Наволокалағы Димитрий Прилуцкий сиркәүе
Наволокалағы Димитрий Прилуцкий сиркәүе (тулы исеме — Наволокала торған изге Димитрий Чудотворец сиркәүе) — Вологда ҡалаһындағы православие ҡорамы. 1651 йылда төҙөлә башлаған, Вологда ҡалаһында төҙөлгән иң беренсе таш сиркәүҙәрҙең береһе. Сиркәүҙә XVIII быуат башындағы фрескалар һаҡланған. Биш башлы яғылмаған һалҡын Дмитрий Прилуцкий сиркәүе һәм бер башлы Успенский сиркәүе Вологда йылғаһының тәпәш ярында ("наволокала") икеһе бер-береһенә яҡын ғына, терәлешеп тигәндәй тора һәм бер комплексты барлыҡҡа килтерә, шунлыҡтан был комплексты Наволокалағы Дмитрий Прилуцкий сиркәүе тип атағандар.
Иҫтәлекле урын | |
Наволокалағы Димитрий Прилуцкий сиркәүе
| |
Наволокалағы Димитрий Прилуцкий сиркәүе Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәСиркәү төҙөүҙе Димитрий Прилуцкийй житиеһында яҙылған ваҡиғалар менән бәйләйҙәр. 1371 йылдың (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1378) йәйендә Дмитрий туҡталып йөрөгән йорттоң хужаһы был ваҡиға хөрмәтенә үҙенең йорто янында ағас часовня төҙөй. XV быуатта Димитрий Прилуцкий изгеләр рәтенә индерелгәс, часовня урынына ағас сиркәү һалалар. «Вологданы бөлдөрөү» ваҡытында, 1612 йылда, Дмитрий Прилуцкий ағас сиркәүе янғын ваҡытында юҡҡа сыға[1].
1651 йылда Димитрий Прилуцкий һалҡын сиркәүен Назаров Борис һәм Панкрат Тимофеев таштан төҙөй. Күрәһең, ул София соборынан һуң ҡалала төҙөлгән беренсе таш сиркәү булған[2][3][4]. Яҡынса 1710-1711 йылдарҙа был бинаның төньяҡ стенаһына йылы төкәтмә төҙөйҙәр һәм уны кенәз Федор һәм уның балалары Давид менән Константин хөрмәтенә уларҙың исеме менән атайҙар, ә төньяҡ-көнбайышта — ҡыңғырауҙар манараһын төҙөйҙәр. 1750 йылда был төкәтмәне һүтәләр һәм сауҙагәр Афанасий Алексеевич Рыбниковтың аҡсаһына айырым йылы сиркәү төҙөйҙәр һәм уны ҡыңғырауҙар манараһы менән тоташтыралар. Сиркәүҙең төп тәхетен Бөтә Изгеләр хаҡына изгеләндерәләр. 1781 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1779) йылда сауҙагәр Рыбников Максим Иванович аҡсаһына [5] Дмитрий Прилуцкий сиркәүенең көнбайыш стенаһына паперть һәм Максим Исповедник хөрмәтенә ҡанат, ризница һәм һәм баҫҡыс төҙөтәләр.
Вологдала 1830-1831 йылдарҙағы Холера эпидемияһы ваҡытында был сиркәүгә Семигородний монастырынан Успение Божией Матери һәм Тошненский Иоанн-Богословский сиркәүенән Божиья Матерҙың Страстной-Семистрельный иконаһы күсерелә, улар бер аҙ ваҡыт Дмитрий Прилуцкий сиркәүендә тора һәм халыҡты холеранан һаҡлап алып ҡала. Ошо ярҙамы өсөн артабан был иконаларҙың күсермәләре төшөрөлә һәм Всех Святых тәхете Успения Богородицы Семигородней хөрмәтенә яңынан изгеләндерелә [6].
1930 йылда сиркәү ябыла һәм унысклад биләйк. 1999 йылдан алып сиркәү эшләй һәм Спас-Прилуцкий монастырның ихатаһы булараҡ ғәмәлдә тора[7].
Иконостасы һәм иконалары
үҙгәртергәИзге великомученица Екатерина. ВГИАХМЗА | Михаил Архангел, шайтанды еңә. ВГИАХМЗА | Ҡатын-мироносица. ВГИАХМЗА | Изге Екатеринаның башын киҫеү ВГИАХМЗА |
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Писцовые и переписные книги Вологды XVII-XVIII века. — Москва: Кругъ, 2008.
- ↑ Вздорнов Г. И. Вологда. — Серия: Города-музеи. — Л.: Аврора, 1972. — 130 с.
- ↑ Бочаров Г.Н., Выголов В.П. Вологда. Кириллов. Ферапонтово. Белозерск. — Москва: Искусство, 1979.
- ↑ Существует мнение, что ярославские зодчие Назаров и Тимофеев в 1651 году построили не церковь Димитрия Прилуцкого на Наволоке, а церковь Константина и Елены, в XVII веке именовавшуюся Димитрия Прилуцкого в Кобылине улице
- ↑ В ВГИАХМЗ находится икона последней четверти XVIII в. из церкви Димитрия Прилуцкого: Ярославские чудотворцы князья Феодор, Давид и Константин и преподобный Максим исповедник. Вероятно, существовавший ранее придел в честь ярославских чудотворцев, Максим Рыбников перепосвятил в честь своего святого, при этом соединив его с прежним посвящением престола, что и нашло отражение в сюжете иконы.
- ↑ Тяпин И. Н. Старообрядчество в Вологде (XVIII — начало XX века) О почитании вологжанами Семигородней иконы Успения Божией Матери (Публикация Л. Н. Мясниковой) // краеведческий альманах "Вологда", вып.3 : статья. — Вологда, 2000.
- ↑ Сайт Храмы России