендә Лондонда 32-се халыҡ-ара офтольмологик конгреста компания үҙ стендын аса, шул стендта күҙ микрохирургияһында ҡулланған төрлө инструменттар күрһәтә. Стендты Александр Яковенко аса, асыуҙа компанияның ойоштороусыһы Дмитрий Дементьев һәм билдәле офтольмологтар ҡатнашалар[2].
2014 йылдың 15 сентябрендә Лондонда компания үҙе етештергән әйберҙәре тураһында һөйләүгә бағышланған «Офтольмологияла яңы йүнәлештәр» фәни конференцияһын үткәрә. Конференция Бөйөк Британиялағы Рәсәй посольствоһы эгидаһы аҫтында үтә[2].
Продукцияһы
үҙгәртергә2014 йылдың октябрендә «НаноВижн» баҙарға йыл һайын 200 мең яһалма күҙ яҫмығы сығарырға тип планлаштыра ине[3]. Кәрәккән саҡта «НаноОптика» фабрикаһы эшләгән линзалар һанын 600 меңгә еткерә ала, ә был рәсәй баҙарының мохтажлығынан күберәк. Компанияның линзалары конкурент ойошмаларҙан етештереү технологияһы менән айырылып тора, был саҡта етешһеҙлектәр проценты кәмей. План буйынса тәүге партияны 2015 йылдың башына сығарырға уйлайҙар ине[5].
Конкуренттарҙан өҫтөнлөк алыр өсөн компания ҡыйбат линзаларҙы түбән хаҡҡа һатырға планлаштыра ине. Шул уҡ ваҡытта төрлө хаҡы булған күҙ яҫмығының биш төрөн эшләп сығарырға уйҙар бар[5].
Ҡорамалдары
үҙгәртергәКомпанияның «НаноОптика» фабрикаһы Зеленоградта урынлашҡан, шунда уҡ компанияның сәнәғәт үҙәге. Фабрикала микроорганизмдарҙан һәм саңдан һаҡланған 800 квадрат метрҙа махсус цехтар бар[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ООО "Нановижн", Москва . www.k-agent.ru. — выписка из ЕГРЮЛ. Дата обращения: 29 апрель 2015.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 «Нановижн Груп» в Лондоне, Посольство России в Великобритании (17-09-2014). 29 апрель 2015 тикшерелгән.
- ↑ 3,0 3,1 Бизнес-журнал, 2014, с. 22
- ↑ Компания ООО "НаноОптика" стала резидентом ОЭЗ "Зеленоград", Россия. Особые Экономические Зоны (21 марта 2015). 29 апрель 2015 тикшерелгән. 2015 йыл 29 апрель архивланған.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Бизнес-журнал, 2014, с. 24
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Югринова, Наталья Глаз-плексиглас. — М.: Бизнес-журнал, 2014. — № 10. — С. 22-25. — ISSN 1819-267X.
Электронные публикации
үҙгәртергә- «Нановижн Груп» в Лондоне, Посольство России в Великобритании (17-09-2014). 29 апрель 2015 тикшерелгән.