Һалым льготаһы
(Налоговая льгота битенән йүнәлтелде)
Һалым льготаһы — дәүләт йә урындағы үҙидаралыҡ тарафынан һалым түләүселәрҙең айырым категорияларына бирелеүсе һәм уларҙы башҡа һалым түләүселәргә ҡарағанда отошлораҡ хәлгә ҡуйыусы өҫтөнлөк. Һалым льготалары һалым сәйәсәтенең бер элементы булып тора, улар социаль һәм иҡтисади маҡсаттарға хеҙмәт итә. Һалым льготаларын түбәндәге төркөмдәргә бүлеп була:
- шәхси һәм юридик шәхестәр өсөн;
- дөйөм иҡтисади һәм социаль һалым льготалары[1];
- экспортты дәртләндереүгә йүнәлтелгән тышҡы иҡтисади һалым льготалары һәм дөйөм иҡтисади льготалар.
Ватан һалым әҙәбиәтендә түбәндәге классификация бирелә[2][3]:
- һалымдан сығарыу — һалым һалына торған айырым предметтарҙы (объекттарҙы) һалымдан сығарыу. Айырым эшмәкәрлек төрҙәренән алынған табыш һәм килем дә һалым һалыныусы составтан сығарылырға мөмкин.
- һалым ташламаһы — һалым базаһын кәметеүгә йүнәлтелгән льгота. Һалым түләүсе һалым түләнергә тейешле табышын йәмғиәт һәм дәүләт хуп күргән маҡсаттарға тотҡан сығымдарының суммаһына кәметергә хоҡуҡлы.
- һалымдан азат итеү — һалым ставкаһын йә һалым окладын кәметә торған льгота.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Төп исемлеге торлаҡ ташлама
- ↑ Налоговое право: Учеб. Пособие / Под ред. С. Г. Пепеляева. — М.: ИД ФБК-ПРЕСС, 2000, гл. 4
- ↑ Учебник «Налоги и налоговое право». Под редакцией А. В. Брызгалина.— М., 1997, § 8.8